Эстәлеккә күсергә

Гонолулу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Гонолулу
ингл. һәм Aergujnkm
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

АҠШ

Статус

штаттың административ үҙәге; округтың административ үҙәге

Штат

Гавайи

Координаталар

21°18′32″ т. к. 157°49′34″ кб. о.HGЯO

Мэр

Рик Блангиарди[en]

Беренсе мәртәбә телгә алынған

XI век

Ҡала с

1907

Майҙаны

177,2 км²

Бейеклеге

6 м

Климат тибы

тропик

Халҡы

390 738 кеше (2010)

Тығыҙлығы

2 152,2 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC-10

Телефон коды 808
Почта индексы

96801–96850

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

honolulu.gov  (инг.)

Гонолу́лу[1][2] (ингл. һәм Aergujnkm — Гавай архипелагының Оаху утрауындағы ҡала, Гавай штатының һәм Гонолулу округының баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы.[3].

Гонолулу биҫтәһенең Перл-Харбор ҡултығында АҠШ хәрби-диңгеҙ көстәренең төп базаһы урынлашҡан.

Хәҙерге Гонолулу территорияһында беренсе полинезия ултыраҡтарының барлыҡҡа килеүе археологик дәлилдәр һәм ҡайһы бер ауыҙ-тел ижады өлгөләре буйынса XI быуатҡа ҡарай[4]. Оаху утрауын яулап алғандан һуң, король Камеамеа I король һарайын 1804 йылда Гавай утрауынан Вайкикиға (Хәҙер Гонолулу районы) күсерә. Уның ихатаһы тағы ла 1809 йылда ҡаланың эшлекле үҙәге урынлашҡан урынға күсерелә[5].

Гонолулу порты, 1816 йыл. Һүрәтте рәссам Логгин Андреевич Хорис 1815—1818 йылдарҙа донъя буйлап сәйәхәте ваҡытында эшләй

Гонолулу ҡултығына европалыларҙан беренсе булып 1794 йылда британ офицеры Уильям Браун килә[6]. Урыҫтарҙан беренсе булып Иван Федорович Крузенштерн һәм Юрий Федорович Лисянский килә.

Һуңынан ҡалала Төньяҡ Америка менән Азия араһында йөрөгән сауҙа караптары туҡтай башлай. 1815—1817 йылдарҙа Егор Николаевич Шефферҙың рус колонияһына нигеҙ һалыу һәм бөтә архипелагты Рәсәй подданныйлығына күсерергә тырышыуы башта уңышлы була, ләкин артабан Рәсәй хөкүмәте тарафынан хуплау тапмай.

1845 йылда Камеамеа III Гавай короллегенең баш ҡалаһын Лахайнанан Гонолулаға күсерә. Ҡала мөһим сауҙа үҙәгенә әйләнә; Америка миссионерҙары Гонолулу үҙәгендә ҙур предприятиелар төҙөй. 1893 йылда Гавай короллеге йәшәүҙән туҡтай, утрауҙар 1898 йылда АҠШ составына күсә.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала Тымыҡ океанда Америка көстәрен тәьмин итеү буйынса төп үҙәктәренең береһе була.

Ҡаланың артабанғы үҫеше туризм индустрияһы менән бәйле.

Географияһы һәм климаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гонолулу төндә

Гонолулу Оаху утрауының ел иҫкән яғында урынлашҡан һәм океан һәм Коолау һырты араһындағы бөтә территорияны биләй. Кеппендың климат классификацияһына ярашлы, ҡала саванналарҙың тропик климат зонаһында урынлашҡан[7]. Гонолулала йыл әйләнәһенә тиерлек ҡояшлы. 12 ай дауамында температура бик аҙ үҙгәрә; уртаса айлыҡ максималь температура 27 — 32 °C, ә уртаса айлыҡ минималь температура 18 — 24 °C. бик һирәк осраҡта термометр бағанаһы 35 °C билдәһенә тиклем күтәрелә, ә төндә минималь температура йылына 14 — 15 °C тиклем ике тапҡырҙан артыҡ төшмәй. Иң юғары температура (35 °C) 1998 йылдың сентябрендә аномаль эҫе осорҙа теркәлә. Иң түбән температура 1902 йылдың 16 февралендә һәм 1969 йылдың 20 ғинуарында 11,7 °C етә. Яр буйындағы һыу температураһы йәйге айҙарҙа 27 °C һәм ҡышҡы осорҙа 25 °C тәшкил итә.

Йыллыҡ яуым-төшөм — уртаса 434 мм, күпселек осраҡта ҡышҡы айҙарға октябрҙән апрель уртаһына тиклем тура килә. Йәйгеһен яуым-төшөм бик аҙ була. Гонолулала йылына уртаса 278 ҡояшлы һәм 90 ямғырлы көн иҫәпләнә.

Ҡала тропик зонала булһа ла, тропик циклон һирәк күренеш тип һанала. Торнадо ла һирәк һәм ғәҙәттә улар утрауҙарға 15 йылға бер тапҡыр ябырыла. Яр буйынан алыҫ түгел барлыҡҡа килгән һыу ҡойондары ҡалаға биш йыл һайын ябырыла[8].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 31,1 31,1 31,7 32,8 33,9 33,3 34,4 33,9 35,0 34,4 34,4 31,7 35,0
Уртаса максимум, °C 26,7 26,8 27,3 28,2 29,2 30,6 31,1 31,3 31,4 30,4 28,8 27,3 29,1
Уртаса температура, °C 22,9 22,8 23,6 24,5 25,4 26,8 27,3 27,7 27,5 26,7 25,3 23,8 25,4
Уртаса минимум, °C 19,1 18,9 19,8 20,8 21,6 23,0 23,6 23,9 23,6 23,0 21,9 20,2 21,6
Абсолют минимум, °C 11,7 11,7 12,8 13,3 15,6 18,3 18,9 18,3 18,9 16,1 13,9 12,2 11,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 60 60 62 16 14 7 13 14 18 60 60 60 436
Һыу температураһы, °C 22,5 23,0 24,2 23,5 24,8 26,4 27,0 27,5 28,0 26,6 25,8 25,5 25,4
Сығанаҡ: Погода и климат, Туристический портал

Дипломатик вәкиллектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мэрия һәм ҡала советы бинаһы

Ҡалала түбәндәге дәүләттәрҙең дипломатик миссиялары (консуллыҡтары) урынлашҡан:

  1. Соединенные Штаты Америки // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 168—169. ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. М.: Недра, 1986. — С. 93.
  3. Гонолулу // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  4. Honolulu History — HelloHonolulu.com. Архивировано 4 ғинуар 2013 года.
  5. History — Honolulu. Дата обращения: 18 апрель 2026. Архивировано 14 февраль 2012 года.
  6. Honolulu History, Hawaii | Travelgrove.com. Дата обращения: 18 апрель 2026. Архивировано 15 октябрь 2019 года.
  7. Kottek, M.; J. Grieser, C. Beck, B. Rudolf, and F. Rubel World Map of the Köppen-Geiger climate classification updated (инг.) // Meteorol. Z. : journal. — 2006. — Т. 15. — № 3. — С. 259—263. DOI:10.1127/0941-2948/2006/0130
  8. Weatherbase.com. Weatherbase.com. Дата обращения: 19 апрель 2026. Архивировано 26 февраль 2013 года.

Ҡалып:Окружные центры Гавайев

Ҡалып:Гавайи