Грузия әзербайжандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грузия әзербайжандары
Туған тел Әзербайжан теле һәм Грузин теле
Дәүләт  Грузия
Халыҡ һаны 233 024 кеше (2014)[1]
 Грузия әзербайжандары Викимилектә

Грузия әзербайжандары (рус. азербайджанцы в Грузии) — әзербайжан этносының бер өлөшө, Грузияның этник аҙсылығы.Грузия халҡының 6,5 %-ын тәшкил итә һәм илдәге иң ҙур милли йәмәғәт булып тора [2][3], бындай йәмәғәттәргә йәнә әрмәндәр, урыҫтар, абхаздар һәм осетиндар инә. Грузияның көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк райондарында: Марнеули, Болниси, Дманиси, Гардабани (был дүрт районда улар абсолют күпселекте, йә сағыштырмаса күпселекте тәшкил итә),Сагареджо, Каспи, Мцхета, Цалка, Лагодехи, Карели, Тетри-Цкаро, Гори һәм Телавиҙа йәшәйҙәр. Улар — сөнни мосолмандар. 2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Грузияла 284,761 этник әзербайжан йәшәй[2].

1980-се йылдарҙа грузиндар һәм әзербайжандар араһында көсөргәнеш булып алһа ла, эш бер ҡасан да ҡоралға тотоноуға барып етмәй[4]. 1991 йылда Грузияла бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң,әзербайжандар алдында социаль интеграция йәһәтенән күп проблемалар килеп баҫа. Ҡала халҡынан айырмалы рәүештә (мәҫәлән,Рустави һәм Тбилиси әзербайжандары ), ауыл халҡының күпселек өлөшө рәсми грузин телендә һөйләшә белмәй, был үҙ нәүбәтендә күп кенә социаль өлкәләрҙә ҡыйынлыҡ тыуҙыра[5]. 1995—1999 йылдарҙа Гардабани төбәгендә әзербайжан телендә канал эшләп килә (Ellada TV)[6].

Әзербайжандар Грузия парламентында ла эшләй[7].

Әзербайжан халҡының Грузияға килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грузияла әзербайжан халҡының йәшәй башлауы тарихы күбеһенсә XV-XVII быуаттар аҙағына ҡайтып ҡала [8]. Грузияға фарсы һөжүме осоронда әзербайжандар 1480-се йылдарҙа илдең көньяҡ сигендә, Акстафа һәм Дебед йылғалары һәм башҡа ерҙәргә барып төпләнәләр (ҡаҙаҡ, памбак һәм шурагел төркөмдәре)[9].

XVII быуат башында Ғәббәс I осоронда Дебед үҙәненә борчалу төрки ҡәбиләләре килгән, һәм был төбәктең атамаһы - Борчалы - уларға бәйле. 1604 йылда бында Борчалы хаканаты (солтанаты) ойошторола, ул XVIII быуатҡа тиклем йәшәгән[10]. Кахетияның шул осорҙағы тарихы тураһында Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә былай тип әтелә: «В начале XVII века (1615—1616 г.) шах Аббас I с несметными полчищами два раза проникал в Грузию, опустошил её, ограбил церкви и забрал значительную часть жителей Кахетии, вместо которых переселил в Грузию до 15 тыс. дворов адербейджанских татар»[11].

XVIII быуат башында — XIX быуаттың тәүге яртыһында әзербайжан ауылдары Дманиси районында барлыҡҡа килгән[12].Бында йәшәгән әзербайжандарҙың ата-бабалары Әзербайжандың сик буйына иң яҡын райондарынан, башлыса әзербайжан теленең ҡаҙаҡ диалекты таралған территориянан килгән[13].

Әзербайжандар йәшәгән төбәктәр (2002 йылға ҡарата)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк Кеше һаны Процент
Тбилиси 10,942 1.0
Квемо Картли 224,606 45.1
• Марнеуль муниципалитеты 98,245 83.1
• Гардабани муниципалитеты 49,993 43.7
• Болниси муниципалитеты 49,206 66.0
• Дманиси муниципалитеты 18,714 66.8
Рустави 4,993 4.3
• Цалка муниципалитеты 1,992 9.5
• Тетрицкарой муниципалитеты 1,641 6.5
Кахетия 40,036 9.8
• Сагареджой муниципалитеты 18,907 31.9
• Лагодехи муниципалитеты 11,392 22.3
• Телави муниципалитеты 8,378 11.9
• Дедоплисцкарой муниципалитеты 1,019 3.3
Шида Картли 5,768 1.8
• Касп муниципалитеты 3,962 7.6
• Карели муниципалитеты 1,183 2.3
Мцхета-Мтианети 2,248 1.8
• Мцхета муниципалитеты 2,236 3.4
Грузияла йәшәгән әзербайжандар һаны динамикаһы
1926[14] 1939[15] 1959[16] 1970[17] 1979[18] 1989[19] 2002[20] 2014[21]
137 921 188 058 153 600 217 758 255 678 307 556 284 761 233 024

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.geostat.ge/media/51740/17_Total-population-by-regions-and-ethnicity.xls
  2. 2,0 2,1 State Statistics Department of Georgia: 2002 census 2006 йыл 31 август архивланған. (retrieved 16 July 2006)
  3. Этническая структура населения Грузии (на английском языке)
  4. Cornell, Svante E., Autonomy and Conflict: Ethnoterritoriality and Separatism in the South Caucasus — Case in Georgia 2007 йыл 30 июнь архивланған.. Department of Peace and Conflict Research, Report No. 61. p. 160. University of Uppsala, ISBN 91-506-1600-5.
  5. Национальные меньшинства Восточной и Южной Грузии 2011 йыл 16 июль архивланған. Александр Кухианидзе
  6. Estimating Potential of Kvemo Kartli 2011 йыл 20 июль архивланған. (in Russian)
  7. Members of Parliament 2013 йыл 25 апрель архивланған. — Parliament of Georgia.
  8. Волкова, 1978, с. 109
  9. Волкова Н. Г. Этнические процессы в Закавказье в XIX-XX вв. // Кавказский этнографический сборник. — М.: Изд-во АН СССР, 1969. — Т. 4. — С. 4.

  10. «Грузинская советская энциклопедия», ст. «Борчало». Тбилиси, 1965
  11. Кахетия. Брокгауз-Ефрон.
  12. Волкова, 1978, с. 110
  13. Джангидзе В. Т. Дманисский говор казахского диалекта азербайджанского языка. — Баку: Изд-во АН Азербайджанской ССР, 1965. — С. 5.
  14. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по регионам республик СССР. «Демоскоп».
  15. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп».
  16. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп».
  17. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп».
  18. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп».
  19. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп».
  20. Этническая структура населения Грузии (на английском языке)
  21. 2014 GENERAL POPULATION CENSUS 2020 йыл 14 февраль архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Волкова Н. Г. Азербайджанцы Грузии (По материалам полевых исследований 1973—1976 гг.) // Полевые исследования Института этнографии, 1976. — М.: Наука, 1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]