Эстәлеккә күсергә

Дактар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дактар
Рәсем
 Дактар Викимилектә
Римдә Император Константиндың Триумф аркаһын ослаған дак яугирының мәрмәр статуяһы

Дактар (лат. Daci) — фракий ҡәбиләләре төркөмө[1][2][3]. Дактарҙың үҙәк төпләнеү өлкәһе Дунайҙың түбәнге ағымынан төньяҡтараҡ (хәҙерге Румыния һәм Молдавия территорияһында) урынлашҡан. Римлеләр менән һуғыштары арҡаһында дактар тураһында мәғлүмәт етерлек.

Дактарҙың йәшәү өлкәһе, нигеҙҙә, хәҙерге Румыния[4], Көнсығыш Сербия, Төньяҡ Болгария, Словакия[5], Венгрия һәм Көньяҡ Польша илдәренең территорияларын үҙ эсенә ала. Дакияның көньяҡ сиге яҡынса Дунай буйлап (рим сығанаҡтарында — Данубиус, гректарҙа — Истрос), ә Дакия батшалығы сәскә атҡан йылдарҙа — Балҡан тауҙары буйлап үтә. Мёзия (Добруджа), Дунайҙан көньяҡтағы өлкә, боронғо гректар менән бәйләнештә булған геттар йәшәгән төп өлкәләрҙең береһе була. Көнсығышта өлкә Ҡара диңгеҙ һәм Днестр йылғаһы (грек сығанаҡтарында — Тирас) менән сикләнгән була. Әммә Днестр һәм Прут йылғалары араһында, шулай уҡ көнбайышта Тиса йылғаларында бер нисә дак торағы теркәлгән.

Дактарҙың бойондороҡһоҙ дәүләте, уның территорияһы даими үҙгәреп торһа ла, б. э. т. 82 йылдан алып б. э. 106 йылда Рим яулап алғанға тиклем, йәшәгән. Дакия батшалығының баш ҡалаһы, хәҙерге Румыния территорияһында урынлашҡан Сармизегетуза, римлеләр тарафынан емерелә, әммә уның исеме римской провинцияһы Дакияның баш ҡалаһы сифатында төҙөлгән яңы ҡала Ульпия Траяна Сармизегетуза исеменә өҫтәлә.

Дакия батшалығы кеүпмелер ваҡыт Тиса һәм Урта Дунай араһындағы территорияларҙы үҙ эсенә алған. Дакия уртаһында Карпат тауҙары урынлашҡан булған. Шулай итеп, Дакия хәҙерге Румыния һәм Молдавия, шулай уҡ өлөшләтә Болгария, Сербия, Венгрия һәм Украина территорияларын биләгән.

Атамаһы һәм сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Страбонға ярашлы, дактар башта үҙҙәрен Daoi тип атаған. Гесихий Александрийский (Hesychius), daos — бүренең фригий атамаһы тип яҙа. Геродот үҙенең «История»һында тәүге тапҡыр дактарға ҡарата геттар этнонимын ҡулланған[6]. Юлий Цезарь Һәм Өлкән Плиний хеҙмәттәрендә халыҡ «дактар» булараҡ билдәле[7]. Геттар һәм дактар бер-береһен алмаштырыусы терминдар булған йәки гректар уларҙы бер аҙ бутап ҡулланған[8][9]. Латин шағирҙары йыш ҡына «геттар» атамаһын ҡулланған[10]. Беҙҙең эраның 113 йылында Адриан дактар өсөн «геттар» тигән шиғри термин ҡуллана[11]. Хәҙерге тарихсылар «гет-дактар» атамаһын ҡулланырға ярата[7]. Страбон геттарҙы һәм дактарҙы айырым, әммә туғандаш ҡәбиләләр тип һүрәтләй. Был айырма улар баҫып алған (оккупациялаған) төбәктәргә ҡағыла[12]. Страбон һәм Өлкән Плиний шулай уҡ геттар һәм дактар дак телендә һөйләшкән тип белдерә[12][13].

