Гончар Андрей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гончар Андрей Александрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 21 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 10 октябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (80 йәш) или 2012[2]
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө теория функций[d], теория приближений[d] һәм Комплекслы анализ
Эш биреүсе РФА-ның математика институты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ойошма йәки клуб ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[3]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Мергелян, Сергей Никитович[d]
Аспиранттар Guillermo Tomás López-Lagomasino[d][3], Rao V. Nagisetty[d][3], Andrei Martínez Finkelshtein[d][3], Valery V. Vavilov[d][3], Konstantin N. Lungu[d][3], Peter G. Boyadjiev[d][3], Evguenii Andreevich Rakhmanov[d][3], Ralitza Krumova Kovacheva[d][3], Sergey Pavlovich Suetin[d][3], Vasiliy A. Prokhorov[d][3], Le ba Kkhan' Chin'[d][3] һәм Mikit V. Kazaryan[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» II степени орден «За заслуги перед Отечеством» III степени медаль «В память 850-летия Москвы» Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Демидов премияһы

Андрей Александрович Гончар (21 ноябрь 1931, Ленинград — 10 октябрь 2012, Мәскәү[4]) — совет һәм Рәсәй математигы, физика-математика фәндәре докторы (1964). СССР Фәндәр академияһының математика бүлегене ғилми секретары (1963-1965), математика бүлеге буйынса ағза-корреспонденты (1974), бүлек бюроһы ағзаһы (1976-2012),  Рәсәй Фәндәр академияһының математика бүлеге буйынса академигы (1987), РәсәйФәндәр академияһының вице-президенты (1991-1998). Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумының кәңәшсеһе (1998). Функциялар теорияһы һәм яҡынлашыу теорияһы өлкәһендә белгес. С. Н. Мергеляндың уҡыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1931 йылдың 21 ноябрендә Ленинградта тыуған. Атаһы — Гончар Александр Михайлович (1901 (3) — 1938), комсомол эшмәкәре, хәрби инженер, производство ойоштороусы. Әсәһе — Ханджян Алиса Гевондовна (1907-1995); әсәһе яғынан ағаһы — А. Г. Ханджян. Апаһы — Н. А. Гончар-Ханджян (1937 йылғы)<[5]

Ҡамауҙа ҡалған Ленинград кешеһе. 10 йәшендә «Тормош юлы» буйлап Ладога аша ҡамауҙа ҡалған ҡаланан сығарыла[6].

Эвакуациянан һуң Ереванда йәшәй һәм уҡый, шунда урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай.

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә, уны 1954 йылда тамамлай (хисаплау математикаһы кафедраһы), В. В. Белецкий, А. А. Боровков, А. Г. Витушкин, Е. А. Девянин, У. А. Джолдасбеков, А. П. Ершов, А. М. Ильин, И. А. Кийко, В. Д. Клюшников, М. Л. Лидов, В. В. Лунёв, Р. А. Минлос, И. В. Новожилов, Н. А. Парусников, Г. С. Росляков, С. А. Шестериков курсташтары булалар. 1957 йылда аспирантураны тамамлай. 4 йыл ассистент булып эшләй (1957-1960), шунан һуң механика-математика факультетының математик анализ кафедраһы доценты була (1960-1963). Андрей Гончар 1964 йылда физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһе ала.

1964 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге математика институтында эшләй. 1965 йылдан 1968 йылға тиклем Математика институты директоры урынбаҫары була. 1972 йылдан комплекслы үҙгәреүсәнле функциялар теорияһы бүлеге мөдире булып эшләй.

1967 йылда Мәскәү дәүләт университетында профессор дәрәжәһенә раҫлана. 1966 йылдан 2012 йылға тиклем механика-математика факультетының функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы профессоры. 1999 йылда «Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры» исеменә лайыҡ була.

1974 йылдың 26 ноябрендә математика бүлеге буйынса СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, 1987 йылдың 23 декабрендә — математика бүлеге академигы, 1991 йылдың 19 декабренән 1998 йылдың 24 мартына тиклем — Рәсәй Фәндәр академияһының вице-президенты[7]. 1992 йылдан 1993 йылға тиклем ойоштороу директоры вазифаһын башҡара һәм Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондын ойоштороуҙа хәл иткес роль уйнай.

