Гулиев Рамил Эльдар оглы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гулиев Рамил Эльдар оглы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Turkey.svg Төркиә
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Turkey.svg Төркиә
Тыуған көнө 29 май 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (29 йәш)
Тыуған урыны СССР, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Баҡы
Һөнәр төрө спринтер
Ауырлығы 73 Килограмм[1]
Спорт төрө Еңел атлетика
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 2008[d] һәм лёгкая атлетика на летних Олимпийских играх 2016[d]
Буйы 187 сантиметр
Commons-logo.svg Гулиев Рамил Эльдар оглы Викимилектә

Гулиев Рамил Эльдар оглы - (рус. Рами́ль Эльда́р оглы́ Гули́ев; әзерб. Ramil Eldar oğlu Quliyev; 29 май 1990 йыл) — әзербайжан сығышлы төрөк еңел атлеты, спринтер, 60 һәм 200 метр дистанцияла Әзербайжан һәм Төркиәнең рекордсыһы. Төркиәнең беренсе еңел атлеты һәм был спортта чемпион булған тәүге әзербайжан кешеһе[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рамил Эльдар оглы Гулиев 1990 йылдың 29 майында Баҡыла тыуған. Милләте — әзербайжан[3]. Тәүге тренеры - атаһы Эльдар Гулиев булған. Ул вафат булғас, Рәсәй йыйылма командаһында эшләгән Олег Мухин уның менән шөғөлләнә[4]

2010 йылда, Әзербайжан гражданы булған сағында, Гулиев төрөк клубы «Фенербахче (инг.)баш.» менән контракт төҙөй [2]. Был миҙгел уның өсөн бик ауыр булып сыға. Йөрәк өйәнәгенән[5]атаһы һәм тренеры Эльдар Гулиев вафат була, етмәһә үҙе имгәнә[6]. Ошо сәбәптәрҙән Гулиев Барселонала үткәрелгән 2010 йылғы Европа чемпионатында ҡатнаша алмай [7].

2011 йылдың 4 апреленән төрөк гражданлығы алған һәм ҡаҙаныштары Төркиәгә яҙыла. Гулиев һүҙҙәренсә, үҫешкә мөмкинлек тыуҙырылмағанлыҡтан, ул Әзербайжандан китергә мәжбүр була[2]. Рәсәй өсөн сығыш яһау мөмкинлеге лә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында хәл ителеп бөтмәй ҡала[2].

Еңел атлетика федерацияһы уның гражданлығын алмаштырыу ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерә, һәм кәртәләр ҡуя башлай. Ул халыҡ-ара ярыштарҙа шул сәбәпле ҡатнаша алмай, 2012 йылдың Лондондағы Йәйге Олимпия уйындарынан тороп ҡала[2]. Был спортсының үҫешенә кире йоғонто яһай[2]. Етмәһә, Рамиль Гулиев аяғына операция эшләтә[8]

Спорттағы ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рамиль Гулиев 60 һәм 100 метр [9], 200 һәм 300 метр дистанцияла Әзербайжан һәм Төркиәнең рекордсыһы. Бынан тыш Гулиев 2009 һәм 2015 йылдарҙа Европаның иң яҡшы һөҙөмтәһен күрһәткән.

Рамиль Гулиев 200 метрға йүгереү финишында. 2009. Юниорҙар араһында Европа чемпионаты. Нови Сад (Әзербайжан өсөн)

.

Шәхси рекордтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дата Ваҡиға Ҡала Ваҡыт (с)
13 ғинуар 2012 60 м Сумы, Украина 6,58
6 июль 2017 100 м Бурса, Төркиә 9,97
9 август 2018 200 м Берлин, Германия 19,76
27 июль 2016 300 м Карлстад, Швеция 32,61

