Дадиани һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дадиани һарайы
груз. დადიანების სასახლეთა
Нигеҙләү датаһы 1840
Рәсем
Нигеҙләүсе Акакий Чантурия[d]
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Зугдиди[d]
Урын Зугдиди[d]
Рәсми сайт georgianmuseums.ge
Карта
 Дадиани һарайы Викимилектә

Дадиани һарайы — Грузияның Зугдиди ҡалаһында Дадиани нәҫеленә ҡараған мегрель хакимдары резиденцияһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуатта Грузияла булып киткән итальян миссионеры Арканджело Ламберти түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдыра: «Кенәздең 50-нән ашыу һарайы бар, әммә иң матуры Зугдидила урынлашҡан: ул бик яҡшы таштан һалынған, эске бүлмәләре фарсы стилендә биҙәлгән»[2].

Әлеге ваҡыттағы һарай 1873-78 йылдарҙа кенәз ҡатыны Екатерина Дадиани өсөн төҙөлгән. Һарай проектын эшләгәндә архитектор Эдгар Дж. Райс Алупкалағы Воронцов һарайын өлгө итеп ала[3]. Икенсе һарай Леонид Васильев проекты буйынса уның улы, һуңғы мегрель хакимы өсөн 1880-се йылдарҙа төҙөлә.

Николай Дадиани тәхеттән баш тартҡандан һуң (1866) уның апаһы Саломе әсәһе менән Парижға китә, унда ул 1868 йылдың 18 майында маршал Мюрат ейәне — принц Ашиль Мюратҡа кейәүгә сыға. Ашиль Мюрат Мегрелияға бонапартистарҙың бер нисә ҡомартҡыһын, шул иҫәптән Наполеондың үлгәндән һуң эшләнгән өс битлектең береһен алып килә. Хәҙерге ваҡытта был битлек һарай комплексының бер өлөшөн биләгән тарихи музейға ҡуйылған.

Музей[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дадиани һарайы алдында.
Һарай алдындағы парк.

Мегрелия музейына нигеҙ уның хужаһы Давид Дадиани инициативаһы буйынса 1849 йылда һалына, унда башлыса иң боронғо грузин ҡомартҡылары һәм әйберҙәре туплана. Бөгөн музейҙа 41000 экспонат һаҡлана. Улар араһында — Тагилон хазинаһы инвентары (беҙҙең эраға тиклем 1-се мең йыллыҡ), антик алтын битлек, батшабикә Тамараның әсәһенең иконаһы (12-се быуат), Константинополь ҡолатылғандан һуң Грузияға килеп эләккән боронғо ҡомартҡылар, урта быуаттағы хәрби европа ҡоралв, көнбайыш Европа оҫталарының һынлы сәнғәт һәм графика әҫәрҙәре.

Һарай тирәләй ҙур Зугдид ботаника баҡсаһы йәйрәп ята, уны Саломеның әсәһе, Екатерина Александровна Чавчавадзе-Дадиани — Нина Грибоедованың бер туған апаһы, Европа баҡсасыларынан яҙҙыртып алған үҫентеләр ярҙамында барлыҡҡа килтерә. Баҡса 26,4 гектар майҙанды биләй.

Милек тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990-сы йылдар уртаһында принц Ашиль Мюрат һәм кенәз ҡыҙы Саломеның бүләһе — принц Ален Мюрат менән уның йәмәғәте принцесса Вероника (ҡыҙ фамилияһы де Шабо-Трамекур) һәм уларҙың ҡыҙы Матильда төпләнеп йәшәү өсөн Зугдиди ҡалаһына күсенеп ҡайта. Улар «Мюраттар Грузияла» фондын ойоштора, артабан Европа суды аша кенәз Дадианиҙарҙың мөлкәтен, һарайҙы ла индереп, үҙҙәренә алырға тырыша. Әммә Дадиани һарайҙарын ҡотҡарыу фонды Грузияла ла бар икән. Был Фонд вәкилдәре, 1919 йылда Дадианиҙарҙың вариҫтары рәсми рәүештә һарай комплексынан баш тартҡан, тип белдерә.


2007 йылдың 26 майында Зугдиди ҡалаһында булған сағында Грузия президенты, кенәз Дадианиҙарҙың һарайын тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыласаҡ, тип белдерә:

«Беҙ Грузияның берҙән-бер һаҡланып ҡалған һарайын — кенәз Дадианиҙарҙың һарайын Зугдидила йәшәүселәр ҙә, шулай уҡ бөтә Грузия ла ғорурланһын өсөн ҡайтанан тергеҙергә йыйынабыҙ… Һарайҙы тергеҙеү эштәрен яҡын айҙарҙа башлаясаҡбыҙ. Был бик ҡиммәтле проект, әммә мин, был һарай — Грузияның ғорурлығы һәм уның тарихының ярайһы уҡ ҙур ғына өлөшө, тип иҫәпләйем.».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. http://www.vostlit.info/Texts/Dokumenty/Kavkaz/XVII/1640-1660/Lamberti/frametext.htm АРКАНДЖЕЛО ЛАМБЕРТИ, «ОПИСАНИЕ КОЛХИДЫ ИЛИ МИНГРЕЛИИ»
  3. Dadiani Dynasty. Дата обращения: 1 март 2014. Архивировано 18 октябрь 2011 года. 2011 йыл 18 октябрь архивланған.