1987 йылдан Рәсәйҙең иң боронғо «Математик йыйынтыҡ» математик журналының баш мөхәррире вазифаһын биләй[4]. Бынан тыш, «Вестник Российской академии наук» журналдарының һәм «Наука в России» фәнни-публицистик һәм мәғлүмәт журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора. Фән, технологиялар һәм мәғариф буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты Советы ағзаһы[8].

1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының «Фәнни телекоммуникациялар һәм мәғлүмәт инфраструктураһы» ғилми советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының Юғары аттестация комиссияһы, «1997-2000 йылдарға юғары белемде һәм фундаменталь фәнде интеграциялауға дәүләт ярҙамы» Федераль маҡсатлы программа советы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм юғары технологиялар буйынса Совет (2001—2012) ағзаһы.

1966 йылда Мәскәүҙә (СССР) математик конгрестарҙа һәм 1986 йылда Берклиҙа (АҠШ) саҡырылған  докладсы була. А. А. Гончар һәм Е. А. Рахмановтың фәнни һөҙөмтәһе 1987 йылда СССР Фәндәр академияһында йылдың иң яҡшы һөҙөмтәләре иҫәбенә инә.

Математик һәм фән ойоштороусы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Андрей Гончар 2012 йылдың 10 октябрендә 81-се йәшендә вафат була. Андрей Гончар менән хушлашыу 12 октябрҙә сәғәт 11-ҙә Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы бинаһында үтә, ғалим Троекуров зыяратында ерләнә.

Фәнгә индергән өлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Андрей Александрович Гончарҙың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе ярайһы уҡ киң: комплекслы анализ һәм яҡынлашыу теорияһы, функцияларҙың структур үҙенсәлектәре менән уларҙың рациональ функцияларға яҡынлашыу тиҙлеге араһындағы бәйләнештәрҙе өйрәнеү, рациональ яҡынлашыу теорияһы һәм аналитик функциялар теорияһы.

Андрей Александрович Гончарҙың фәнни тикшеренеүҙәре рациональ һәм гармоник яҡынлашыуҙар теорияһындағы проблемаларҙы, комплекслы анализдың потенциаль теорияһы һәм башҡа бүлектәре теорияһын, функцияларҙың квази-аналитик кластары теорияһын үҙ эсенә ала. Бөтә был өлкәләрҙә лә математика йүнәлештәренең артабанғы үҫешен билдәләүсе билдәле бер һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бынан тыш, Андрей Александрович аналитик функцияларҙың аппроксимация теорияһы буйынса бөтә донъяға билдәле фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы була.

Беренсе ғилми хеҙмәттәре функцияларҙың конструктив теорияһының төп проблемаларына — функцияның шымалығы менән уның яҡынлашыу тиҙлеге араһындағы бәйләнешкә арналған. Андрей Александрович Гончар күрһәтеүенсә, иң яҡшы рациональ яҡынлашыуҙарҙың үҙ ирке менән тиҙ кәмеүе аппроксимацияланыусы функцияның өҙлөкһөҙлөк модуленең нулгә ынтылышы менән тап килә. Шул уҡ ваҡытта иң яҡшы рациональ яҡынлашыу тиҙлеге функцияларҙың (полиномдар осрағындағы кеүек) дифференциаль үҙенсәлектәрен тәьмин итә, ауырма тик шунда ғына, был үҙенсәлектәр бөтә ерҙә лә түгел, бөтә ерҙә лә тиерлек гарантиялана. Шулай итеп, рациональ яҡынлашыуҙың бирелгән тиҙлеге кире теоремаларҙың раҫлауҙарында «бүленергә» мөмкин: уның бер өлөшө функцияның яҡшы дифференциаль үҙенсәлектәрен раҫлауға, ә бер өлөшө был үҙенсәлектәр уларһыҙ ҙа булған үҙенсәлекле күмәклекте тасуирлауға китә.

Андрей Александрович был өлкәлә тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәрен билдәләүсе хәҙерге заман Паде яҡынлашыуҙар теорияһына нигеҙ һала. Аппроксимациялар теорияһының кире проблемаларын өйрәнеү барышында ул һиҙелерлек һөҙөмтәләр ала. Андрей Александрович векторлы теоретик-потенциаль тигеҙлек проблемаларын ҡулланыу нигеҙендә рациональ яҡынлашыу теорияһының классик проблемаларын хәл итеүҙең яңы ысулын уйлап сығара, уның ярҙамында Эрмит-паде

һәм дөйөмләштерелгән Паде аппроксимацияларының йыйылыусанлыҡ тиҙлеге тураһында нескә һөҙөмтәләр ала.

