Гришенков Анатолий Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гришенков Анатолий Яковлевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаhы, Октябрьский
Уҡыу йорто Һамар дәүләт техник университеты[d]

Гришенков Анатолий Яковлевич (5 август 1944 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдан «Восток» банкының Туймазы филиалы директоры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гришенков Анатолий Яковлевич 1944 йылдың 5 августында Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1969 йылда Куйбышев политехник институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1961 йылда «Октябрьскнефть» нефтепромысль идараһында электромонтер булып башлай. 1970—1973 йылдарҙа, институтты тамамлағас, мастер, «Октябрьскнефть» нефть һәм газ табыу идараһында производствоны автоматлаштырыу буйынса урынбаҫар булып эшләй.

1975—1979 йылдарҙа автоматика һәм телемеханика заводында баш инженер, баш энергетик, «Октябрьскнефть» нефть һәм газ табыу идаралығында партком секретары. 1988—1990 йылдаҙа КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының икенсе секретары. 1990 йылдан «Восток» банкының Туймазы филиалы директоры. [1] Туймазы ҡалаһы 144-се Серафимовка һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]