Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы
рус. Махмут Ахметович Гареев
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Фамилия Гәрәев[d]
Тыуған көнө 23 июль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны СССР, Силәбе
Туған тел рус
Һөнәр төрө тарихсы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
медаль «За победу над Японией» медаль Жукова медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Почёт ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден Отечественной войны I степени орден Отечественной войны II степени орден «За заслуги перед Отечеством» III степени орден Александра Невского Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» II степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени медаль «За боевые заслуги» медаль «За взятие Кёнигсберга» медаль «За укрепление боевого содружества» медаль «За освоение целинных земель» Дуҫлыҡ ордены юбилейная медаль «50 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «В память 850-летия Москвы» медаль «Ветеран Вооружённых Сил СССР» медаль «За Одру, Нису и Балтику»
Уҡыу йорто Военная академия Генерального штаба Вооружённых сил Российской Федерации[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] һәм хәрби фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Афған һуғышы
Вид или род войск пехота[d]
Commons-logo.svg Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы Викимилектә

Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы (23 июль 1923) — совет һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, отставкалағы армия генералы, хәрби фәндәр һәм тарих фәндәре докторы[1][2], профессор. Хәрби теоретик.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев Силәбе ҡалаһында татар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Әхмәт Гәрәев (1881) — эшсе. Әсәһе, Гәрәева Рәхимә (1892) — хужабикә. Оҙаҡ ваҡыт ғаилә Урта Азияла йәшәй.

1939 йылда Мәхмүт Гәрәев үҙ теләге РККА-ға китә. 1941 йылда В. И. Ленин исемендәге Ташкент Ҡыҙыл Байраҡлы пехота училищеһын тамамлай. 19411942 йылдарҙа Урта Азия хәрби округында взвод командиры була. Пехота команда составын камиллаштырыу буйынса «Выстрел» юғары атыу-тактика курстарында уҡый.

Һуғыш йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылдың декабренән — Бөйөк Ватан һуғышыда: Көнбайыш һәм 3-сө Белорус фронтында һуғыша. Уҡсылар батальоны командиры урынбаҫары, уҡсылар бригадаһы штабының оператив бүлеге начальнигының ярҙамсыһы һәм урынбаҫары, шул бүлектең начальнигы була. 1944 йылдың июненән — 45-се уҡсылар корпусы штабы офицеры. 1942 йылда Ржев эргәһендәге һуғышта яралана, 1944 йылда йәнә башы йәрәхәтләнә.

1945 йылдың февраль айында госпиталдән сыҡҡас, Алыҫ Көнсығышҡа, 5-се армия штабының оператив бүлегенә өлкән офицер итеп ебәрелә. Уның составында 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтында 1945 йылдың авгусында совет-япон һуғышында ҡатнаша.

СССР-ҙа хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылдың 9 майы
Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусы Рәсәй һәм Ҡытай ветерандары менән осрашыуҙа. 2010 йыл, 26 сентябрь
Советтар Союзы маршалы Язов Дмитрий Тимофеевич менән. 2014 йыл, 8 ноябрь

Һуғыштан һуң, 1947 йылда хеҙмәтен Алыҫ Көнсығыш хәрби округында 5-се армияның штабында дауам итә. 1950 йылда Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. 19501957 йылдарҙа — полк штабы начальнигы, Белорус хәрби округының штабы оператив идаралығының өлкән офицеры, Белорус хәрби округының 307-се гвардия уҡыу-уҡытыу мотоуҡсылар полкының. 45-се уҡыу-уҡытыу танк дивизияһы командиры, 120 гвардия мотоуҡсылар дивизияһы штабы начальнигы.

1959 йылда Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлай. 1959 йылдан — дивизия командиры урынбаҫары, танк һәм мотоуҡсылар дивизияһы командиры, Белорус хәрби округының 28-се дөйөм ғәскәри армияның штабы начальнигы

19701971 йылдарҙа — Берләшкән Ғәрәп Республикаһында баш хәрби советнигы була. 1971 йылдан — Урал хәрби округы штабы начальнигы 1974 йылдың февраленән — Генераль штабтың Хәрби-фәнни идаралыҡтың начальнигы, Генераль штабтың баш оператив идаралығы начальнигы урынбаҫары, 1984 йылдан — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының етәксе урынбаҫары. Генерал-полковник (30.10.1978).