Төп ғилми хеҙмәттәренә түбәндәгеләр инә: рациональ функциялар менән иң яҡшы яҡынлашыуҙар тураһында кире теоремалар (1963), рациональ кәсерҙәр менән яҡынлашыу тиҙлеге һәм функцияларҙың үҙенсәлектәре (1968), комплекслы үҙгәреүсәнле функцияларҙың яҡынайыу теорияһы (1970), Аналитик функцияларҙың тигеҙлек бүленеше һәм рациональ яҡынлашыу тиҙлеге (1987).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Демидов премияһы (1998);
  • Яҡынлашыу теорияһы буйынса хеҙмәттәре өсөн М. В. Келдыш исемендәге Алтын миҙал (1993);
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (21 март 2007 йыл) — ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[9]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1996 йылдың 24 ноябре) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары һәм фән үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн[10]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (24 ноябрь 1981 йыл) — математика фәнен үҫтереүҙәге һәм фәнни кадрҙар әҙерләү өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн һәм тыуыуына илле йыл тулыу айҡанлы[11]
  • Триумф премияһы (2004)[12];
  • 1999 йылда Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы (29 сентябрь 1999) — «Рациональные аппроксимации аналитических функций» хеҙмәттәре циклы өсөн [13].
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (19 август 2002) — ватан фундаменталь фәнен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн һәм Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының 10-йыллығы айҡанлы[14]

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гончар А.А., Суетин С.П. Об аппроксимациях Паде мероморфных функций марковского типа. — М.: Математический институт им. В. А. Стеклова РАН (МИАН), 2004. — 68 с. — ISBN 5-98419-009-5.
  • Progress in approximation theory : An intern. perspective / A.A. Gonchar, E.B. Saff, ed. - New York etc. : Springer, Cop. 1992. - XVIII, 451 с. : ил.; 24 см. - (Springer ser. in computational mathematics).; ISBN 0-387-97901-8 (New York etc.)
Төп мәҡәләләре (Math-Net.Ru мәғлүмәттәре буйынса)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Гончар Андрей Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Gončar, Andrej Aleksandrovič // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=uk20211109381
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  4. 4,0 4,1 Математик Андрей Гончар скончался на 81 году жизни  (рус.). РИА Новости. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 октябрь 2012. 10 октябрь 2012 тикшерелгән.
  5. Т. Геворкян Безупречное имя. О творческом пути блестящего литератора, переводчика, словесника Наталии Гончар 54—63 (№4(8), 2007). — Статья содержит материалы по семейной биографии.
  6. Блокада Ленинграда. Эвакуация. evacuation.spbarchives.ru. 25 ғинуар 2019 тикшерелгән.
  7. Вице-президенты Российской академии наук  (рус.). Российская академия наук. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 октябрь 2012. 10 октябрь 2012 тикшерелгән.
  8. Академику Гончару Андрею Александровичу - 80 лет!. Российская академия наук. 10 октябрь 2012 тикшерелгән.
  9. Указ Президента РФ от 21 марта 2007 г. N 404 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Гончара А. А.»(недоступная ссылка)
  10. Указ Президента РФ от 24 ноября 1996 г. N 1591 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Гончара А. А.»(недоступная ссылка)
  11. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 24 ноября 1981 года № 6062—X «О награждении члена-корреспондента Академии наук СССР Гончара А. А. орденом Трудового Красного Знамени»
  12. Очередной научный «Триумф»  (рус.). Независимая газета. 10 октябрь 2012 тикшерелгән.
  13. Указ Президента РФ от 29 сентября 1999 г. N 1307 «О присуждении Государственных премий Российской Федерации 1999 года в области науки и техники» Архивная копия на Wayback Machine
  14. Распоряжение Правительства РФ от 19 августа 2002 года N 1125-р «О награждении Почетной грамотой Правительства Российской Федерации Авсюка Ю. Н., Алфимова М. В., Гончара А. А., Пашинина П. П. и Фортова В. Е.»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]