Грибоедов каналы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Канал Грибоедова
Урынлашыуы
Ил
Характеристика
Оҙонлоғо5 км
Расход воды3,1—3,4 м³/с
Һыу ағымы
ТамағыФонтанка 
Санкт-Петербург
Красная точка
Грибоедов каналы
 Грибоедов каналы Викимилектә

Грибоедов каналы (1923 йылға тиклем — Екатерина каналы) — Санкт-Петербургта, башланғысын Марс яланындағы Мойка йылғаһынан алып Кесе Калинкин күпере янындағы Фонтанка йылғаһына ҡойған канал. Каналдың оҙонлоғо — 5 км, киңлеге — 32 метр, тәрәнлеге — 3,5 м тиклем, урта һыу сығымы — 3,1—3,4 м³/с тәшкил итә. Топонимы шулай уҡ Грибоедов каналы яры буйы булараҡ ҡулланыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канал Кривуша йылғаһы үҙәне буйлап һалынған (икенсе исеме — Тын йылға), үҙенең башланғысын һаҙлыҡлы батҡаҡтан ала. Тәүҙә Екатерина исемен йөрөтә — императрица Екатерина II хөрмәтенә аталған, канал уның хакимлығы ваҡытында төҙөлгән.

1735 йылда Вознесенский проспекты үҙәге буйлап ағастан Вознесенский күпере төҙөлә.

Кривуша йылғаһы буйында 1737 йылда төҙөлөштәр башлана, бында диңгеҙ ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренә ер участкалары бирелә башлай. Башта уң ярында төҙөлә. Хужа бурысына ярҙарҙы тәртипкә килтереү, уны ағас менән нығытыу инә. Йорттар төҙөү өсөн ағас йылға үҙәне буйынын ҡырҡылған, әммә батша указы менән имәнде, саған һәм йүкәне бында ҡырҡыу тыйылған. Әгәр ағастар төҙөлөш урынында булһа, уларҙы баҡсаларға күсереп ултыртырға тейеш булғандар.

1739 йылда Кривуша йылғаһы башы Мойка менән берләштерелә. 17641790 йылдарҙа төбө тәрәнәйтелә, ярҙары нығытыла һәм гранит яр буйҙары ҡорола (төҙөүселәр — инженер И. М. Голенищев-Кутузов, И. Н. Борисов, Ф. В. Баур, К. Ф. Модер).

1923 йылдың 6 октябрендә канал яр буйындағы йорттарҙың береһендә йәшәүсе рус драматургы һәм дипломаты Александр Сергеевич Грибоедов хөрмәтенә уның исеме менән үҙгәртелә[1] һәм Яҙыусы Грибоедов каналы, ә 1931 йылдан башлап — Грибоедов каналы тип атала[2].

Канал уның төҙөкләндереүе менән шөғөлләнгән инженер К. Д. Грибоедов исеме менән бәйле, ә уның аҙашы-драматургтың фамилияһы менән бәйле түгел тигән легенда бар. Легенда топономика буйынса белгестәр тарафынан кире ҡағыла[3][4][5].

1954—1956 йылдарҙа каналдың яр буйы участкаһы Мойканан алып Итальян урамына тиклем гранит менән көпләнә.

Арыҫлан күпере янында Грибоедов каналы
Кокушкин күпере янында Грибоедов каналы
Крюков каналы менән Грибоедов каналының һыу саты

20072008 йылдарҙа канал яр буйының бер яғында Ҡазан күперенән алып Банк күперенә тиклем йүнәтеү эштәре алып барыла. Икенсе, йәйәүлеләр күпере яғына йәнәш торған яғы авария хәлендә ҡала.

2016 йылдың 10 сентябренән яр буйы урамының таҡ һаны яғынан Ҡазан майҙанынан алып Гривцов тыҡрығына тиклем бер яҡлы хәрәкәт индерелә[6].

Географик мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каналдың оҙонлоғо 5 км, киңлеге — 32 метр, тәрәнлеге — 3,5 м, һыуҙың уртаса сығым — 3,1—3,4 м³/с тәшкил итә. Петербургтың башҡа ҡылымыҡтарынан канал үҙенең тар һәм бормалы булыуы менән айырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ҡалып:Книга:Горбачевич К. С., Хабло Е. П.: Почему так названы?
  2. Ҡалып:Книга:Городские имена сегодня и вчера
  3. Ерофеев А. Д., Владимирович А. Г. Легенды, что Чайковский не тот, да и некоторые другие персонажи тоже // Откуда приходят названия : Петербургские улицы, набережные, площади от аннинских указов до постановлений губернатора Полтавченко / Алексей Ерофеев, Алексей Владимирович. — М. : Центрполиграф, 2014. — ISBN 978-5-227-05514-9.
  4. Шерих Д. Ю. Никаких революций! : В чью честь наименованы канал Грибоедова и улица Чайковского? // История Петербурга наизнанку / Дмитрий Шерих. — М. : Центрполиграф, 2014. — (Всё о Санкт-Петербурге). — ISBN 978-5-227-04927-8.
  5. Ансберг О. Н. Шаржи Поля Робера в «Петербургской газете» // Фонтанка : культурно-исторический альманах. — СПб., 2016. — № 19. — С. 55—56.
  6. Введение одностороннего движения в Центральном районе. Дата обращения: 11 ғинуар 2019. 2016 йыл 28 декабрь архивланған. // Сайт ГУ «ДОДД»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вяземский С. М. Канал Грибоедова // Блокнот агитатора. — 1968. — № 24—25.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 445. — 511 с.
  • Ленинград: Путеводитель / Сост.: В. А. Витязева, Б. М. Кириков. — 2-е изд. — Л., 1988. — С. 141—150.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 310. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
  • Кудашев Б. М. По каналу Грибоедова: Путеводитель. — СПб., 1997.
  • Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 39. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
  • Зуев Г. И. Вдоль канала Грибоедова. — М-СПб: Центрполиграф: МиМ-Дельта, 2006. — ISBN 5-9524-2318-3
  • Беляева Г. И. Прогулки по старой Коломне. — М.: Центрполиграф, 2009. — С. 209—227.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]