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Ярыш Ҡала Урын Ваҡиға Ваҡыт (с)
Сығыш яһай Төркиә Төркиә өсөн
2018 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2018 Берлин, Германия 1 4х100 м 37.98
2018 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2018 Берлин, Германия 1 200 м 19.76
2018 Урта Диңгеҙ уйындары 2018 Таррагона, Испания 2 4х100 м 38.50
2018 Урта Диңгеҙ уйындары 2018 Таррагона, Испания 1 200 м 20.15
2017 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2017 Лондон, Бөйөк Британия 1 200 м 20.09
2017 Ислам теләктәшлекуйындары Баҡы, Әзербайжан 1 100 м 10.06
2017 Ислам теләктәшлекуйындары Баҡы, Әзербайжан 1 200 м 20.08
2016 XXXI Йәйге Олимпияуйындары Рио-де-Жанейро, Бразилия 8 200 м 20.49
2016 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2016 Амстердам, Нидерланды 2 200 м 20.51
2015 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2015 Пекин, Ҡытай 6 200 м 20.11
2015 Бөтә донъя Универсиадаһы Кванджу, Корея 3 100 м 10.16
2015 Бөтә донъя Универсиадаһы Кванджу, Корея 3 200 м 20.59
2014 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты 2014 Цюрих, Швейцария 6 200 м 20.48
2013 Урта Диңгеҙуйындары Мерсин, Төркиә 2 100 м 10.23
2013 Урта Диңгеҙуйындары Мерсин, Төркиә 2 200 м 20.46
2012 Халыҡ-ара турнир (ябыҡ бинала) Ливьен, Франция 3 200 м 21.05
2012 Сумск өлкәһе чемпионаты (ябыҡ бинала) Сумы, Украина 1 60 м 6.58
Сығыш яһай Әзербайжан Әзербайжан
2009 Юниорҙар араһында Европа чемпионаты Нови Сад, Сербия 1 200 м 20.33[10]
2009 Юниорҙар араһында Европа чемпионаты Нови Сад, Сербия 2 100 м 10.16
2009 Бөтә донъя Универсиадаһы Белград, Сербия 1 200 м 20.04
2009 Халыҡ-ара турнир Истанбул, Төркиә 1 100 м 10.08
2009 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты(бинала) 2009 Турин, Италия 7 60 м 6.67
2009 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты 2009 Берлин, Германия 7 200 м 20.61
2008 Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты (бинала) 2008 Валенсия,, Испания 4 60 м 6.84
2008 XXIX Йәйге Олимпияуйындары Пекин, Ҡытай 5 (квл) 200 м 20.66
2008 Юниорҙар араһында донъя чемпионаты Быдгощ, Польша 5 200 м 21.00
2007 Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале (инг.)баш. Белград, Сербия 1 100 м 10.50[11]
2007 Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале (инг.)баш. Белград, Сербия 1 200 м 20.98[12]
2007 Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты Острава, Чехия 2 200 м 20.72
2006 Юниорҙар араһында донъя чемпионаты Пекин, Ҡытай 7 100 м 10.91

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.european-athletics.org/athletes/group=g/athlete=155415-guliyev-ramil/index.html
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Эльмир Алиев Господа чиновники, извинитесь перед Рамилем Гулиевым!  (рус.). Haqqin.az (11 августа 2017). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 август 2017. 17 август 2017 тикшерелгән.
  3. Хафиз Ахмедов Рамиль Гулиев: "Я готов вернуться в Азербайджан"  (рус.). Пер.: Гюльнара Зейналова. Vzglyad.az (11 августа 2017). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 август 2017. 17 август 2017 тикшерелгән.
  4. Наталья Марьянчик. Рамиль Гулиев: “Я хотел выступить за Россию, но помешала бюрократия”[1]
  5. 200 metr məsafəyə qaçışda Türkiyəni dünya çempionu edən Ramil Quliyev kimdir?[2]
  6. Рамиль Гулиев: Это личное, я не хочу раскрывать это в прессе  (рус.). Apasport.az (4 июля 2011). 17 август 2017 тикшерелгән.
  7. 200 metr məsafəyə qaçışda Türkiyəni dünya çempionu edən Ramil Quliyev kimdir?[3]
  8. Эльмир Алиев. Господа чиновники, извинитесь перед Рамилем Гулиевым![4].
  9. Эльмир Алиев Азербайджанский легкоатлет Рамиль Гулиев стал призером чемпионата Европы  (рус.). Day.Az (24 июля 2009). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 март 2017. 17 август 2017 тикшерелгән.
  10. European Athletics U20 Championships - Novi Sad 2009  (инг.). 28 август 2017 тикшерелгән.
  11. European Youth Olympic Festival Beograd - SRB  (инг.). 28 август 2017 тикшерелгән.
  12. European Youth Olympic Festival Beograd - SRB  (инг.). 28 август 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]