Грецияның сәнәғәт тимер юлдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грецияның сәнәғәт тимер юлдары
Дәүләт  Греция
Ширина колеи колея 1000 мм[d]
Карта
 Грецияның сәнәғәт тимер юлдары Викимилектә

Грецияла махсус рәүештә тау сәнәғәте һәм эре эшкәртеүсе предприятиеларҙың ихтыяждары өсөн сәнәғәт тимер юлдары селтәре булдырыла. Эре цехтарҙы төҙөгән ваҡытта ла шулай уҡ ваҡытлыса юлдар ҡорола. Сәнәғәт тимер юлдарында колея киңлеге 1000 мм (1 метрлы колея) йәки 600 мм (тар колеялы тимер юлы) була[1]. Атап әйткәндә, түбәндәге предприятиелар ҡуллана был юлдарҙы:

  • Аливери (инг.)баш.: электр станцияһы, колеяһы 1000 мм
  • Птолемаис: ҡала электр станцияһы һәм LIPTOL станцияһы, колеяһы — 900 мм
  • Волос: кирбес, «Цалапатас» черепицаһы етештереү буйынса цех, колеяһы 600 мм. Әлеге ваҡытта цехтар сәнәғәт музейына әйләндерелгән, ундағы экспонаттар араһында — Decauville паровозы һәм вагонгондар.
  • Эретрия: хром сығарылыусы шахталар, колеяһы 600 мм, Ригионда өлөшләтә Фессалий тимер юлдары менән киҫешә.
  • Лаврион: шахталар, 1000 мм колеялы, железной дорогой Афины — Лаврион (инг.)баш. тимер юлдары менән тоташа, тар 600 мм колеялы һәм махсус 550 мм колеялы юлдар менән.
  • Диониссос: мәриәр сығарыусы English Marble Company компанияһы, 1000 мм һәм 600 мм колеялы, железной дорогой Лаврионская площадь — Строфили (инг.)баш.
  • Ларимна: LARCO никель рудниктары .
  • Ираклион һәм Ксиропотамос: 1922—1934 йылдарҙа Ираклион порты төҙөлөшөндә.

Шахта тимер юлдары һәм Аливери электр станцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аливери электр станцияһының тимер юл селтәрҙәре шахталарҙан һоро күмерҙе диңгеҙ буйында урышлашҡан электр станцияһына ташыу өсөн ҡулланыла, станция диңгеҙ һыуын механизмдарҙы һыуытыу өсөн файҙалана. 1 метр колеялы тимер юлын 1958 йылда Грецияның Дәүләт энергетика корпорацияһы 600 мм-лы тимер юл селтәре урынына төҙөй һәм аҙағыраҡ был селтәр ҙең дөйөм оҙонлоғо 22 километрға тиклем етә. Һоро күмер илдең уртаһында урынлашҡан шахталарҙан электр станцияһына ташыла; шулай уҡ күмер сығарыу зонаһынан тупланған дары ла ташыла. Был юлдар буйлап биш Jung паровозы йөрөй, 1980 йылда улар Nippon Saryo дизель локомотивтарына (4 дана) һәм Diema (бер дана) алмаштырыла. Orenstein & Koppel (инг.)баш. 1958 йылда етештергән маневр локомотивы ҡорос төҙөлөш материалдарын ташыу өсөн файҙаланыла. Был тимер юл селтәре 1988 йылға тиклем — электр станцияһы ауырыраҡ яғыулыҡҡа күскәнгә һәм шахталар ябылғанға тиклем даими эшләй[2].

Шахталар зонаһында һоро күмер 600 мм-лы тимер юлдар буйлап Decauville паровоздары ярҙамында составтар менән ташыла. Артабан был юл электрлаштырыла, һуңынан был юлдарҙа AEG EL5 тибындағы өс локомотив һәм AEG EL6 тибындағы өс локомотив йөрөй. 1970-се йылдарҙа туннелдәргә һыу тултырыла, ә күмер ер өҫтөнөн сығарыла. Әлеге ваҡытта Nippon Saryo локомативтарының береһен Велестинола Фессалий тимер юлдарының ташландыҡ участкаларын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән EMOS йәмғиәте ҡуллана.

Птолемаис тимер юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Птолемаис иҡтисады һоро күмер сығарыуға нигеҙләнә. AEVAL (ашлама), Грецияның Дәүләт энергетика корпорацияһы һәм LIPTOL (электр энергияһын, һоро күмерҙе онтаҡ рәүешендә йәки кирбес формаһында етештереүсе) иң эре етештереүселәр була. Аминтайола стандарт тимер юлы төҙөлә, унан тимер юлы Козанға табан һуҙыла, артабан инде был юл Агиос-Димитриос электр станцияһына, артабан Команос станцияһына һәм Птолемаис янындағы башҡа электр станцияларына барып етә.

Бынан тыш, махсус 900 мм-лы шахта тимер юлы ҡулланыла, ул сәнәғәт ҡулланыусылары ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн файҙаланылған Төньяҡ һәм Көнбайыш һоро күмер сығарыу участкаларын тоташтыра. Бында 760 квт ҡеүәтенә эйә булған 12 Bo-Во локомотивы (EL 4 тибындағы) һәм В тибындағы дүрт маневр локомотивы ҡулланыла[3]. Һоро күмер запастары бөткәс, юлды ябалар, хәҙерге ваҡытта яңы участкаларҙа таҫма конвейерҙарсистемаһы эшләй .

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Грецияла транспорт тимер юлы
  • Шахта электровозы
  • Decauville (инг.)баш.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. I. Zartaloudis, D. Karatolos, D. Koutelidis, G. Nathenas, S. Fasoulas, A. Filippoupolitis, A. Οι Ελληνικοί Σιδηρόδρομοι (Hellenic Railways). — Μίλητος (Militos), 1997. — P. 290–299. — ISBN 960-8460-07-7.
  2. .
  3. I. Zartaloudis, D. Karatolos, D. Koutelidis, G. Nathenas, S. Fasoulas, A. Filippoupolitis, A. Οι Ελληνικοί Σιδηρόδρομοι (Hellenic Railways). — Μίλητος (Militos), 1997. — P. 297–298. — ISBN 960-8460-07-7.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Organ, J. Narrow Gauge Greece. — Press Middleton, 2006. — ISBN 1-904474-72-1.
  • Simms, F. W. railways of The Greece. — F. Wilfried Sims, 1997. — ISBN 0-9528881-1-4.