Грек урамы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Грек урамы
Фотография
Дөйөм мәғлүмәт
Элекке исемдәре

III Интернационал урамы
Грек урамы.
Сауҙагәр урамы.
Петербург урамы.
Беренсе буй урам

Оҙонлоғо

2165 м

Почта индексы

347900

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да


Грек урамы — Таганрог ҡалаһы үҙәгендәге төп тарихи урамдарҙың береһе.

Комсомол бульвары һәм Малосадов тыҡрығы араһында, Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына терәлеп тора. Оҙонлоғо 2165 м. Йорт һандары Комсомол бульварынан башлана.

1923 йылда Грек урамына III Интернационал урамы исеме бирелә. Элекке атамаһы 70 йылдан һуң кире ҡайтарыла.

Урамда урынлашҡан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡала шахмат клубы «Досуг» — Грек урамы, 37.
  • Ҡала башлығы Папков йорто. Ул йортта император Александр I вафат булған — Грек урамы, 40.
  • Рәсәй ауыл хужалығының Таганрог күргәҙмә залы — Грек урамы, 48.
  • Аверьино йорто — Грек урамы, 50.
  • Изге Константин һәм Елена сиркәүе (юҡ ителгән, хәҙерге ваҡытта күп фатирлы торлаҡ йорт) — Грек урамы, 54.
  • Чайковский йорто — Грек урамы, 56.
  • Ноталар китапханаһы — Грек урамы, 56.
  • Пушкин исемендәге яр буйы таш баҫҡыстары.
  • Боронғо ҡояш сәғәттәре.
  • Таганрог ҡала милке менән идара итеү комитеты — Грек урамы, 58.
  • Паласов йорто — Грек урамы, 61.
  • Перелешин йорто — Грек урамы, 63.
  • Сербиненко йорто — Грек урамы, 71.
  • Поганат йорто — Грек урамы, 83.
  • Таганрог ҡаҙнасылыҡ йорто — Грек урамы, 86.
  • "Таганрогская правда" гәзите редакцияһы — Грек урамы, 90.
  • Маврокордато Йорто — Грек урамы, 101.
  • Камбаров йорто — Грек урамы, 102.
  • Рәсәй федераль именлек хеҙмәте хакимлығының Ростов өлкәһе Таганрог бүлеге— Грек урамы, 103/3.
  • 2-се Ҡала дауаханаһы — Грек урамы, 104.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с. — ISBN 978-5-902450-13-9.
  • Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. — 624 с. — ISBN 5-88040-017-4.