Мирча Элиаде дактарҙың этник атамаһының бүрене аңлатҡан һүҙҙән килеп сығыуы тураһында өс фараз тәҡдим итә[14]:

  1. егеттәрҙең хәрби инициация йолаһын үтеү ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм аяуһыҙлығы арҡаһында уларҙың ритуаль эпитеты — бүреләр — бөтә ҡәбиләгә күсерелгән;
  2. хәрби аристократияны формалаштырыусы яулап алыусыларҙың ритуаль исемен урындағы халыҡ ҡабул иткән;
  3. ритуаль бүрегә әүерелеү мөмкинлегенә — шаман практикаһына нигеҙләнә.

Икенсе фараз төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына, ә һуңынан көнбайышҡа Трансильвания территорияһына, элек тарихсыларға билдәле булған дах ҡәбилә союзына ингән күсмә сармат ҡәбиләләренең үтеп инеү версияһында үҫеш таба. Был Дунайҙан төньяҡҡа табан башҡа сармат төркөмдәренең, атап әйткәндә, антик дәүерҙәрҙән билдәле булған языгтарҙың килеүе менән тура килә. Был осраҡта «дактар» этносының барлыҡҡа килеү механизмы иртә урта быуаттар дәүерендә болгар этносы формалашҡан механизмға оҡшаш булып сыға.

Дактың башы, Римдәге Траян форумындағы әсирҙең монументаль статуяһы фрагменты (Эрмитаж)

Тарих һәм мәҙәниәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латен осоронда Трансильванияла бай мәҙәниәт сәскә ата, ул өлөшләтә төньяҡ Ҡара Диңгеҙ буйы скифтарының күсмә малсылыҡ мәҙәниәтенә нигеҙләнгән, әммә шулай уҡ үҙенең килеп сығышы менән б. э. т. IV һәм III быуаттарҙа миграцияһы киң арауыҡтарҙы биләгән кельттарҙың көслө һәм оҙайлы йоғонтоһона бурыслы. уларҙың Ерҙәр игенселек өсөн дә, малсылыҡ өсөн дә яраҡлы була, бында йөҙөм яҡшы үҫә, ә тауҙар минералдар менән тулы булған. Урындағы һөнәрселәр эшләгән алтын биҙәүестәр һәм тимер ҡоралдар уларҙың юғары оҫталығын күрһәтә. Бынан тыш, бында, күп һанлы тәңкәләр табылыуы күрһәтеүенсә, Ҡара диңгеҙ буйындағы грек колонияларында тауарҙар менән интенсив алмашыу булған. Һуңынан Дакий юлбашсылары Карпат армыттарында ҡеүәтле ҡәлғәләр төҙөй (уларҙы румын археологтары ентекле тикшерә) һәм урындағы игенселек менән шөғөлләнгән халыҡҡа яһаҡ һәм йөкләмәләр һалып, байлыҡ туплай.

Буребиста хакимлығы осорондағы Дакия ҡалалары һәм ҡәлғәләре, уның хәрби кампаниялары һәм билдәле алыштары

Б. э. т. 60 йылдар тирәһендә (Иордан раҫлауынса, был б. э. т. 82 йылдар тирәһендә була) бер нисә ҡәбилә үҙенең хакимлығын ҙур территорияға йәйелдергән, Дунайҙан көнбайышта Паннонияла йәшәгән кельттарға (бойҙар һәм таврисктар) һөжүм иткән һәм грек колонияларына янаған Буребиста хакимлығы аҫтында берләшә. Б. э. т. 48 йылда, бөтә походтарҙан һуң, Буребиста батшалығы (көнбайышта) Урта Дунайҙан Ольвия һәм Аполлония араһындағы (көнсығышта) Ҡара диңгеҙҙең көнбайыш яр буйына һәм Төньяҡ Карпаттан Балҡан тауҙарына тиклем һуҙыла. Страбонға ярашлы, Дакия батшаһы 200 мең яугирҙән торған армия менән сыға алған. Ошондай көскә эйә булып, Буребиста Гней Помпей менән Гай Юлий Цезарь араһындағы Граждандар һуғышына ҡыҫыла. Һуңғыһы б. э. т. 44 йылда, үлеменә тиклем, Дакияға экспедиция планлаштыра, әммә тиҙҙән Буребиста фетнә ваҡытында үлтерелә, һәм Дакия дүрт йәки биш айырым берәмеккә тарҡала.

