Григорьев Иван Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Григорьев Иван Антонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 17 ноябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Олонецкая губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (39 йәш)
Вафат булған урыны Муезерский район[d], Карелия, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Военный институт КГБ при Совете министров СССР[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Григорьев Иван Антонович (17 ноябрь 1902 йыл31 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәьәк булған яугир, партизан бригадаһы командиры, майор. Карелияла партизандар хәрәкәтен ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең береһе. Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Антонович Григорьев 1902 йылдың 17 ноябрендә Олонец губернаһы Падан ауылында (хәҙерге Карелия Республикаһының Медвежьегорск районына ҡарай) карел крәҫтиәне ғаиләһендә тыуа.

1917—1920 йылдарҙа Мурманск тимер юлының Масельг станцияһының тимер юл депоһында слесарь булып эшләй.

1920 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға китә. 1922 йылдан РКП(б) ағзаһы.

1920—1936 йылдарҙа ВЧК (ОГПУ) органдарында, Карелиялағы сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

1935 йылда ОГПУ-ның Юғары сик буйы мәктәбен тамамлай.

1941 йылдың август айына тиклем Петрозаводск һауа һөжүменә ҡаршы оборона башлығы ярҙамсыһы булып эшләй.

Совет-фин һуғышы башланғанда (1941—1944) өлкән лейтенант Григорьев И. А. «Фашистарҙы туҡма» тигән партизан отрядында взвод командиры булып һуғыша. Немец һәм фин илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның бик мөһим заданиеларын өлгө үтәгәне өсөн Карел фронты ғәскәрҙәре буйынса 1941 йылдың 19 декабрендәге 0119/Н приказға ярашлы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1941 йылдың октябренән — Карел фронтының айырым тәғәйенләнештәге батальоны, 1942 йылдың февраленән — 1-се партизан бригадаһы командиры.

1942 йылдың 29 июненән 25 августҡа тиклем 648 кешенән торған 6 отряд составында 650 километрлы бригада Сегозеро һәм Поросозеро күлдәре буйҙарында дошман тылы буйынса рейд яһай. 1942 йылдың 30 июлендә бригада Сегозеро урмандары районында урынлашҡан була. Бейеклек өсөн көрәштә И. А. Григорьев дүрт тапҡыр яралана, ләкин отряд менән етәкселек итеүҙе дауам итә. Ҡамауҙан сыҡҡанда һәләк була. Үлгәндән һуң Ленин ордены менән бүләкләнә.

Палаты ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөнгө көндә Падан урта мәктәбе И. А. Григорьев исемен йөрөтә. Ауыл урамдарының береһе И. А. Григорьев исеме менән аталған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 1: А — Й. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2007. С. 278—400 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0123-0 (т. 1)
  • Трофимов Ф. Иван Григорьев. [Партизан]. — Петрозаводск, Госиздат КФССР, 1948. — 20 с.
  • Ругоев Я. В. Не ради славы: [Очерк о комбриге И. А. Григорьеве] // Карелия. Годы. Люди: Сб. очерков.. — Петрозаводск: Карельское книжное издательство, 1967. — С. 176—186. — 420 с. — 4000 экз.