Грекова Анастасия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Грекова Анастасия Ивановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 24 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (96 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Баҡалы районы, Киләй ауыл Советы (Баҡалы районы), Үмәр
Һөнәр төрө ғалим, иҡтисадсы
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]

Грекова Анастасия Ивановна (24 ноябрь 1923 йыл) — иҡтисадсы, ғалим, университет уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1978). РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анастасия Ивановна Грекова 1923 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Үмәр ауылында (хәҙер Башҡортостандың Баҡалы районы) тыуған үҫкән. 1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Артабан уның хеҙмәт юлы партия эше менән бәйле була. 1960 йылда ул КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһында (Мәскәү) белемен камиллаштыра. 1953—1956 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге 3 йыллыҡ өлкә партия мәктәбендә (Өфө) уҡыта. 1960 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй, бер үк ваҡытта 1966—1969 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыта; 1972—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында фәнни эштәр буйынса проректор вазифаһында эшләй[1].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. Н. Грекованың фәнни тикшеренеүҙәре социализмда рента мөнәсәбәттәренә, киңәйтелгән яңыртып етештереү проблемаларына, колхоз производствоһын иҡтисади дәртләндереүгә арналған.

50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Төп ғилми хеҙмәттәре:

  • Материальное стимулирование развития колхозного производства. Уфа, 1962;
  • Экономические стимулы повышения доходов колхозов. Уфа, 1966;
  • Вопросы выравнивания экономических условий повышения доходов в колхозах. Уфа, 1972.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984);

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]