Грачёв Иван Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Грачёв Иван Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Рәсәй, Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 20 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Ерләнгән урыны Чернигов районы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Грачев Иван Николаевич (19031943) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сержанты,  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Грачев 1903 йылда  Верхнеугличино ауылы (хәҙер — Ҡырмыҫҡалы районыБашҡортостан) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл хужалығын етәкләүсе хеҙмәткәрҙәр курсын тамамлап, шул уҡ районда «Ҡарламан» совхозында сусҡа фермаһы мөдире булып эшләй, һуңынан Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районында 8 март исемендәге совхоз директоры урынбаҫары була.  1941 йылдың июлендә Эшсе - крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылдың сентябрендә —  Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнаша. 1942 йылда ауыр яралана. Сержант Грачев Иван 13-сө Үҙәк армия 74-се уҡсылар дивизияһының 78-се уҡсылар полкы отделениеһы менән командалыҡ итә.  Днестр өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 23 сентябрендә Грачев үҙенең батальонында беренсе булып Белорус ССР-ының Гомель өлкәһе Брагин районы Комарин ҡасабаһы эргәһендә  Днепр аша сығып һәм, дошманға  50 метр тирәһе яҡынлашып, уның оборонаһы тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр йыя һәм командованиеға еткерә, был Днепрҙы уңышлы аша сығыуға булышлыҡ итә. Плацдарм өсөн яуҙа Грачев яугирҙәрҙе үҙенең артынан эйәртә, шәхсән дошмандың ике пулемет нөктәһен юҡ итә. һуғыштарҙың береһендә  ауыр яралана һәм госпиталгә оҙатыла.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрендәге указы менән  «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы  һәм батырлығы өсөн» сержант Грачев Иван  Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була[2][3].

1943 йылдың 20 октябрендә госпиталдә вафат була, Украинаның Чернигов өлкәһенең Чернигов районы Ковпыта ауылында туғандар зыяратында ерләнә.

Ленин ордены менән бүләкләнә.

Грачев хөрмәтенә Ковпыта ауылында  урам аталған. Йәрмәкәй ауылында уның бюсы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Грачёв Иван Николаевич. «Герои страны» сайты.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 11, л. 570, 571)
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 8)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 4. Уфа, 1979.