Гөрөлдәүекле (шишмә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гөрөлдәүекле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Карта
 Гөрөлдәүекле Викимилектә

Гөрөлдәүекле шишмә — урындағы әһәмиәткә эйә булған тәбиғәт ҡомартҡыһы. Дондағы Ростовтың Тимер юлы районында урынлашҡан.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Легендаға ярашлы Гөрөлдәүекле тип уға Петр I тарафынан ҡушылған, ул, йәнәһе, үтеп барышлай көслө шишмә тауышын ишеткән[1]. Шишмә янында Преподобный Серафим Саровскийҙың ҡорамы урынлашҡан. Шишмә артында тимер юлы башлана.

Беренсе тапҡыр сығанаҡты билдәле геолог һәм палеонтолог профессор Владимир Владимирович Богачев 1919 йылда баҫылып сыҡҡан юл күрһәткес китабында һүрәтләй. Элек сығанаҡ ысынлап та бөтә окургҡа гөрһөлдәп аҡҡан. Ул ҙур баҫым аҫтында етәһе ҙур бейеклектән аға. Ағып төшкән һыуҙың тауышы уға яҡынлашмаҫ элек ишетелә.

1990 йылда Гөрөлдәүекле сығанаҡ кәртәләп алына һәм изгеләндерелә. Сиркәү бында ҙур аҡ тәре ҡуя. Тумба төҙөлә, һыу торба аша аға. Шишмә янына баҫҡыс һәм ике бассейн төҙөлә, эскәмйәләр ҡуйыла. Бассейндар ҙур түгел. Береһе — бәләкәй, балалар өсөн, тәрәнлеге метрҙан кәмерәк. Икенсеһе — ололар өсөн, тәрән һәм саҡ ҡына ҙурыраҡ. Йөҙөп булмай, әммә ҡойоноп сығырға мөмкин. Һыуы саф, үтә күренмәле, һәм шифалы тип һанала.

Шишмә һыуы ҡышын туңмай. Һыуы үтә күренмәле һәм һалҡын, йыл әйләнәһенә температура 10 градус. Халыҡта шишмә бик популяр, уның һыуы эсеү һәм йыуыныу өсөн ҡулланыла. Гөрөлдәүекле шишмәлә керәшен һалҡындарында һыу инәләр. Ә Керәшен ваҡытында алып ҡалған һыуы йыл буйына боҙолмай. Шишмә тирәһе йыһазландырылған.

Барыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шишмәгә Стачкалар проспектынан йәйәү барырға мөмкин. Йәнәшәлә тимер юлдары һәм Ростов Яры станцияһы урынлашҡан. Вокзал яны һәм Амбулатория урамдарында шишмәгә барыу күрһәткестәре ҡуйылған[2].

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]