Жумберак
| Жумберак | |
|---|---|
| Характеристикалар | |
| Оҙонлоғо | 50 km |
| Киңлеге | 20 km |
| Урынлашыуы | |
| 45°47′ с. ш. 15°23′ в. д.HGЯO | |
| Страна | |

Жумберак (Горянци, слов. Gorjanci, хорв. Žumberak, Žumberačka gora, сер. Жумберак) — Хорватияның төньяҡ-көнсығышында һәм Словенияның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан тау массивы[1].
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң бейек нөктәһе — Света-Гера (хорв. Sveta Gera йәғни слов. Trdinov vrh), 1181 м[2][3](1178 м[1]), Хорватия һәм Словения сигендә урынлашҡан[3]. Тауҙың атамаһы Хорватия биләмәләрендә урынлашҡан Света Гера тигән боронғо сиркәү буйынса аталған[4]
Жумберак (Горянци) — Урта Дунай уйһыулығы сигендәге Динар таулығының өлөшө[5][3][4].
Словения яғында тау массивының шишмәләре Крка йылғаһына, ә Хорватияла Купа йылғаһына ҡушыла[4][1].
Тауҙар тирәһендә бер нисә ҡала урынлашҡан: Хорватияла — Самобор, Карловац һәм Загреб; Словенияла — Ново-Место, Брежице һәм Метлика[4].
1999 йылда тау массивының хорват яғында хорв. «Žumberak — gorje Samoborsko» тәбиғи паркы ойошторолған. Жумберак (Горянци) урмандары башлыса бук ағастарынан тора[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Gorjanci (инг.)
- ↑ 1-7. Planine i planinski vrhovi viši od 500 metara 2012 йыл 4 март архивланған., стр. 4 (хорв.) (инг.)
- 1 2 3 Vrh Trdinov (карта) (инг.)
- 1 2 3 4 Žumberak/Gorjanci (инг.)
- ↑ Situation du massif (инг.)