Горелов Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Горелов Александр Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 23 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (62 йәш)
Һөнәр төрө эпидемиолог
Эшмәкәрлек төрө эпидемиология[d]
Эш биреүсе 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты[d]
Уҡыу йорто Q13206016?
Ғилми исеме профессор[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Горелов Александр Васильевич (23 ғинуар 1958 йыл) — Рәсәй эпидемиологы, РФА мөхбир ағзаһы (2016).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Горелов Александр Васильевич 1958 йылдың 23 ғинуарында тыуған.

1982 йылда — Һарытау медицина институтының педиатрия факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

1989 йылда —«Вопросы клиники, патогенеза и этиотропной терапии кампилобактериоза у детей» кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1995 йылда «Кампилобактериоз у детей. Клиника, диагностика, лечение» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң эпидемиологияның Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, унда аспиранттан алып балалар клиникаһы бүлеге мөдиренә тиклем үтә (1996 йылдан), әлеге ваҡытта — инфекция патологияһының клиника бүлеге етәксеһе (2008 йылдан).

1993 йылдан — Сеченов университетының балалары ауырыуы кфедраһында эшләй, 2000 йылдан — профессор вазифаһында, гастроэнтерология бүлегенә яуаплы[1].

2016 йылдан — Рәсәй Фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эпидемия таралыуына дусар булған, шул иҫәптән яңы барлыҡҡа килгән балалар инфекцияһы проблемаларын өйрәнә.

Илдә беренселәрҙән булып ҡайһы бер яңы инфекцион ауырыуҙарҙы, атап әйткәндә: бокавируслы һәм метапневмовируслы инфекция, энтероагрегатив эшерихиоз, аденовируслы киҫкен диарея, кампилобактериоз, медицина ярҙамы күрһәтеү менән бәйле эсәк вирус инфекциялары, токсокароз ваҡытында бауыр зарарланыуын һүрәтләй, балаларҙа тапма ауырыуының ҡатнаш сир барышы үҙенсәлектәрен асыҡлай.

Балаларҙа инфекция ауырыуҙары һәм педиатория буйынса 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, уларҙан: 9 монография, ҡулланмаларҙа бүлектәр, табиптар өсөн б 2 белешмә, юғары уҡыу йорттары өсөн 4 дәреслек, ашыу сит ил матбуғатында 15 баҫма; уйлап табыу буйынса РФ 7 патенты бар.

Уның етәкселегендә 36 кандидатлыҡ һәм 11 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.

Юғары аттестация комиссияһы исемлегенә ингән 9 фәнни журналдың мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы, «Инфекционные болезни» журналының баш мөхәррире урынбаҫары (Scopus халыҡ-ара рефератив базаға инә ).

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе
  • Роспотребнадзорҙың почетлы хеҙмәткәре

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Горелов Александр Васильевич. sechenov.ru. 12 декабрь 2019 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]