Эстәлеккә күсергә

Гәрәев Миңлеғол Миңгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәрәев Миңлеғол Миңгәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 17 декабрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1]
Тыуған урыны Хөсәйен, Ҡаҙырғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Вафат булған көнө октябрь 1994[1] (80 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты[1]
Хәрби звание Майор[1]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Гәрәев Миңлеғол Миңгәрәй (Миңлегәрәй) улы (17 декабрь 1913 йыл — ? октябрь 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия-миномёт полкы штабы начальнигы, гвардия майоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1-се (1943) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры[2]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Миңлеғол Миңлегәрәй улы Гәрәев 1913 йылдың 17 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[3] Хөсәйен (башҡа сығанаҡтарҙа Иҫке Яппар) ауылында тыуған. Ата-әсәһен хәтерләмәй. Атаһы Беренсе донъя һуғышында һәләк була, әсәһе ташлап китә. Миңлеғол атаһы яҡлап апаһы һәм өләсәһе тәрбиәһендә үҫә[4]

1935 йылда Өфө ҡалаһының хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1937 йылда Ленинград артиллерия училищеһын тамамлай. Һуғыш башланыр алдынан Хабаровск крайында хеҙмәт иткән була. Йәш лейтенантты командование Новосибирск Хәрби академияһына уҡырға ебәрергә була, ләкин Миңлеғол Гәрәев һуғышҡа ебәреүҙәрен һорай.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Волганан алып Эльбаға тиклем һуғыш юлдарын үтә. Тәүҙә 313-сө кавлерия полкы батареяһының командир ярҙамсыһы, 101-се айырым атлы-артиллерия дивизионының 76 миллиметрлы орудие батареяһы командиры, артабан артиллерия-миномёт полкының штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. Советтар Союзы Геройы генерал-майор Григорий Белов «Путь мужества и славы» китабында былай тип яҙа:

« Иртәнсәк алғы һыҙыҡты тикшергәндә, асыҡ яланда саҡ ҡына ҡалҡыу урында батарея командиры лейтенант Миңлеғол Гәрәевтың яҡшы йәшеренгән күҙәтеү пунктына тап килдем, »

 — ти.

Генерал күҙәтеү пунктында бөтә нәмәнең уйланып эшләнеүе: телефонист һәм радистың урыны, иҫәпләү өсөн өҫтәл, ял итеү өсөн һикегә тиклем ҡуйылыуын билдәләй. Гәрәев генералды урын һәм ут нөктәләре менән ентекле таныштыра, уның һорауҙарына тыныс, ышаныслы итеп яуап бирә. Артабан Григорий Белов Гәрәевтың батареяһы һәр ваҡыт һуғышҡа әҙер булыуын, күрһәткән батырлығын тасуирлай.

« Дошмандың көслө ут аҫтында Олым йылғаһы аръяғында фашистарҙың батареяһын юҡ итә, пехотаһына үлемесле ут аса, уның батареяһы ҡаршыһында гитлерсыларҙың тотош батальоны ерҙә ятып ҡала[5]. »

Григорий Белов дивизия менән командалыҡ иткәндә, Миңлеғол Гәрәевты полк штабы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр, уға майор хәрби дәрәжәһе бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуңғы яҙмышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңлеғол Гәрәев һуғыштан һуң К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Суҡраҡлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, тарих фәндәре уҡытыусыһы булып эшләй.

Һуғышҡа тиклем өйләнгән, өс балаһы тыуған була. Һуғыштан һуң тағы дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр. Өс ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлай. Данлыҡлы яугирҙың ырыуын ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә.

Әхтәм Ихсан Башҡорт атлы дивизияһы хаҡында «Саҡма тояҡ аттарҙа» шәхси күҙәтеүҙәр һәм тарихи документтар нигеҙендә яҙылған китабында Миңлеғол Гәрәев тураһында ла яҙып китә:

« Бик ҙур дәрт һәм берҙәмлек менән артиллерия дивизионы фашистарҙың иҙмәһен иҙергә тотондо. Батарея командирҙарынан Миңлеғол Гәрәев, Георгий Шелабутин, Дмитрий Рябовтарҙың орудиелары танкыларға ҡаршы уттан ҡойма күтәрҙеләр. Миномёт батареялары гитлерсы пехотаны ергә түшәне[8]. »