Тәре йөрөтөүселәр дәүләттәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Государства крестоносцев битенән йүнәлтелде)
1135 Йылда, беренсе һәм икенсе тәре яуҙары араһында Яҡын Көнсығыш. Тәре йөрөтөүселәрҙең дәүләттәре ҡыҙыл тәре менән билдәләнгән.

Тәре йөрөтөүселәр дәүләттәре — XI—XIII быуаттарҙа Кесе Азияла һәм ФәләстиндаТәре йөрөтөүселәр дәүләттәре. XI быуаттың аҙағында һәм XII быуаттың башында тәре йөрөтеүселәр менән ойошторолған бер нисә феодал дәүләттең дөйөм исеме. 1098 йылда Торосты ҡолатҡандан һуң, христиан территорияһында барлыҡҡа килгән Эдесса графлығы беренсе була. XIII быуатта уларҙың территорияларын мосолмандар ҡулға ала — һуңғы булып, 1291 йылда Акра еңелгәндән һуң. кулға, Иерусалим батшалығы ҡолай.

Левант[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тәре йөрөтөүселәрҙең походы аҙагында, Левант территорияһында тағы дүрт христиан дәүләт барлыҡҡа килә.

  • Эдессо графствоһы, 1098 йылда көнсығышта тәре йөрөтөүселәрҙең беренсе нигеҙләнгән дәүләте.
  • Антиохийское княжество
  • Триполи графствоһы
  • Иерусалим батшалығы, 1291 йылда Акраның ҡолауына тиклем булған. Батшалыҡтың бойһоноуында бер нисә вассал синьорийҙары була, шул иҫәптә уларҙың иң өлкәндәре :
    • Галилео кенәзлеге
    • Яффа һәм Аскалона графствоһы
    • Трансиордания — Крака, Монреаль һәм Сент-Авраама синьорияһы
    • Сидона синьорияһы

Бынан тыш Лузиньяндарҙың дворян заты бер ни тиклем вакыт Килийск батшалығы менән дә идара итә.

Кипр һәм Византия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

3-сө тәре йөрөтөүселәр походы ваҡытында король Ричард Арыҫлан Йөрәк яңылыш Кипрға эләгә. Урындағы идара итеүсе Исаак I, Ричардтан күрҡҡан, шуға Лимоссо алдында бариккада төҙөргә бойороҡ бирә. Унда ул үҙенең кәләшен таба, алдан ул ҡатын яңылыш бында килеп туҡтаған, уны Иссак әсир итә һәм Англия короленың уны ебәреү һорауына баш тарта. Баррикадалар, киприоттарҙың уҡтарынан йәшереп, Ричардтың атыусыларына ярҙам ғына иттеләр, һәм Лимоссо икенсе көнөндә ҡолай. Ричард, айҙан әҙерәк ваҡыт үткәс, (6 май — 1 июнь 1191 года) барлыҡ утраүҙы кулға ала һәм һуңынан Иерусалим короленә Ги I- сегә 100 мең маркаға һата. Шулай итеп, Кипр дәүләте нигеҙләнә, уның менән 1489 йылға тиклем Иерусалимдың ҡыуып төшөрөлгән вариҫтары идар иткәндәр, бынан һуң, королева Катерина, ике тиҫтә йыл үтраүҙы кушырға тырышаҡандан һуң Венеция Республикаһына васыят итеп ҡалдыра, .

4-се тәре йөрөтөүселәр походы ваҡытында, Византия империяһын өлөшләтә баҫып алып, тәре йөрөтөүселәр унда биш дәүләт нигеҙләй:

  • Латин империяһы
  • Фессалониктар короллеге
  • Афин герцоглығы
  • Ахейск кенәзләге
  • Негропонта сеньорияһы

Бынан башҡа, Эгей диңгеҙенең үтрауҙарында Венецияла йәшәгән кешеләр Архипелаг герцегствоһын нигеҙләйҙәр (йәки Наксос герцогствоһы).

Был дәүләттәр грек дәүләттәренең— Византия вариҫтарының һөжүмдәре менән осрашалар. Фессалониктар һәм Латин империяһы гректар менән 1261 йылда кире тартып алына. Был ерҙәр XV быуатта Осман иперияһы менән ҡулға алынғансы, тәре йөрөтөүселәрҙең вариҫтары Афиналарҙа һәм Пелопоннестарҙа идара итеүҙәрен дауам итәләр.

Ер — ара диңгеҙе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рухи-рыцарь госпитальерҙар ордены 1310 йылда Родос утрауында һәм бер нисә икенсе Эгей утрауында нигеҙләнгән. 1522 йылда Мальтаға төрөк-ғосмандар менән ҡыуылған.

Пруссия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Замок Мариенбург — Тевтон орденының Бөйөк магистры (гроссмейстеры) резиденцияһы һәм Пруссиялағы орден дәүләтенең баш ҡалаһы.

Тәре йөрөтөүселәр үҙҙәренең иң оҙаҡ йәшәгән дәүләтен көнсығыш Европала төҙөгән. 1217 йылда Рим папаһы Гонорий III мәжүси-прустарға ҡаршы походҡа сыға, ә 1225 йылда Польша кенәзе Конрад Мазовецкий үҙенең рыцарҙары менән, тынғыһыҙ күршеләргә ҡаршы торорға таяныс эҙләп, Тевтон орденын саҡырған. XIII быуат барышында орден, прустарҙың ерҙәрен генә түгел, әле генә союзник булғандарҙың — поляктарҙың ерҙәрен дә тартып алған. Был территорияла, тәүҙә Мариенбург исемле баш ҡала менән (хәҙерге Мальборк Польшала), һуңынан — Кёнигсбергта (хәҙерге — Калининград Рәсәйҙә), католик теократик дәүләт барлыҡҡа килгән.

XV быуатта ордендың бөлгөнлөгө башлана. 1410 йылда берләшәкән польша — литва ғәскәренән еңелә. Ниһәйәт, бер нисә еңелеүҙәрҙән һуң, 1525 йылдың 8 апрелендә Тевтон орденының һуңғы гроссмейстеры орден дәүләтенең ликвидацияһы һәм үҙенең территорияһында Польшаға бойондороҡло Пруссия герцогствоһын төҙөү тураһында актҡа ҡул ҡуя.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иерусалим короллеге
  • Антиох кенәзлеге
  • Эдесс графлығы
  • Триполи графлығы
  • Кипр короллеге
  • Латин империяһы
  • Ахей кенәзлеге
  • Афин герцоглығы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]