Эстәлеккә күсергә

Гәрәев Заһит Хажи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәрәев Заһит Хажи улы
Тыуған ваҡыты

1896({{padleft:1896|4|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Үрге Аташ ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Наградалар һәм премиялар

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Гәрәев Заһит Хажи улы (1896 — ?) — хәрби эшмәкәр. Хәрби фәндәр кандидаты (1943).

Гәрәев Заһит Хажи улы 1896 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы) Үрге Аташ ауылында тыуған. Милләте башҡорт.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, поручик званиеһын ала. 1918 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә[1].

1919—1920 йылдарҙа Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә[2].

1921—1922 йылдарҙа РСФСР-ҙың Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатында Башҡортостан АССР-ының вәкиле[2].

1922 йылда РККА-ның Хәрби академияһын тамамлай.

1922—1932 йылдарҙа Төркөстан фронты (1926 йылдың июненән — Урта Азия хәрби округы) составында хеҙмәт итә. Ташкент ҡалаһында Урта Азия милләттәренең берләштерелгән хәрби мәктәбендә батальон командиры була[1].

1932 йыл башланғанда Мәскәү ҡалаһында хеҙмәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1921)
  • Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (6 ноябрь 1930)
  1. 1,0 1,1 Гареев Загид Хаджеевич. Объединённая Среднеазиатских национальностей военная школа (г. Ташкент). Дата обращения: 11 сентябрь 2018.
  2. 2,0 2,1 Курултай утвердил список ста личностей, стоявших у истоков образования Республики Башкортостан. Всемирный курултай башкир (9 июнь 2017). Дата обращения: 11 сентябрь 2018.