Гуковский Алексей Исаевич
| Гуковский Алексей Исаевич | |
| Зат | ир-ат[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 9 декабрь 1895 или 1895[1] |
| Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
| Вафат булған көнө | 5 март 1969[2] |
| Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
| Һөнәр төрө | ғалим, тарихсы, университет уҡытыусыһы |
| Эшмәкәрлек төрө | тарих[1] |
| Эш урыны | Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты |
| Уҡыу йорто | юридический факультет МГУ[d] |
| Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Гуковский Алексей Исаевич (9 декабрь 1895 йыл — 5 март 1969 йыл) — ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1939), профессор (1940)[3][4].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Исаевич Гуковский 1895 йылдың 9 декабрендә Одесса ҡалаһында табиптар ғаиләһендә тыуған. Одесса гимназияһын тамамлай[3]. 1913 йылда Мәскәү университетының юридик факультетыа уҡырға инә һәм уны 1918 йылда тамамлай[3][4]. 1922—1925 йылдарҙа Ҡыҙыл профессура институтында тарих бүлексәһендә уҡый, уның педагог-тәрбиәселәре: Волгин Вячеслав Петрович, Савин Александр Николаевич, Покровский Михаил Николаевич[3][4]. Ҡыҙыл профессура институтын тамамлағандан һуң социологик секцияның ғилми секретары була, һуңынан Тарихсы-марксистар йәмғиәтендә ҡораллы ихтилалдарҙы,, революция һәм граждандар һуғышын өйрәнеүсе секцияның секретары була. 1920—1930 йылдарҙа-йылда — СССР ФА Тарих институтында, Коммунистик академияның Тарих институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр була, 1931—1937 йылдарҙа — «Граждандар һуғышы тарихы» төп мөхәрририәте секретариатының ғилми кабинеты менән етәкселек итә. Алексей Исаевич 1939 йылда «Борьба с вооруженной интервенцией Антанты на Украине и в Крыму (1918—1919 годы)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
1921—1957 йылдарҙа[4] Алексей Исаевич Гуковский СССР-ҙың Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университетында, ВЦСПС-тың профуниверситетында, Н. К. Крупская исемендәге Коммунисти тәрбиә академияһында, Мәскәү өлкә педагогия институты, Мәскәү тарих-архив институтында, Горький университетында, Вологда педагогия институтында һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында тарих уҡыта[3]. Н. К. Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһында А. И. Гуковскийға прфессор исеме бирелә.. Ватан тарихы өлкәһендә фәнни кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнә, аспиранттар менән етәкселек итә.
Үҙенең мәҡәләләрен «Красный архив», «Тарихсы-марксист», «Пролетарская революция» журналдарында баҫтырып сығара. Күп ғилми эштәр, китап һәм уҡыу әсбаптар авторы, улар араһында: «Фазы общественного развития» (1926, 1928), «Французская интервенция на юге России 1918—1919 гг.» (1928), «Краткий учебник по истории развития общественных форм» (1928, 1930), «Антанта и Октябрьская революция» (1931), «Ленин об интервенции» (1931), «Рабовладельческое общество» (1933, 1932), «История. Эпоха феодализма» (1933, 1934), «История средних веков» (1935, 1936, 1937), «Первая русская буржуазно- демократическая революция 1905—1907 годов» (1957)[3][4].
1969 йылдың 5 мартында Мәскәүҙә вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Gukovskij, Aleksej Isajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://www.nli.org.il/en/authorities/987007378788605171 (йәһ.)
- 1 2 3 4 5 6 7 Библиотека Украины. Алексей Исаевич Гуковский
- 1 2 3 4 5 БСЭ. Гуковский Алексей Исаевич