Буребиста дәүерендә төҙөлгән Блидару ҡәлғәһе диуарҙары (жудец Хунедоара, Румыния

Дунайҙы Рим империяһы сиге иткән Октавиан Август Октавиан Август дактарҙы рим хакимлығын танырға мәжбүр итә, әммә унан һуң идара иткән императорҙар йылға аръяғындағы өлкәне реаль контролдә тота алмай. Әүҙем Децебал батша хакимлығы аҫтында яңынан берләшкән дактар етди проблемаға әйләнә. Домициан (беҙҙең эраның 81-96 йылдарында хакимлыҡ иткән), дактар менән һуғышҡанда үҙгәреүсән уңышҡа өлгәшкән кампанияларҙан һуң, император Децебал менән солох төҙөү менән ҡәнәғәт ҡала. Император Траян (98-117 йылдарҙа хакимлыҡ итә) тыныслыҡ килешеүен юҡҡа сығара һәм Дакияға баҫып инә. Ике ҡан ҡойошло һуғыш (101—102 һәм 105—106) (был һуғыштар Римдә Траян колоннаһындағы һүрәттәрҙә мәңгеләштерелгән), һөҙөмтәһендә ул уны рим провинцияһына әйләндерә, ә Дакияның һуңғы батшаһы Децебал үҙен-үҙе үлтерә. 500 меңгә яҡын дак ҡоллоҡҡа һатыла.

Рим Дакияһы Карпат тауҙары менән уратып алынған тигеҙлек өлкәләрен биләй, әммә төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан Карпат үткәүелдәре аша баҫып инеүгә дусар булған. Рим хакимлығы аҫтында йәшәгән дактарҙың бер өлөшө яйлап романлаша, ә «ирекле дактар» — Бөйөк дактар (Daci Magni), карптар һәм костобок халыҡтары (әгәр уларҙы дак ҡәбиләһе тип иҫәпләгәндә) — тауҙарға сигенә. Үҙәк Европала ҡәбиләләр хәрәкәте, уларҙың кульминацияһы булып рим императоры Марк Аврелий (161—180) башлаған герман маркомандар ҡәбиләһенә ҡаршы һуғыштар Дакияға ла йоғонто яһай. Б. э. III быуаты уртаһында Рим империяһында хакимлыҡ иткән ығы-зығыны (хаос) Рим провинцияһы күтәрә алмай. Император Аврелиан 271 йылда рим колонистарын Дунайҙың уң ярына Мёзия провинцияһының урта өлөшөнә эвакуациялай, унда тиҙҙән Аврелиан Дакияһы (лат. Dacia Aureliana) провинцияһы барлыҡҡа килә; император Диоклетиан 285 йылда Аврелиан Дакияһыынан яңы ике: Dacia ripensis («Яр буйы Дакияһы») һәм Dacia mediterranea («Эске Дакия») провинцияларын булдыра.

Траян Дакияны ҡушҡас, бында Рим империяһының башҡа өлкәләренән яңы халыҡты күсерә, атап әйткәндә, уларҙы Сармизегетуза һәм Апулум ҡалаларына урынлаштыра. Һуңынан бында башҡа ҡалаларға ла нигеҙ һалына, Дакия юғары үҫешкән империя цивилизацияһының ғәҙәти өлгөләренә эйәреп йәшәй.

Костештиҙағы (жудец Хунедоара ҡәлғәһе диуарҙары, Румыния)

Ауылдары һәм ҡәлғәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дакия территорияһында ауыл тибындағы күп кенә тораҡ пункттар булыуын күрһәтә, әммә системалы ҡаҙыныуҙар барышында тикшерелгән тораҡ пункттар һаны күп түгел. Тышҡы ҡиәфәте буйынса улар үткән быуаттарҙағы тораҡ пункттарҙы хәтерләтә һәм бер нисә ихаталы һәм хужалыҡ ҡаралтылары булған бәләкәй ауылдарҙан ғибәрәт. Был тораҡтар йылғалар ағымы буйлап, тәбиғи террасаларҙа, һыу баҫыуға дусар булмаған урындарҙа урынлашҡан.

