Гәрәева Фая Сәхип ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фая Сәхип ҡыҙы Гәрәева
Тыуған көнө

31 август 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Дүртөйлө районы, Иҫке Яндыҙ ауылы

Вафат булған көнө

10 сентябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Ил

 СССР
 Рәсәй

Гәрәева Фая Сәхип ҡыҙы (31 август 1931 йыл10 сентябрь 2001 йыл) — йырсы. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фая Сәхип ҡыҙы Гәрәева 1931 йылдың 31 авгусында Башҡортостан АССР-ы Дүртөйлө районы Иҫке Яндыҙ ауылында тыуған.

1951—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була.

1971—1975 йылдарҙа — Өфө Пионерҙар һарайының бейеүселәр коллективы, 1975—1981 йылдарҙа «Шатлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе була.

1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе булып эшләй.

«Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Кейәү егет» («Жених»), «Йәш йөрәктәр», «Мөғлифә», «Һыу буйында осрашыу», «Шаян ҡыҙҙар», «Яҙғы ташҡын» һәм башҡа бейеүҙәрҙе яңғыҙ башҡара. «Ҡыр ҡаҙҙары», «Сәскә атҡан яҡ» бейеүҙәрен ҡуя. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында, 1968 йылда Ульяновскиҙа һәм 1969 йылда Ленинградта Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт көндәрендә ҡатнаша.

2001 йылдың 10 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Романов Владимир. Видные деятели культуры Башкортостана: Фая Гареева (К 85-летию со дня рождения выдающейся танцовщицы). ИА «Башинформ» (31 август 2016). Дата обращения: 4 сентябрь 2019.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]