Грубов Валерий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грубов Валерий Иванович
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 февраль 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Сольцы[d], Порховский уезд[d], Псковская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 февраль 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ботаник
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Грубов Валерий Иванович (3 февраль 1917 йыл2 февраль 2009 йыл) — СССР һәм Рәсәй ботанигы, биология фәндәре докторы (1963), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), В. Л. Комаров исемендәге премия лауреаты (1984).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 3 февралендә Новгород губернаһының Сольцы ҡалаһында тыуған. Ленинград дәүләт университетында уҡый, 1940 йылда биология һәм тупраҡты өйрәнеү факультетын тамамлай.

Университетты тамамлағандан һуң В. Л. Комаров исемендәге ботаника институтында эшләй башлай. 1942 йылда УССР Фәндәр академияһының ботаника институты Өфө ҡалаһына эвакуациялана. Һуңынан Башҡортостанға күсеп килгән ғалимдарға Валерий Иванович та ҡушыла. В. И. Грубов, М. М. Ильин, И. М. Крашенинников һәм Өфө ботаника баҡсаһының ғилми хеҙмәткәре Е. М. Алисова «Определитель растений Башкирской АССР» китабын баҫмаға әҙерләү менән шөғөлләнәләр. Хеҙмәттәре 1959 йылда тамамлана, әммә 1966 йылда ғына баҫтырып сығарыла.

1963 йылда Валерий Иванович биология фәндәре докторы була, 1979 йылда профессор дәрәжәһендә раҫлана.

1984 йылда Грубов «Определитель сосудистых растений Монголии» хеҙмәте өсөн В. Л. Комаров исемендәге премияға лайыҡ була.

Грубов Валерий Иванович 2009 йылдың 2 февралендә Санкт-Петербургта вафат була.

2011 йылда немец ботаниктары Гудрун Кадерайт һәм Хельмут Фрайтаг Урта Азия үҫемлектәренең яңы ырыуын Grubovia асыҡлайҙар. Элек уның төрҙәре хәҙер таратылған Кохия ырыуына индерелгән булалар. Улар был ырыуҙы «күптән түгел вафат булған(1917—2009), Үҙәк Азия флораһын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән күренекле Рәсәй ботанигы Валерий Иванович Грубов хөрмәтенә» атайҙар.

Ҡайһы бер ғилми баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Грубов В. И. Монографический обзор рода Rhamnus L. s.l. // Труды Ботанического института АН СССР, сер. I. — Л., 1949. — Т. 8. — С. 241—423.
  • Грубов В. И. Конспект флоры Монгольской Народной Республики. — М.—Л., 1955. — 308 с.
  • Грубов В. И. Определитель сосудистых растений Монголии (с атласом). — Л., 1982. — 441 с.

Үҫемлектәрҙең В. И. Грубов хөрмәтенә аталған ҡайһы бер ырыуҙары һәм төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. (unspecified title)doi:10.5281/zenodo.10080503

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яковлев Геннадий Павлович, Грабовская-Бородина Алиса Евгеньевна Памяти Валерия Ивановича Грубова (1917—2009) // Ботанический журнал. — 2009. — Т. 94. — № 7. — С. 1082—1093.
  • Камелин Р. В. Валерий Иванович Грубов: к 70-летию со дня рождения / Р. В. Камелин, Н. Улзийхутаг, И. А. Губанов // Ботанический журнал. — 1988. — Т. 73, № 5.
  • Премия им. В. Л. Комарова — В. И. Грубову // Вестник АН СССР. — 1988. — № 4.
  • Gubanov I.А. Valerij Ivanovič Grubov: 70 Jahre alt / I.А. Gubanov, W.Hilbig // Erforsch. biol. Ress. MVR, Halle (Saale). — 1989. — Bd. 6.
  • Бородина-Грабовская А. Е. Грубов Валерий Иванович // Биология в Санкт-Петербурге. 1703—2008: энциклопедический словарь / ответственный редактор Э. И. Колчинский, составители: Э. И. Колчинский, А.А Федотова. — СПб.: Нестор-История, 2011. — С.158-159.
  • https://ant53.ru/reference/264/