Греция халҡы
Греция халҡы мәҡәләһе Грецияла демографик хәл тураһында мәғлүмәт бирә. Ул халыҡ тығыҙлығын, милли составын, мәҙәнилеген, халҡының сәләмәтлеген, иҡтисади хәлен, дини конфессияларын һ. б. һүрәтләй.
Материк Грецияның хәҙерге эллин этносы Сәлжүк дәүләтенең мосолман йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә, Сәлжүктәр XV быуатта Греция биләмәһенә арнауттарҙы күсерә (ул ваҡытта улар Греция халҡының күпселек өлөшөн тәшкил итә). Был ваҡытта православие ҡабул иткән арнауттар, бигерәк тә гректарға мәҙәни планда яҡын була. Бер ни тиклем албандарҙың, һуңыраҡ төрөктәрҙең иммиграцияһына гректарҙың, урындағы идара башлыҡтары тарафынан ҡотҡо һалына, улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һуғыштан һуң эпидимияларға дусар булған һәм бөлгөнлөккә төшкән төбәктәрҙең иҡтисадын тергеҙеү маҡсатында алдбандарҙың иммграцияһын файҙаланырға ынтыла. Арнауттарҙың Грецияла күплегенә бәйле айырым этнографтар, ысын мәғәнәһендә гректар — боронғо гректарҙың вариҫтары — Византия империяһы бөлгөнлөккә төшкән осорҙа юҡ ителә, ә хәҙерге гректар йәнәһе урта быуат албандарҙан барлыҡҡа килгән тип яңылыш хәбәр итә. Ғосман Империяһы Балкан ярымутаруҙарына баҫҡынсылыҡты дауам итә, XIX быуатта ғосман халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Греция халҡының дүрттән бер өлөшөн гректар, шул уҡ кимәлдә арнауттар һәм мосолман албандар, яртыһынан әҙерәген төрөктәр, болғарҙар, македондар, йәһүдтәр һәм әрмәндәр биләй.
2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Евростат» ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса Грецияла 11 295 002 кеше йәшәй[2], был күрһәткес буйынса Греция донъяла 74-се урында тора. Һуңғы тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу Грецияла 2011 йылда үтә[3].
Греция халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Халыҡ |
---|---|
10000 б.э. тиклем | 100 000 |
1500-гә б.э.тиклем. | 1 500 000 |
1000 б.э. тиклем | 1 000 000 |
500 б.э. тиклем | 10 000 000 |
400 б.э. тиклем | 8 000 000 |
200 б.э. тиклем | 4 000 000 |
1 | 2 000 000 |
150 | 4 000 000 |
400 | 2 000 000 |
500 | 1 000 000 |
1000 | 1 000 000 |
1500 | 1 000 000 |
1600 | 1 500 000 |
1700 | 1 500 000 |
1710 | 1 568 000 |
1720 | 1 635 1000 |
1730 | 1 703 000 |
1740 | 1 771 000 |
1750 | 1 838 000 |
1760 | 1 906 000 |
1770 | 1 974 000 |
1780 | 2 041 000 |
1790 | 2 109 000 |
1800 | 2 177 000 |
1810 | 2 244 000 |
1820 | 2 312 000 |
1830 | 2 534 000 |
1840 | 2 777 000 |
1850 | 3 044 000 |
1860 | 3 336 000 |
1870 | 3 657 000 |
1880 | 4 049 000 |
1890 | 4 482 000 |
1900 | 4 962 000 |
1910 | 5 320 000 |
1920 | 5 016 900 |
1930 | 6 387 100 |
1940 | 7 344 900 |
1950 | 7 566 028 |
1960 | 8 327 405 |
1970 | 8 792 806 |
1980 | 9 642 505 |
1990 | 10 603 129 |
2000 | 10 559 110 |
2017 | 10 979 846[4] |
2050 (прогноз) | 8 756 000 |
2100 (прогноз) | 5 678 000 |
Халыҡтың йәш структураһы (2008)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 0-14 йәш — 14,3 %
- 15-64 йәш — 66,6 %
- 65 йәштән өлкәндәр — 19,1 %
Уртаса йәш 41,5 йәш. Ирҙәр — 40,4 йәш, ҡатын- ҡыҙ — 42,6 йәш
Халыҡ артымы (2008)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда — 0,146 % — .
- Тыуым — 1000 кешегә 9,54;
- Үлем — 1000 кешегә 10,42;
- 1 ҡатынға 1,36 бала
Бала үлеме күрһәткестәре (2008)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1000 тыуған балаға 5,25;
- малайҙар — 1000 тыуған малайға 5,77;
- ҡыҙҙар — 1000 тыуған ҡыҙға 4,7;
Ғүмер оҙонлоғо (2008)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дөйөм — 79,52 йәш
- Ирҙәр — 76,98 йәш
- Ҡатын-ҡыҙҙар — 82,21 йәш
Этник төркөмдәр (2001)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этнос | Халҡы | % |
---|---|---|
Гректар | 9,090,560 | 85.76 |
Албандар | 1,305,920 | 12.32 |
Болгарҙар | 43,981 | 0.39 |
Румындар | 25,375 | 0.23 |
Украиндар | 19,785 | 0.18 |
Пакистандар | 15,830 | 0.14 |
Рустар | 13,635 | 0.12 |
Грузиндар | 13,254 | 0.12 |
Һиндтар | 10,043 | 0.09 |
Башҡалар | 72,413 | 0.65 |
Халыҡтың грамоталылығы (2001 йылға)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- дөйөм — 96 %
- ирҙәр — 97,8 %
- ҡатын- ҡыҙҙар — 94,2 процент
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә дини конфессиялар араһында Грецияла Эллада православие сиркәүе өҫтөнлөк итә, ә православие Грецияның Конституцияһы буйынса хакимлыҡ иткән дин тип таныла. Һуңғы ваҡытта бөтә граждандар өсөн дин тотоу ирке гарантиялана.
Грек милли статистика хеҙмәте граждандарҙың дини сығышы буйынса рәсми статистика алып бармай, әммә Дәүләт департаменты күрһәткестәре буйынса 98 % граждандар үҙҙәрен берҙәй православие динендә тип таный[5]. Евростат социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса 2005 йылда 81 % гректар аллаға ышаныуҙарын белдерә, был Мальта һәм Кипрҙан ҡала, Европа союзы илдәре араһында өсөнсө күрһәткес була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 1,27 1,28 1,29 1,30 1,31 1,32 1,33 1,34 1,35 1,36 1,37 1,38 1,39 1,40 1,41 1,42 1,43 1,44 1,45 1,46 1,47 1,48 1,49 1,50 1,51 1,52 1,53 1,54 1,55 1,56 1,57 1,58 1,59 1,60 1,61 1,62 1,63 1,64 1,65 1,66 1,67 1,68 1,69 1,70 1,71 http://data.un.org/Data.aspx?d=PopDiv&f=variableID%3a65
- ↑ Total population . Eurostat (1 ғинуар 2010). Дата обращения: 8 ғинуар 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Δείτε τη Διοικητική Διαίρεση (билдәһеҙ). Hellenic Interior Ministry. www.ypes.gr. Дата обращения: 9 сентябрь 2009. Архивировано 17 март 2012 года.
- ↑ [1] 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Религия в Греции 2009 йыл 18 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Греция халҡы Викимилектә |