Гәрәев Дабир Батыр улы
Дабир Батыр улы Гәрәев | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡортостан АССР-ы, Туймазы районы, Алпай ауылы |
Вафат булыу көнө: |
13 февраль 2006 (71 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Башҡортостан, Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: | |
Эшләгән урыны: |
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты |
Ғилми дәрәжәһе: |
фән кандидаты |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары |
Гәрәев Дабир Батыр улы (10 декабрь 1934 йыл — 13 февраль 2006 йыл) — ғалим-агроном. 1980—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылға тиклем — бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дабир Батыр улы Гәрәев 1934 йылдың 10 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Туймазы районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы) Алпай ауылында тыуған.
1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
1959 йылдан Балтас районында Балтас дәүләт сорт һынау участкаһында агроном булып эшләй.
1960 йылдан Әбйәлил районында Әбйәлил дәүләт сорт һынау участкаһы мөдире вазифаһын башҡара.
1966 йылдан Башҡорт АССР‑ының Ауыл хужалығы культураларының сортын һынау буйынса дәүләт комиссияһы инспекцияһы начальнигы вазифаһын үтәй.
1980—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, бер үк ваҡытта 1999 йылға тиклем бүлек мөдире була[1].
2006 йылдың 13 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була, туған яғында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни эшмәкәрлеге сорттарҙы өйрәнеүгә, орлоҡсолоҡҡа һәм яҙғы бойҙайҙы, ужым арышын, һолоно һәм һыра ҡайнатыуҙа ҡулланыла торған арпаны Башҡортостан Республикаһы шарттарында үҫтереүҙең орлоҡсолоҡ технологияларын өйрәнеүгә арналған. Дабир Гәрәев иген культураларының сорттарын Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы зоналарында урынлаштырыуҙың оптималь структураһын эшләй. 100-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар авторы[1].
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Опыт возделывания яровой пшеницы в Зауралье. — Уфа, 1964.
- Сорт, семена, урожай. — Уфа, 1981.
- Характеристика сортов сельскохозяйственных культур, включённых в Госреестр по Республике Башкортостан: пособие для агрономов. — Уфа, 1997.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976)
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982)
- Башҡорт ССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гәрәев Дабир Батыр улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- 10 декабрҙә тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- 13 февралдә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфөлә вафат булғандар
- Фән кандидаттары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Шаран районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Шаран районында ерләнгәндәр
- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан агрономдары