Гродно дәүләт дин тарихы музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гродно дәүләт дин тарихы музейы
Нигеҙләү датаһы 1985
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Гродно[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Дворец Хрептовичей[d], Гродно[d], Беларусь
Рәсми сайт muzej.by
Страница учреждения на Викискладе Grodno State Museum of the History of Religion
 Гродно дәүләт дин тарихы музейы Викимилектә

{


Гродно дәүләт дин тарихы музейы — Беларусь Республикаһының Гродно ҡалаһы музейы.

Музейҙың тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гродно дәүләт дин тарихы музейы — Беларустағы илдең дин тарихын һәм дини йолаларына анализлап, улар менән таныштырыусы берҙән-бер музей. Музей тарихы Полоцк ҡалаһында башлана. Беларусь КП Үҙәк Комитетының 1973 йылдың 23 декабрендәге һәм БССР Мәҙәниәт министрлығының 1973 йылдың 4 декабрендәге № 188 ҡарарына ярашлы Герман Васильевич Чернов етәкселеге аҫтында Полоцк ҡалаһында Республика атеизм музейы асыла[1]. Уның төп маҡсаты -дин һәм атеизм тарихын сағылдырыусы экспонаттары булдырыуға ҡайтып ҡала, шулай уҡ Республика атеизм музей фондтары запасын комплектлау тора. БССР Министрҙар Советының 1977 йылдың 6 июнендәге № 47 ҡарарына ярашлы музей Республика атеизм һәм дин тарихы музейы тигән яңы исем ала һәм Гродно ҡалаһына күсерелә, музейҙы Алексей Никифорович Карпюк етәкләй[1]. Музей Новозамковый урамы, 3 буйынса (хәҙер Давыд Городенский урамы), Рождество Богородицы ҡатын-ҡыҙҙар монастырының элекке усадьбаһында урынлаша. Монастырҙың барлыҡ ҡҡаралтылары, музей хеҙмәткәрҙәре, экспонаттарү өсөн тәғәйенләнгән була. 1979 йылда белорус архитекторҙары ирле-ҡатынлы Галина Жаровина һәм Валентин Калнин монастырьбиналарын реставрациялауға тотона[1]. Сиркәү төҙөлөшө заманса технологиялар ҡулланып яңыртыла.. , Улар шулай итеп тергеҙелгән берҙән-бер архитектура ҡоролмалары булып тора. Реконструкция барышында монастырҙың православие һәм тарихи спецификаһы күҙ алдында тотола. Монастырҙың көньяғында кәңәшмәләр бүлмәһе өсөн ҙур бина төҙөлә. Төҙөлөш барышында Минск археологтары И. Чернявский етәкселегендә1980 йылдың йәйендә усадьба территорияһында Пречистенский сиркәүенең емереклектәрен таба, ул XII быуаттағы Гродно архитектура мәктәбенең ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән була. Был ваҡиға белорус тарихында иҫтәлекле ваҡиға булып тора. Был музей территорияһында яңы биналар булдырыуға хеҙмәт итә, ундағы өҫтәлмә 2200  м² майҙан тиҫтә ярым демонстрация залы һәм бер кәңәшмәләр залы булдырыуға булышлыҡ итә. Музей коллекциялары, китап фонды, ремонт һәм склад хужалығы өсөн бүлмәләр булдырыла. Дин һәм атеизм тарихы музейында 1990 йылға тиклем яңы күргәҙмә төҙөлә, уға нигеҙҙе БССР рәссамы, билдәле сәнғәт эшмәкәре Э. К. Агунович һала. Күргәҙмәне урынлаштырыу менән билдәле сәнғәт белгестәре Вячеслав Кичко һәм Алесь Ступень шөғөлләнә. Уларҙың беренсе күргәҙмәһе «Беларуста дин һәм атеизм үҫеше тарихы» тип атала һәм1985 йылдың 15 ғинуарында уҡ ҡунаҡтар ҡабул итә[1]. Күргәҙмә проекты концепцияһы нигеҙендә дин, сиркәү барлыҡҡа килеүҙең 1980 йылға тиклем үҫеше күрһәтелә . Православие, католик, униат, иудаист, протестанттар һәм ислам динен тотоусыларҙың эволюцияһы күрһәтелгән.

Эш барышында иң тәүҙә Борисо-Глебский Коложский ғибәҙәтханаһын реконструкциялау тора, был эш мәҙәниәт идаралығының 1977 йылдың 27 июнендәге № 28 ҡарарына ярашлы башлана[1]. Саралары тергеҙелгән ғибәҙәтхананың һәм эҙәрмәндәргә башҡарған коложский н усадьбаһы музейында башланды, Археологтар. П. Раппопорт , М. Ткачев, А. Трусов, А. Кравцевич 1979—1986 йыдарҙа Колож ҡорамын тергеҙеү өҫтөндә эшләйҙәр, Бер үк ваҡытта төҙөлөш белгесе Валерий Слюнченко (артабан Вадим Глинник уның эшен дауам итә) был эште алып бара.

1980 йыл аҙағында музейы йолалары раҫлана. Был сиркәү Беларустағы берҙән-бер классик музыка һәм дин әҫәрҙәре уйналған музей булып тора, Өҫтәүенә, 1989 йылдан башлап, бында Христос Раштыуаһы байрамдары үткәрелә. Музей бинаһында СССР-ҙың төрлө төбәктәренән килгән музыка оҫталарының концертын тыңлайҙар.

Һуңғы йылдарҙа май байрамы аҙағында музейҙа илдең халыҡ оҫталары байрамы үткәрелә, уға фарфор, сыбыҡтан үреү, тимерселек оҫталары үҙ эштәрен күрһәтергә килә. Йыр-моң һәм бейеү ансамблдәре, театр сәхнә оҫталары, киноактерҙар бында сығыш яһай.

1980 йылдарҙың икенсе яртыһында конференц-залда белорус һәм сит ил музейҙары менән даими уҙғарылған ултырыштарында билдәле аҡыл эйәләре, тел белгесе, сәнғәт, тарих һәм дин өлкәһендәге белгестәр сығыш яһай. Фәнни һөҙөмтәләр буйынса материалдар нәшер ителә. Музей хеҙмәткәрҙәренең эштәре төрлө йыйынтыҡтарҙа, белешмәләрҙә, журналдарҙа һәм альманахтарҙа («Сәнғәт», «Мираҫ» һ. б.), гәзиттәрҙә баҫыла[1].

1974 йылда Гродно музейының нигеҙләнгән йылы тип атарға була, был саҡта Полоцкиҙан. Гродноға 1817 экспонат күсерелә (544 төп, 1253 фәнни-ярҙамсы һәм 20 алмашыу фондынан)[1]. Музей директоры А. Н. Карпюк тырышлығы менән музей ресурсында һаҡлау берәмеге 5925-кә тиклем арта (3645 төп, 2257 фәнни-ярҙамсы һәм 23 алмашыу фондынан)[1].

1980 йылдың ғинуарында музейҙа ремонтлау цехы асыла, тәүге рәссам-реставратор Ольга Дмитриевна Горшкова була, 1982 йылдан алып — Владимир Кислый.


Адресы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейы ошо адрес буйынса урынлашҡан: Беларусь Республикаһы, Гродно ҡалаһы, Һарай урамы, 16.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]