Грузияның президенты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грузияның президенты
ФлагГерб
Flag of the President of Georgia.svgFlag of the President of Georgia.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 14 апрель 1991
Официальная резиденция Авлабарская резиденция[d]
Вазифа биләй Саломе Зурабишвили[d]
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Юрисдикция таралышы Грузия
Рәсми сайт president.gov.ge
Commons-logo.svg Грузияның президенты Викимилектә

Грузияның президенты — Грузия Конституцияһына ярашлы[1], дәүләт башлығы һәм башҡарма власть башлығы, Грузия Ҡораллы Көстәренең Юғары Башкомандующийы,  бөтә тышҡы бәйләнештәрҙә Грузияның юғары вәкиле; уның эске һәм тышҡы сәйәсәтенә йүнәлеш бирә, илдең берҙәмлеген һәм тулылығын, дәүләттең һәм башҡа органдарҙың эшен тәьмин итә.  

Бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән биш йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана.  Бер үк кеше рәттән ике мөҙҙәткә генә  президент итеп һайлана ала.

1991 йылдың 9 апрелендә Грузия СССР-ҙан бойондороҡһоҙ булыуын иғлан итә. 1991 йылдың 27 майында  президент һайлау үтә һәм Грузияның президенты итеп Звиад Гамсахурдия һайлана[2].

1991 йылдың декабре — 1992 йылдың ғинуарында илдә  хәрби түңкәрелеш була. Уны ойоштороусылар  Грузия башлығы итеп Эдуард Шеварднадзены саҡыра, ул Дәүләт Советы рәйесе вазифаһын биләй,  президент посы буш ҡала.  1995 йылдың 5  ноябрендә генә  һайлау үтә,  Шеварднадзе президент итеп һайлана.   2000 йылдың  9 апрелендә ул ҡабат һайлана.  «Розалар революцияһы» тигән атамалы ваҡиғаларҙан һуң  Э. А. Шеварднадзе  отставкаға китергә мәжбүр була.

2004 йылдың 4 ғинуарында Грузия президенты итеп  Михаил Саакашвили һайлана. Оппозицияның киң протест  акцияларынан һуң  2007 йылдың ноябрендә ул үҙенән  президент вәкәләттәрен һалырға һәм мөҙҙәтенән алда һайлау иғлан итергә мәжбүр була. Һайлау  2008 йылдың 20 ғинуарында була һәм унда ла Саакашвили еңә. Инаугурация 2008 йылдың 20 ғинуарында үтә.

Грузия президентын киләһе һайлау   2013 йылдың 27 октябрендә була.

Резиденцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грузия президентының резиденцияһы  Тбилиси ҡалаһында, тарихи Авлабари районында,  М. Абдушелашвили урамында урынлашҡан. Һарай Михаил Саакашвили инициативаһы буйынса  20042009 йылдарҙа  төҙөлә. Проекттың авторы  Георгий Батиашвили була[3][4], әммә резиденция төҙөлөшөн  итальян Микел де Луки тамамлап ҡуя.  Резиденцияның көньяғына төкәтеп төҙөлгән  куб һымаҡ бинала дәүләт  канцелярияһы урынлашҡан.

Грузия президенттары исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Президент

(тормош йылдары)

Фотографияһы Вәкәләте башланыу Вәкәләте тамамланыу Иҫкәрмәләр
1 Звиад Гамсахурдиа 

(1939—1993)

Zviad Gamsakhurdia, Tbilisi, 1988.jpg  1991 йыл, 14 апрель   1993 йыл, 31 декабрь Ғәмәлдә властан 1992 йылдың 6 ғинуарында граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә ситләштерелә[5]
2 Эдуард Шеварднадзе

(1928—2014)

Eduard shevardnadze.jpg 1995 йыл, 25 ноябрь  2003 йыл, 23 ноябрь Ғәмәлдә дәүләткә 1992 йылдың 10 мартынан етәкселек итә
Нино Бурджанадзе

(1964)

Nino Burjanadze (Tbilisi, December 5, 2003).jpg 2003 йыл, 23 ноябрь  2004 йыл, 25 ғинуар Парламент рәйесе булараҡ президент вазифаларын ваҡытлыса башҡара
3 Михаил Саакашвили 

(род. 1967)

President of Georgia Mikheil Saakashvili in Tbilisi, March 22, 2008.jpg 2004 йыл, 25 ғинуар  2007 йыл, 25 ноябрь
Нино Бурджанадзе

(род. 1964)

Nino Burjanadze (Tbilisi, December 5, 2003).jpg 2007 йыл, 25 ноябрь  2008 йыл, 20 ғинуар Парламент рәйесе булараҡ президент вазифаларын ваҡытлыса башҡара
3 Михаил Саакашвили

(род. 1967)

President of Georgia Mikheil Saakashvili in Tbilisi, March 22, 2008.jpg 2008 йыл, 20 ғинуар  2013 йыл, 17 ноябрь
4 Георгий Маргвелашвили 

(1969)

Prasidenten Margvelashvili (cropped).jpg 2016 йыл, 17 ноябрь  Әлеге ваҡытта

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гл. 4 Конституции Грузии
  2. «Гамсахурдиа – Президент Грузии» 2017 йылдың 27 март көнөндә архивланған. // Российская газета, 28 мая 1991 г.
  3. Армаз Санеблидзе. У архитектора Гиги Батиашвили украли авторство дворца, Политика, газета «Грузия и мир» (29 июля, 2009). 21 августа, 2009 тикшерелгән. 2009 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған.
  4. Гига Батиашвили:«В Авлабарском районе надо исправить много архитектурных ошибок», архив новостей, газета «Коммерсант» (9 декабря, 2008). 21 августа, 2009 тикшерелгән.
  5. Предусмотренная ст. 121. 7 действовавшей на тот момент Конституции Грузии 1978 года процедура импичмента в отношении Гамсахурдия не была проведена. Пришедший к власти Военный Совет объявил данную конституцию недействительной, заявив о восстановлении действия Конституции Грузинской демократической республики 1921 года (юридическая сила которой была признана Актом о восстановлении государственной независимости Грузии от 9 апреля 1991 года), в которой пост президента отсутствовал.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]