Греков Сергей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сергей Николаевич Греков
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәт Башлығы
Флаг
 15 ғинуар 2021 алып
(Вазифа башҡарыусы: 16 декабрь 2020 — 15 ғинуар 2021)
Президент: Владимир Путин
Алдан килеүсе: Өлфәт Мостафин
 
Тыуған: 3 сентябрь 1968 йыл (52 йәш)
Ишембай, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй
Балалары: 4 улы һәм 3 ҡыҙы
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Г.В. Плеханов исемендәге РИУ

Сергей Николаевич Греков (тыу. 3 сентябрь 1968(19680903), Ишембай, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм эшҡыуар. 2021 йылдың 15 ғинуарынан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Башлығы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Греков 1968 йылдың 3 сентябрендә Ишембайҙа тыуған[1].

Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын тамамлаған.

1987—1989 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1993 йылдың 1 июленән 1994 йылдың 29 авгусына тиклем «Нефтегазсервис» акционерҙар йәмғиәтендә инженер булып эшләй.

1994—1999 йылдарҙа— «Нефтегазснаб» акционерҙар йәмғиәтендә инженер..

1999 йылдың 16 ноябренән 2000 йылдың 31 ғинуарына тиклем— «Фалько» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә инженер.

2000—2004 йылдарҙа — «ГазТехРесурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә әйҙәүсе инженер, генераль директор, техник директор.

2004 йылдың 22 ғинуарынан 2005 йылдың 3 октябренә тиклем — «Баштрансгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матди-техник тәьминәте буйынса генераль директор кәңәшсеһе.

2005—2011 йылдарҙа йәнә «ГазТехРесурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. 2005 йылдан 2008 йылға тиклем — генераль директор урынбаҫары. 2008 йылдан 2011 йылға тиклем — генераль директор.

2011 йылдың 1 мартынан 2014 йылдың 23 мартына тиклем «Ишембай икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һатыу буйынса менеджер булып эшләй. 2014 йылдың 23 мартынан 2015 йылдың 13 февраленә тиклем — «Ишембай икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисади кәңәшсеһе.

Шулай уҡ 2012—2015 йылдарҙа «Инновацион-производство үҙәге „Пилот“» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә берлектәге йүнәлештәр буйынса генераль директоры була. 2015 йылдың 16 февраленән 2017 йылдың 8 октябренә тиклем — генераль директор, 2017 йылдың 9 октябренән 12 апреленә тиклем — проекттар етәксеһе.

2019 йылдың 13 апреленән 2020 йылдың 30 июненә тиклем «„НефтеХимПром УГНТУ“ бәләкәй инновацион предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә — техник директор.

Шулай уҡ 2019—2020 йылдарҙа «Бәләкәй нефть компанияһы „Ишимбайнефтегаз“» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә — башҡарма директоры була.

2020 йылдың 16 декабренән алып Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.

2021 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Башлығы итеп һайлана[2][3].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ғаиләлә ете бала: дүрт улы һәм өс ҡыҙы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]