Гурвич Илья Самуилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гурвич Илья Самуилович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia (1991–1993).svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 июль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһы[d], Минск
Вафат булған көнө 12 март 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш биреүсе Институт гуманитарных исследований и проблем малочисленных народов Севера СО РАН[d]
РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты[d]
Уҡыу йорто Исторический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Гурвич Илья Самуилович (7 июль 1919 йыл — 12 март 1992 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарих фәндәре докторы, төньяҡты өйрәнеүселәрҙең күренекле вәкилдәренең береһе.

Этногенездың төрлө аспекттары буйынса этнография һәм тарихы буйынса һәм Төньяҡ халыҡтарының этник тарихы буйынса 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илья Самуилович Гурвич 1919 йылдың 7 июлендә Минск ҡалаһында инженер-тимер юлсы Самуил Константинович Гурвич һәм уның ҡатыны, табип Евгения Ильинична Гурвич ғаиләһендә тыуа. Шул уҡ йылда Гурвичтар ғаиләһе Мәскәү ҡалаһына күсеп килә, Ильяның бала сағы һәм үҫмер йылдары шунда үтә. 1928 йылда, элекке техник интеллигенцияға ҡарата репрессиялар менән бәйле атаһы НКВД тарафынан ҡулға алына һәм 4 майҙа һәләк була. Артабан Ильяны һәм уның ҡустыһын әсәһе һәм инәйҙәре тәрбиәләп үҫтерә.[1]

1937 йылда урта мәктәпте яҡшы билдәләренә генә тамамлағандан һуң, Илья Гурвич Мәскәү университетының тарих факультетына уҡырға инә. Беренсе курстан М. О. Косвендың этнография түңәрәгенә йөрөй. 1938 йылда Мәскәү Үҙәк дингә ҡаршы музейҙа ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән С. А. Токарев менән таныша[2] (1942 йылда Үҙәк дин һәм атеизм тарихы музейы тип үҙгәртелә).

1941 йылда, университетты тамамлағас, республиканың халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарамағына Якутияға юллама ала. Оленек районында уҡытыусы, һуңынан тулы булмаған урта мәктәп директоры була. 1944 йылда уҡытыусылар союзы район комитетының рәйесе итеп һайлана. Илья Гурвич Тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институты менән бәйләнеш булдыра һәм был институттың ғилми корреспонденты сифатында эшләй, дин, фольклор, урындағы халыҡтың йолалары һәм көнкүреше буйынса материалдар йыя. 1946 йылда Мәскәүгә килә һәм СССР ФА этнография институтының аспирантураһына уҡырға инә, унда 1949 йылда «Оленекские и анабарские якуты (историко-этнографический очерк)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай; Сергей Александрович Токарев уның ғилми етәксеһе була.

1950 йылда аспирантураны тамамлағандан һуң, Якутияға әйләнеп ҡайта, Тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институтында кесе, аҙаҡ өлкән ғилми хеҙмәткәр сифатында алты йыл эшләй. 1956 йылда Мәскәүгә ҡайта һәм СССР Фәндәр академияһының этнография институтында эшләй. Был институтта ул ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй: тәүҙә бүлек мөдире була, артабан төп ғилми хеҙмәткәр. 1966 йылда «Төньяҡ-Көнсығыш Себерҙең этник тарихы» эше өсөн тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була.

Педагогик эшмәкәрлеге университеттарҙа, шул иҫәптән Мәскәү һәм Новосибирск университеттарының студенттары алдында лекциялар менән сығыш яһауҙы үҙ эсенә ала. Ун ике уҡыусыһы кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. СССР ФА Президиумының йәмәғәт фәндәре ҡарамағындағы Ғилми советтың ағзаһы булараҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, СССР Юғары Советының Милләтәр советында консультант, ВАСХНИЛ Төньяҡ проблемалары буйынса ведомство -ара комиссия ағзаһы, докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса СССР ФА этнография институтының Ғилми советында ағза булып тора[3]

1992 йылдың 12 мартында Мәскәүҙә вафат була; Дон зыяратында әсәһе менән йәнәш ерләнә.[4] Уның ҡыҙы — Мария Ильинична Бойчук-Гурвич, Google компанияһының антропологы, АҠШ-та йәшәй һәм эшләй.[5][6]

Миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» (1946); СССР дәүләт премияһына лайыҡ була (1981, «Современные этнические процессы в СССР» коллектив монографияһының редколлегия ағзаһы булараҡ).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]