Рутман Григорий Иосифович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Григорий Иосифович Рутман битенән йүнәлтелде)
Рутман Григорий Иосифович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 февраль 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Стрешин[d], Беларусь
Вафат булған көнө 21 июнь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө химия
Уҡыу йорто Украинский государственный химико-технологический университет[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены СССР дәүләт премияһы

Рутман Григорий Иосифович (22 февраль 1929 йыл — 21 июнь 2001 йыл) — ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Григорий Иосифович Рутман 1929 йылдың 22 февралендә Белорус ССР-ының Гомель өлкәһе Стрешино ауылында тыуған.

1951 йылда  Днепропетровск химия-технология институтын тамамлай.

Эш урындары һәм вазифалары: 1951 йыл Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинатта эшләй. 1961 йылдан алып — Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының баш механигы, 1965 йылдан алып — Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводы (СОПНХЗ) директоры, 1995 йылдан алып — Башҡортостан Республикаһы Инженерлыҡ Академияһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе, 1997 йылдан алып СДПИ-да уҡыта.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: полимерҙар алыу технологияһы, бәләкәй тоннажлы химия продукттары.

Уның ҡатнашлығында синтетик гуттаперча, антиоксиданттар етештереү; полиизопрен, олигопиперилен, түбән молекулалы полиуретановый синтетик каучуктар, универсаль ҡатырыусы уйлап табыла һәм эшкәртелә, каталитик крекинг регенераторы, бутанды дегидрирлау реакторы, спорт ҡоролмалары өсөн һығылмалы яплауҙар полимеры булдырыла.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

22 фәнни хеҙмәт, 220 уйлап табыу авторы 

  • Превращения фенольных оснований Манниха //Журнал прикладной химии. 1991. Т.64. № 1 (соавт.).

Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]