Горынин Игорь Васильевич
Горынин Игорь Васильевич | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 10 март 1926 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 май 2015 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Ерләнгән урыны | Комарово ҡасабаһы зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | инженер, металлург, сәйәсмән |
Эшмәкәрлек төрө | материалдар өйрәнеү |
Эш урыны | ЦНИИ конструкционных материалов «Прометей»[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Игорь Васильевич Горынин (10 март 1926 йыл, Ленинград — 9 май 2015 йыл, Санкт-Петербург[1]) — СССР һәм Рәсәй ғалимы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1984 йылдан, 1991 йылдан алып Рәсәй фәндәр академияһы). Президент һәм ғилми етәксеһе «Прометей» конструкция материалдары ғилми-тикшеренеү институтының ғилми етәксеһе. Донъя материалдарҙы өйрәнеү фәне лидерҙарының береһе тип таныла. Ленин премияһы һәм РФ Дәүләт премиялары лауреаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1949 йылда Ленинград политехник институтының металлургия факультетын тамамлай. Тамамлағандан һуң «Прометей» конструкция материалдары ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1958 йылда — фән буйынса директор урынбаҫары, һуңынан баш инженер, 1977—2008 йылдарҙа ойошманың генераль директоры була. 1990—1993 йылдарҙа Ленинградты тергеҙеү фонды рәйесе була. 2008 йылдан алып институт президенты һәм ғилми етәксеһе вазифаһына күсә.
1979 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. Ә 1984 йылда — ғәмәлдәге ағзаһы. Рәсәй инженер академияһының[2] өлкәндәр советына инә. Халыҡ-ара инженерҙар акад. почётлы ағзаһы[3].
Рәсәй Материалдарҙы өйрәнеү йәмғиәтенең президенты була, Халыҡ-ара материалдарҙы өйрәнеү йәмғиәттәре Союзына инә.
500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография һәм 222 уйлап табыу авторҙашы.
СССР-ҙың фәнни һәм инженер йәмғиәттәре союзынан халыҡ депутаты итеп һайлана (1989—1991).
Комаровала дачала йәшәй һәм Комарово зыяратында ерләнә[4][5].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Санкт-Петербург губернаторының 2016 йылдың 18 февралендәге № 12-пг ҡарары менән «Прометей» конструкция материалдары ғилми-тикшеренеү үҙәгенә И. В. Горынин исеме бирелә.
Фәнни ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаты ҡороусы конструкция материалдары уйлап сығарыу өлкәһендә иң яҡшы ғилми материалдарҙы булдырыусы фән мәктәбен ойоштороусы. Материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, металлургия һәм иретеп йәбештереү, материалдарҙың конструктив-технологик ныҡлығы һәм конструкция материалдарының конструктив-технологик ныҡлығы өлкәһендә белгес. Утҡа сыҙамлы алюмин иретмәләре өлкәһендәге ғәмәли эштәр авторы.
Легирование ысулы, фаза әйләнеше алымдары, дислокацион структураның һәм физик нигеҙе буйынса фундаменталь эштәр авторы, юғары сыҙамлы ҡоростарҙың, титан һәм алюмин иретмәләренең үтә ныҡ сыҙамлы ҡоростарҙың киң спектрын ойоштороуҙың ғилми нигеҙе булып торған фундаменталь хеҙмәттәр авторы. Был нигеҙҙә иретелеүсе ҡоростоң ҙур төркөмө булдырыла. Был материалдарҙан атом боҙватҡыстары («Ленин», «Арктика», «Россия», «Таймыр», «Вайгач» һ.б.), уникаль йөҙөү, нефть һәм газ эҙләү һәм сығарыу өсөн үҙ аллы быраулау платформалары төҙөлә. Юғары сағыштырма ныҡлыҡ менән иретмә һөҙөмтәһендә «Метеор», «Чилим», «Зубр» һәм башҡа типтағы һауа суднолары барлыҡҡа килә. Уның фәнни асыштары наноматериалдар һәм нанотехнологиялар, композицион һәм функциональ материалдар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин премияһы (1963);
- СССР Дәүләт премияһы (1974);
- ике РФ Дәүләт премияһы (1994, 2005);[6]
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1959, 1970);
- ленин ордены (1981);
- Октябрь Революцияһы ордены (1986);
- II (2002) һәм III (1996) дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орд. миҙалы;
- Почет ордены (2010);[7]
- Благоверный кенәз Даниил II дәрәжә ордены; Бельгия-испан Командор Тәреһе;
- П. П. Анасов исемендәге премия;
- «Курчатовский институты» почетлы докторы;
- Д. К. Чернов исемендәге Алтын миҙал
Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Металлография судостроительных материалов, ЦНИИ «Румб», 1976;
- Конструкционные материалы АЭС, «Энергоатомиздат», 1984;
- Титан в машиностроении. «Машиностроение», 1990;
- Принципы легирования, термическая обработка и физические основы создания радиационной стали. М., 1991;
- Radiation Damage of Nuclear Power Plant Pressure Vessel Steels. American Nuclear Society, Illinois, USA 1997;
- Размышления с оптимизмом. — СПБ. : Издательство Политехнического университета, 2014[8]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Телеканал «Санкт-Петербург» — В Петербурге скончался президент ЦНИИ «Прометей» Игорь Горынин 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ РИА2000, 2000, с. 11
- ↑ МИА2002, 2002, с. 21
- ↑ Вести Келломяки—Комарово № 6 (156) от 29.05.2015, с. 6
- ↑ Ушёл из жизни академик РАН Игорь Васильевич Горынин
- ↑ Руководство ФГУП ЦНИИ КМ «Прометей». Горынин Игорь Васильевич 2005 йылдың 11 март көнөндә архивланған. // Сайт ФГУП ЦНИИ КМ «Прометей»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 июля 2010 года № 956(недоступная ссылка)
- ↑ I. V. Gorynin. Razmyshlenii︠a︡ s optimizmom : 75-letii︠u︡ T︠S︡entralʹnogo nauchno-issledovatelʹskogo instituta konstrukt︠s︡ionnykh materialov "Prometeĭ" posvi︠a︡shchaetsi︠a︡. — Sankt-Peterburg, 2014. — 525 pages с. — ISBN 978-5-7422-4244-4, 5-7422-4244-1.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Профиль Игоря Васильевича Горынина РФА рәсми сайтында
- Академик Игорь Васильевич Горынинға — 85 йыл! // Рәсми сайты РФА-НЫҢ
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Российская инженерная академия : Справочник 2000. Юбилейное издание / Сост. Б. В. Гусев, И. К. Растегаев, Г. В. Чернышук, А. И. Яковлев. — М.: Готика, 2000. — С. 11. — 454 с.
- Международная инженерная академия : Справочник (1992—2002) = International Academy of Engineering : Handbook (1992—2002) / под. ред. В. К. Хомерики. — М.: МИА, 2002. — 224 с.
- 10 мартта тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 9 майҙа вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Санкт-Петербург политехник университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Санкт-Петербург политехник университеты уҡытыусылары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр