Грек католиктары митрополиттары һарайы (Львов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Грек католиктары митрополиттары һарайы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1762
Дәүләт Украина
Административ-территориаль берәмек Львов
Архитектор Q12110410?
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d]
Урамда урынлашҡан площадь Святого Юра[d]
Commons-logo.svg Грек католиктары митрополиттары һарайы (Львов) Викимилектә

Грек католик митрополиттары һарайыЛьвов (Украина) ҡалаһында архитектура ҡомартҡыһы. Изге Юра майҙанында, Святоюрский соборы ҡаршыһында урынлашҡан. XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы һарай архитектураһы өлгөһө, үҙендә берләштерә һуңғы барокко менән классицизм элементтарын берләштерә.

Грек католик митрополиттары палатаһы 17611762 йылдарҙа архитектора К. Фессингер проекты буйынса XVI быуат ағас һарай урынына төҙөлә. XIX быуат башында митрополит палаталары реставрациялана. Уларҙың көнбайыш фасады алдында стена менән уратып алынған митрополит баҡсаһы һәм сәскә баҡсаһы булдырыла. Һарай бинаһының көнсығыш яғын түр ихата биләй.

Бина айырым тора, ул кирбестән, ике ҡатлы, планында тура мөйөшлө, төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙылған. Ҡыйығы дүрт яҡлы. Фасадтары ризалит менән биҙәлгән, үҙәк ризалит портик менән биҙәлгән һәм герблы фронтон менән тамамланған, ҡабырға ризалиттары пилястралар менән биҙәлгән. Яҫы пилястралар, шулай уҡ фронтон мөйөшөн һәм люкарналарҙы тамамлаусы вазалар ҡулланыу архитектор К. Фессингер өсөн хас.

Интерьерында рәссам С. Градолевский һәм С. Угницкий башҡарған XVIII быуат стена һынлы сәнғәтенең фрагменттары һаҡланған.

Униат сиркәүе эшмәкәрлеген тергеҙеү менән 1991 йылда һарай яңынан 2001 йылда кардинал Мирослав Любачевскийҙың — митрополиттың резиденцияһы була. Ишек янында митрополит Андрей Шептицкийҙың мемориаль плитаһы ҡуйыла (скульптор Ярослав Мотыга, 1991). Һарай 2001 йылда рим папаһы Иоанн Павел ІІ Львовҡа сәфәре ваҡытында уның резиденцияһы була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Памятники градостроительства и архитектуры Украинской ССР. Киев: Будивельник, 1983—1986. Том 3, с. 93.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]