Гурбаев Мостафа
Гурбаев Мостафа | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1910 |
Тыуған урыны | Фәйзулла, Татлыбай ауыл советы, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 10 июль 1942 |
Вафат булған урыны | Тербун районы, Липецк өлкәһе |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Гурбаев Мостафа (башҡа сығанаҡтар буйынса атаһының исеме ҡыҫҡартылып Мух. рәүешендә бирелгән[1]) (1918 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 1-се ҡылыссылар взводы яугиры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мостафа Гурбаев 1910 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Татлыбай (документта Ташлыграй[2]) ауыл Советына ҡараған Фәйзулла ауылында[1] тыуған. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 1 взводы ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә Большая Поляна районы Озерки тирәһендәге аяуһыҙ алыштар барышында яуҙа һәләк була[1]. Яугирҙың һуңғы төйәге — Тербәны районы Озерки ауылындағы туғанлыҡ ҡәберлегендә. Кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар исемлегендә Федоровка районы Юрматы ауылында йәшәгән ҡатыны Гурбаева (исеме юҡ) күрһәтелгән[2])
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ГУРБАЕВ Мустафа Мух. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Список потерь. с. Озёрки. Братское захоронение