Гудков Георгий Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гудков Георгий Фёдорович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 8 ғинуар 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Өфө
Вафат булған көнө 1995
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе

Гудков Георгий Фёдорович (8 ғинуар 1916 йыл — 24 декабрь 1995 йыл) — тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георгий Фёдорович Гудков 1916 йылдың 8 ғинуарында Өфөлә хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа.

Ҡаланың 2-се мәктәбендә уҡый, киске педагогия рабфагын, артабан В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлай. Һуңғы курста Новосибирскиға эвакуациялана.

1944 йылдың башында армия сафына алына, Карелия фронтында 133-сө айырым тимер юлы һалыу батальонының 4-се ротаһында һәм Карпат аръяғында писарь булып хеҙмәт итә. 1946 йылдың февралендә демобилизациялана. Һуғышты Көнбайыш Украинала тамамлай.

Һуғыштан һуң Стәрлетамаҡта заводта, Өфөнөң ҡала төҙөлөшө ойошмаларында (1947—1951, 1958—1970) һәм уҡыу йорттарында (1951—1958, 1970—1975) эшләй.

1972 йылда өйләнә. Ҡатыны, Зинаида Ивановна Трунина, шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүсе. Гудковтар бергәләп төбәк тарихына арналған күп кенә мәҡәлә яҙған[1].

Георгий Фёдорович бала сағынан тыуған яҡты өйрәнеү менән мауыға. Уның ата-әсәһе һәм бер нисә быуыны ошо крайҙа йәшәй. Мәҡәләләре ваҡытлы матбуғат баҫмаларында 1966 йылдан баҫыла.

Г. Гудковтың мәҡәләләре Өфөнөң Благоев, 4 урамындағы Аксаков йортон ике тапҡыр емереүҙән һаҡлап ҡала[2].

Георгий Фёдорович Гудков 1995 йылдың декабрендә Өфөлә вафат була.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылда казактар атаманы В. Е. Чернов башланғысы менән Георгий Фёдорович Гудковтың Өфөләге Крупская урамында урынлашҡан өйө республиканың Ветошниково ауылына күсерелә. Георгий Фёдоровичтың балалары теләге һәм епископ Никондың фатихаһы менән унда Изге Георгий ҡорамы асылырға тейеш[3].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • С. Т. Аксаков. Краеведческие очерки.
  • Из истории Южноуральских горных заводов XVIII—XIX веков. Историка — краеведческие очерки (1985)
  • Незаконченная повесть С. Т. Аксакова „Наташа“. Историко-краеведческий комментарий (1988)
  • С. Т. Аксаков. Семья и окружение (1991)
  • Усадьба Аксаковых в Голубиной слободке (1995)
  • Краеведение. Теория и практика (1995)

Ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. «Голос горячей любви к народу»: [О К. С. Аксакове] // Ленинец.- Уфа,1980.- 25 дек.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Почему умолк Куркуль-Даук?: [О гибели притока реки Демы] // Сов. Башкирия.- 1980.- 24 авг.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Тайный корреспондент «Колокола»: [Об И. С. Аксакове] // Сов. Башкирия.- 1980.- 25 ноябр. 1981 г.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. С. Т. Аксаков: Краевед. очерки.- Уфа: Башк. кн. изд-во, 1981.- 176 с.: ил.1988 г.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Зачем искать новое место?: [В защиту дома Аксаковых в Уфе] // Веч. Уфа.- 1988.- 1 апр.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Незаконченная повесть С. Т. Аксакова «Наташа»: Ист.-краевед. коммент.- Уфа: Башк. кн. изд-во, 1988. 225 с.: ил.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Федот да не тот: [О праправнучке А. С. Нагаткиной (урожд. Аксаковой) М. С. Куроедовой] // Веч. Уфа.- 1988.- 18 апр.- С.3. 1989 г.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. В память о замечательном земляке: [К 200-летию со дня рождения С. Т. Аксакова] // Сов. Башкирия.- 1989.- 20 дек. 1990 г.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Из истории села Надеждино // Веч. Уфа.- 1990.- 30 окт. 1991 г.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. С. Т. Аксаков. Семья и окружение: Краевед. очерки.- Уфа: Башк. кн. изд-во, 1991.- 373 с.: ил. 1992 г.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Не от юбилея к юбилею: [Дом-музей С. Т. Аксакова в Уфе должен стать науч. центром страны по Аксаковедению] // Сов. Башкирия.- 1992.- 25 сент. 1994 г.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Из истории населенных пунктов, вошедших в границы г. Уфы: Глумилино: [О сестре С. Т. Аксакова — Софье Тимофеевне, по мужу Глумилиной] // Веч. Уфа.- 1994.- 7 июня. 1995 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]