Грибанов Евгений Никитич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Грибанов Евгений Никитич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 21 июнь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Омск ҡалаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 март 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (45 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик, университет уҡытыусыһы
Эш биреүсе Өфө физика институты
Башҡорт дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме ғалим[d] һәм профессор[d]

Грибанов Евгений Никитич (21 июнь 1895, Омск — 20 март 1941 йыл, Өфө) — ғалим-физик, профессор, К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты физика-математика факультеты деканы, шулай уҡ Өфө физика институты уҡытыусыһы һәм Башҡорт дәүләт медицина инстиутының физика кафедраһы мөдире.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгений Никитич Грибанов 1895 йылдың 21 июнендә Омск ҡалаһында ауыл хужалығы академияһы профессоры ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә, уны 1918 йылда тамамлай. Бынан һуң Красноярск ҡалаһына күсенә, күпмелер ваҡыт ауыл хужалығы политехникумында уҡыта. Атылыу ҡурҡынысы аҫтында Грибанов көнсығышҡа сигенгән Аҡ армия сафына алына, ләкин ылауҙа иҫәпләнә һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай. 1923 йылдан Өфөлә Өфө физика институты һәм Башҡорт дәүләт медицина институтының физика кафедраһында уҡыта, унда 1932 йылдан физика кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. 1937 йылдан "Красная Башкирия", "Правда" һәм "Комсомольская правда" гәзиттәрендә Грибановты йәшерен эшмәкәрлектә һәм университетта ерле милли кадрҙарҙың үҫешенә ҡаршы тороуға ғәйепләүсе ҡайһы бер ялған мәҡәләләр баҫылып сыға. Евгений Никитич 1941 йылдың март айында вафат була һәм 45 йәшендә Өфө ҡалаһының Сергий зыяратында ерләнә[1].

Уҡытыусы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө ҡалаһына күсеп килгәндән һуң К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) уҡытыусы булып эшләй[2]. 1930 йылдан Е. Н. Грибанов – физика кафедраһы доценты һәм мөдире, Өфө физика институтының IV физика бүлеге етәксеһе, Өфө электрофизика лабораторияһының ғилми етәксеһе. 1932 йылда РСФСР Халыҡ Һаулыҡ һаҡлау комитеты уны профессор итеп раҫлай. Бер үк ваҡытта Өфө физика институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты) уҡыта, бында 1932 йылда физика кафедраһын ойоштора һәм 1939 йылға тиклем уның мөдире була[3].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грибановтың фәнни эшмәкәрлеге электроника, тәбиғи мөхиттең радиоактивлығы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр менән бәйле, шулай уҡ башҡа өлкәләрҙә лә ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтерергә тырыша. Евгений Никитич электрондарҙың металл өҫлөгөнән сығыуын билдәләү, һыу-нефть эмульсияларын дегидратациялау өсөн юғары йышлыклы тирбәнештәрҙе ҡулланыу ысулын тәҡдим итә, шулай уҡ ҡыҫҡа тулҡынлы нурланыштарҙың нефттәге парафиндар окисләнеүе процесына тәьҫирен тикшерә, Урал аръяғы кварцтарының пьезоэлектрик үҙенсәлектәрен өйрәнә. Башҡортостанда һауаның, тупраҡтың һәм һыуҙың радиоактивлығын тикшереү идеяһы тап уға ҡарай, өҫтәүенә, беренсе ынтылыштар 1924 йылда ҡабул ителә. Бынан тыш Е.Н. Грибанов электрон лампаларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу маҡсатында активлаштырылған катодтар менән тергеҙеүҙең бер нисә ысулын эшләй. Шулай уҡ Грибанов радиоһәүәҫкәрлеге өлкәһендә ҙур энтузиаст була. 1927 йылдың сентябрендә уның тарафынан ҡеүәтле ҡыҫҡа тулҡынлы тапшырғыс эшләнә, ул Өфө физика инстиутында ҡулланыла, уның ярҙамында Рәсәй һәм сит ил радиоһәүәҫкәрҙәре араһында бәйләнеш булдырыла. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, 1934 йылда радиотехника буйынса дәреслекте ул башҡорт телендә яҙа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ю.В. Ергин, Р. Киндяшев Он стоял у истоков физического образования в Республике Башкортостан (Русский) // Кафедра : Газета. — 2017. — № 5-6. — С. 8-9.
  2. ГРИБАНОВ Евгений Никитич. 14 октябрь 2021 тикшерелгән.
  3. Кафедры. 14 октябрь 2021 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]