Эстәлеккә күсергә

Грамматикализация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грамматикализация
Ҡайҙа өйрәнелә тел ғилеме һәм социолингвистика[d]

Грамматикализа́ция — тел эволюцияһы барышында һүҙҙәрҙең грамматик күрһәткестәргә әйләнеп китеүенән торған тел үҙгәреше. «Грамматикализация» термины А. Мейе тарафынан 1912 йылда индерелә. Грамматикализация күренеше 1980-се йылдарҙан алып әүҙем өйрәнелә. Төп хеҙмәттәрҙе Б. Хайне, К. Леман, Дж. Байби яҙған.

Грамматикализацияның механизмдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грамматикализация — киң төшөнсә, шунлыҡтан лингвистикала грамматикализацияның аныҡ механизмдары айырыла, улар араһында семантик төҫһөҙләнеү (ингл. semantic bleaching), фонетик эрозия (ингл. phonetic erosion), морфологик редукция (ингл. morphological reduction) һәм облигаторизация (ингл. obligatorification), йәғни һүҙформа йә конструкция күрһәткесенең мотлаҡҡа әйләнеүе, кеүек механизмдар бар.