Эстәлеккә күсергә

Даирә (музыка ҡоралы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Даирә (музыка ҡоралы)
изображение
Классификация

Бубен

Туғандаш инструменттар

дәф, канйирә

Даирә, дойра (фарсы теленән — түңәрәк) – фарсы-ғәрәп йоғонтоһон кисергән илдәрҙә: Ҡырымда, Төньяҡ Һиндостан, Тажикстанда (дойра, деф[1]), Төркиә, Үзбәкстан, Ҡарағалпаҡстан, уйғырҙар (әйҙә, дойра[1]), Грузия, Албания, Сербия, Төньяҡ Македония, Болгария, Румыния, Молдовала (даирә[1]) традицион музыканы башҡарыу өсөн ҡулланылған барабан төрө[2].

Дойра Иран һәм Урта Азиянең иң билдәле рамлы барабандарҙың береһе. Әзербайжан һәм Әрмәнстанда ҡорал дәф (дяф, ғауал, һәүәл) тип атала.

Үзбәкстан почта маркаһы

Даирә тарихы күп быуаттарға һуҙыла. Тегерандағы Иран Милли музейында Лорестандан гравировкаланған бронза сынаяҡта ике ҡатлы нәйҙәр (ҡамыштан яһалған музыка ҡоралдары), чаңдар (арфалар) һәм даирәләр һүрәтләнгән .

Пехлеви телендә (исламға тиклемге фарсы телдә) инструмент "дарә" тип аталған. Шағир Әбү Сәйет Абелкхәйер (967-1048) үҙенең әҫәрҙәрендә "даирә" һүҙҙен "барабан" мәғәнәһендә телгә ала.

    • Дайра // Большая российская энциклопедия. Том 8. — М., 2007. — С. 244.
    • Дойра // Музыкальная энциклопедия. Том 2. — М., стлб. 277: Советская энциклопедия, 1973.
    • Дайра́ грузинская (с. 98), туркменская (с. 117). Дайря́ молдавская (с. 46). Дап, дойра́ уйгурская (с. 134). Дойра́ узбекская (с. 122—123), кара-калпакская (с. 125). Дойра́, деф таджикская (с. 129) // Атлас музыкальных инструментов народов СССР. — М.: МузГИз, 1963.
    • Рогаль-Левицкий Д.Р. Дайра // Современный оркестр. Том 3. — М.: МузГИз, 1956. — С. 47—60.