Гасенко Григорий Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Григорий Степанович Гасенко битенән йүнәлтелде)
Григорий Степанович Гасенко
Тыуған көнө:

01.02.1910

Тыуған урыны:

Азов ҡалаһы

Вафат булған көнө:

09.05.1985

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе, Азов ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир

Ижад йылдары:

19551985

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

проза, шиғыр, повесть, хикәйә, очерк, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Дебют:

«На взморье» очеркы(1955)

Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Григо́рий Степа́нович Гасе́нко (1 февраль, 1910 йыл9 май , 1985 йыл) — рус совет яҙыусы-натуралисы һәм шағиры. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910 йылдың 1 февралендә[1] Азов ҡалаһында [2] тыуа. Хеҙмәт биографияһын йөк ташыусы булып башлай, артабан кочегар, ер ҡаҙыусы, арматурсы булып эшләй. Аҙаҡтан,Одесса уҡыу комбинатында уҡып сығып, нормалаусы һөнәренә эйә була. Тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡас, тирмәндә, артабан балыҡ заводында эшләй.

Гасенко тәбиғәт һәм Азов яны кешеләре тураһындағы шиғырҙарын һәм хикәйәләрен һуғышҡа тиклем яҙа башлай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Гасенконы Ҡыҙыл Армияға саҡырып алалар һәм уны инженерҙар ғәскәренә ебәрәләр. Башта сапёр, артабан минёр булған яҙыусы Сталинград һуғышында, Дон, Ҡырым өсөн барған һуғыштарҙа [3]ҡатнаша. Хәрби миҙалдар менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Гасенко Совет Армияһында хеҙмәт итеүен дауам итә, бары тик 1949 йылда ғына демобилизациялана.

Тыуған ҡалаһы Азовҡа ҡайтҡас, караптар төҙөү верфыны эшкә урынлаша һәм унда планлаштырыусы , артабан цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй. Азов диңгеҙенә балыҡсылар менән күп тапҡырҙар балыҡ тоторға сыға. Был уға әҫәрҙәре өсөн күпләп материал тупларға ярҙам итә.

1954 йылда Гасенконы КПСС сафына ҡабул итәләр.

Гасенконың яҙыусылыҡ эше менән әүҙем булыша башлауы 50-се йылдарға ҡарай. 1955 йылда «Дон» журналы уның балыҡсылар тураһындағы «На взморье» һәм артабан «Золотое дно» очерктарын баҫып сығара. Ростов китап нәшриәтендә баҫылған коллектив йыйынтыҡта Гасенконың беренсе «Не по пути» хикәйәһе донъя күрә. 1959 йылда уның балалар өсөн тәбиғәт тураһында яҙылған «Дед Матвей и Вовка» йыйынтығы айырым баҫма булып сыға.

Артабан ул повесть жанрында яҙыуға күсә. Ростов китап нәшриәтендә һәм «Дон» журналында уның «В путь-дорогу дальнюю» (1967), «Живи у нас» (1978), «В туманной дымке», «В буран», «Ильин остров», «Грачиные всполохи», «Шумят топольки», «Журавлиный луг» (1982) повестары нәшер ителә.

Гасенко әҫәрҙәренең төп темаһы – тыуған ергә һөйөү, тыуған тәбиғәтте , балыҡтарҙы һәм һунар йыртҡыс хайуандарын һаҡлау.

Ул шулай уҡ экология темаһына үткер проблемалы очерктар һәм мәҡәләләр яҙа. Гасенконың был эшмәкәрлеге билдәле дон яҙыусылары Антон Геращенко, Алексей Коркищенко, Анатолий Гриценко, Владимир Моложавенко тарафынан ныҡ хуплау таба.

1975 йылда Гасенко СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителә.

Фронтовик яҙыусы Григорий Гасенко Азов ҡалаһында 1985 йылдың 9 майында, Еңеү көнөндә, 76-сы йәшендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
  • миҙалдар

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2010 йылда Н. островский исемендәге китапханала «Собеседник» әҙәбиәт клубының «Литературные портреты» тигән ултырышы үткәрелә. Был ултырыш Григорий Степанович Гасенконың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]