Гуревич, Моисей Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Моисей Григорьевич Гуревич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1891
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Рига
Вафат булған көнө 26 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Харьков милли медицина университеты[d]

Моисей Григорьевич Гуревич (1891, Рига26 октябрь 1937, Мәскәү) — совет һәм рәсәй ғалимы, гигиенист. УССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары (1920-1925), РСФСР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары урынбаҫары.[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920-1925 йылдарҙа Украина Совет Социалистик Республикаһының һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары булып эшләй.

1923 йылда Һаулыҡ һаҡлау Халык комитетында эшләгән ваҡытта, УССР-ҙа беренсе булып Харьков медицина институтында социаль медицина кафедрасын төҙөүгә ирешә һәм 1925 йылға тиклем кафедраны етәкләй.

Төрлө баҫмаларҙа социаль гигиена, сәләмәтлек һаҡлау теорияһы һәм практик мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр менән сығыш яһай, социаль ауырыуҙар менән көрәш, медицина-профилактика ярҙамын һәм медицина белемен реформалау буйынса профилактик йүнәлеште ғәмәлгә керетә.

Уның ҡайһы бер ғилми эштәре 1920-1924 йылдарҙа фәнни журналдарҙа баҫылып сыҡты, улар араһында «Профилактик медицина» журналында («Украинала сәләмәтлек һаҡлау эшен ойоштороу», «Медицина белеме реформаһы тураһында», «Украинала 1923 йылдың йәй уртаһында ауыл медицина-санитария селтәренең торошо» мәҡәләләре).[1].

УССР-ҙа беренсе социаль гигиена кафедраһы асылыуҙың ун йыллығы уңыйынан УССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы институтта уның исемендәге ике шәхси степендия булдырҙы.

Артабан РСФСР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары урынбаҫары булып эшләй.

1937 елның 1 августында контрреволюцион террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. 1937 йылдың 26 октябрендә атыуға хөкөм ителә, һәм приговор шул ук көндө үк башҡарыла. Мәскәүҙә Дон зыяратында ерләнгән.[2].

1956 йылда СССР Юғары суды Хәрби колегияһы тарафынан аҡланған[2].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]