Граждандар һуғышы бәйете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Граждандар һуғышы бәйете
Жанр бәйет[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1981

Граждандар һуғышы бәйете йәки (Ике туған) — фажиғәлеккә нигеҙләнгән көйлө бәйет.

Информанттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 йылда Әлшәй районы Ташлы ауылы 80 йәшлек Шоңҡаров Миңнеәхмәт Шәйәхмәт улының ҡулъяҙмаһынан Н. Д. Шоңҡаров күсереп алған[1].

2008 йылда нәшер ителгән «Дәүләкән ынйылары» фольклор йыйынтығына «Ике туған» исеме менән ингән варианты китап авторҙары тарафынан Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе Мәжитова Хөсниямал Әхмәҙи ҡыҙынан (1924 йылғы) яҙып алына[2].

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Октябрь түңкәрелеше арҡаһында донъяның буталсыҡ төҫ алыуын сағылдыра. Бәйетсе бының өсөн миҫалдар килтереп тормай, бары ошо түңкәрелештең, социаль проблемаларҙан тыш, әхләҡи-мораль проблемаларҙы ла ҡатмарлаштырыуына иғтибар иттерә. Революция синыфтарҙы ғына түгел, бер туған ағай-эне лә ҡапма-ҡаршы ҡуя: береһе — ҡыҙылдар, икенсеһе — аҡтар яҡлы ике ағай атыша[1].

Варианттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ике туған» [2]


Граждандар һуғышы бәйете [1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәйет;

Саҡ-Суҡ (бәйет)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 71; 91—92-се б.б..
  2. 2,0 2,1 А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 256—257-се б.б..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 256—257-се б.б..
  • Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 71; 91—92-се б.б..