1989 йылда Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын сығарғандан һуң, унда Баш хәрби советник була. Президент Нәжибулланың хөкүмәт ғәскәрҙәренең хәрби операцияһын планлаштырыуҙа ҙур роль уйнай.

1990 йылда СССР Оборона Министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә Хәрби советник — инспектор вазифаһын биләй. 1992 йылдан — отставкала.

Ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

60-70 йылдарҙа уҡ хәрби-фәнни эштәр менән әүҙем шөғөлләнә башлай. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, 300-ҙән ашыу мәҡәләләре журнал, гәзитәрҙә баҫылып сыға. «Тактика һәм маневрҙар тәғлимәте», «М. В. Фрунзе — хәрби теоретик», «Дөйөм ғәскәри тәғлимәттәр», «Мәғәнәһеҙ һуғыш биттәре», «Минең һуңғы һуғыш», «Әгәр иртәгә һуғыш башланһа?..» тип аталған китаптар яҙа.

1995 йылдың февралендә Хәрби фәндәр академияһы булдырылғандан һуң, уның президенты итеп һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы мәсьәләләрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Фәнни бәхәстәрҙә әүҙем ҡатнаша, һуғыш тарихын фальсификацияуға ҡаршы сығыш яһай. СССР-ҙың фашизмға ҡаршы еңеүе менән бәйле ризаһыҙ ынтылышты хәҙерге Рәсәйгә ҡаршы кампаниялар пропагандаһы тип һанай[3]. Ғилми йыйынтыҡтарға һуғыш тураһында алда билдәһеҙ булған меңәрләгән документтарҙы индерә. «Һуғыш — 1-се һанлы Директива» тапшырыуында сығыш яһай.

Бынан тыш — Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығының генераль инспекторҙар идаралығының генераль инспекторы, Рәсәй Федерацияһының Оборона Министрлығы ҡарамағында йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәте ҡарамағындағы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы эргәһендәге Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары[4].

М. А. Гәрәевтең «Рәсәй XX быуаттағы һуғыштарҙа» лекцияһы менән 2004 йылдың 25 мартында Полит.ру. асыҡ лекциялар асыла[5].

2011 йылдың 3 мартында Рәсәй Федерацияһы суд системаһына ышаныстың информацион бөтөрөүенә ҡаршы йәмәғәтселек вәкилдәренең мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ленин ордены, дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Александр Невский ордены, ике I дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II һәм III дәрәжәләге «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» миҙалдары, шулай уҡ сит ил ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә. 2013 йылда III дәрәжәләге «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнә[6].

1998 йылда «Маршал Жуков. Полководец сәнғәтенең бөйөклөгө һәм уникаллеге» (1996 йыл) тигән китабы өсөн беренсе булып Советтар Союзы маршалы Г К. Жуков исемендәге Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһына лайыҡ була[7][8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ПОЛИТ.РУ \ ДОКУМЕНТЫ \ Махмут Гареев: избранные моменты из биографии и библиографии
  2. Махмут Гареев — человек, генерал, ученый — ОРУЖИЕ РОССИИ, Каталог вооружения, военной и специальной техники
  3. 7 вопросов Махмуту Гарееву, генералу армии // Русский репортёр, № 17 (47), 8 мая 2008
  4. Г. Миранович. Школа генерала Гареева. «Красная Звезда», 19 июля 2013.
  5. Махмут Гареев. «Россия в войнах XX века»
  6. В Кремле Владимир Путин вручил орден генералу Махмуту Гарееву
  7. Указ Президента РФ от 25.05.1998 № 583 «О присуждении Государственной премии Российской Федерации имени Маршала Советского Союза Г. К. Жукова за 1998 год». «Московский журнал» — 2002 — № 6. официальный сайт Президента Российской Федерации.
  8. Определены лауреаты Государственной премии Российской Федерации имени Маршала Советского Союза Г. К. Жукова. официальный сайт Министерства обороны Российской Федерации.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рубцов Ю. В. Президент Академии военных наук М. А. Гареев // Новая и новейшая история. — 2003. — № 4;
  • Президенту Академии военных наук генералу армии М. А. Гарееву — 90 лет // Новая и новейшая история. — 2013. — № 4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]