Археологик тикшеренеүҙәр башлыса нығытылған ҡасабалар һәм ҡәлғәләр урынлашҡан урындарҙа тупланған. Бындай ауылдар һәм ҡәлғәләр бейек (ҡалҡыулыҡтарҙа, бейек террасаларҙа, тау түбәләрендә), башҡа өлкәләрҙән алып барыусы юлдарҙы күҙәтергә мөмкин булған урындарҙа урынлашҡан. Ер өйөмдәре һәм ағас диуарҙар ғәҙәттә нығытма булып хеҙмәт итә, ә Дакия батшалығы нығынғандан һуң Буребиста хакимлығы осоронда диуарҙарҙың оборона бүлкәттәре һәм шымартылған ташан дүрт ҡырлы бастиондар барлыҡҡа килә, уларҙы грек төҙөлөш технологияһына таянып, көнбайыш понтий ҡалалары оҫталары төҙөгән. Бындай нығытмаларҙың ҡалдыҡтары Дакия баш ҡалаһы тирәһендә табылған. Периферияла (Батка-Доам-ней, Четэцени, Дивич) стеналар шымартылмаған таштан төҙөлә, әммә бында ла баш ҡаланың иҫ киткес ҡоролмаларын ҡабатларға ынтылыш асыҡ күренә.

Нығытылған ҡасабаларҙа кешеләр башлыса эске ихаталарҙа, әммә йыш ҡына нығытма диуарҙары артында ла йәшәгән. Йорттар тышҡы ҡиәфәте буйынса ауыл йорттарын хәтерләтә, әммә тағы ла ҙурыраҡ ҡоролмалар (һөнәрселәр оҫтаханалары, ғибәҙәтханалар һ.б.) барлыҡҡа килә. Нығытылған тораҡ (dava термины менән билдәләнгән, функциялары яғынан кельт oppidaдарына оҡшаш) пункттар иҡтисади, административ, хәрби һәм дини функциялар үтәй, әммә тышҡы яҡтан улар һиҙелерлек айырыла. Ҡәлғәләр тәү сиратта хәрби тәғәйенләнешле (улар ҙур булмаған майҙанды биләй, һәм уларҙа даими гарнизондар була), әммә былар ғына түгел. Улар дини функция ла үтәгән (ҡайһы берҙәрендә ғибәҙәтханалар табылған). Фортификацияларҙың ике категорияһы ла кельттар йәшәгән урындарҙа төҙөлгәндәрҙән айырылып тора. Моғайын, нығытманың төрө хакимдың шәхесенә бәйле булғандыр. Дакияны яулап алғандан һуң һәм Дакияның һуңғы батшаһы Децебал үлгәндән һуң, бындай ҡоролмалар табылған бөтә өлкәләр ҙә рим провинцияһы сиктәренә индерелмәһә лә, бындай ҡәлғәләр бөтөнләй юҡҡа сыға. Мәҫәлән, Тисаның уң ярындағы Марамуреш өлкәһендәге нығытылған тораҡ пункттарҙың яҙмышы шундай. Дакий аристократияһын юҡ итеү батшалыҡ осоронда нығытмаларҙың эшләүен тәьмин иткән структураларҙы емереүгә килтерә.

Иң һоҡланғыс фортификация ҡоролмалары Дакияның баш ҡалаһы тирәһендә табылған. Уларҙы Буребиста идара иткән осорҙа төҙөй башлайҙар, артабан улар даими модификациялана. Дактарҙың дини үҙәге, моғайын, Страбон телгә алған изге Когайонон тауы, унда, бәлки, Декеней хакимлығы осоронда, диңгеҙ кимәленән 1000 м бейеклектәге Сармизегетуза-Регия ҡалҡып сыҡҡандыр. Был үҙәккә алып барған бөтә юлдарҙы таш нығытмалы ҡәлғәләр (Костешты-Четэцуе, Костешты-Блидару, Пьятра-Рошие, Вырфул-луй-хулпе һ.б.) кәртәләй. Ғибәҙәәтхананан алыҫ түгел яһалма террасаларҙа төҙөлгән, таш диуарҙар менән уратып алынған ҙур тораҡ барлыҡҡа килә. Һыу махсус һалынған һыу үткәргестәр аша бирелә. Сармизегетуза-Регия тышҡы ҡиәфәте менән Урта диңгеҙ ҡалаһын хәтерләтә. Ҡайһы бер тарихсылар уны хатта Пергам менән сағыштыра. Ғибәҙәтхана янында Домициан осорондағы дак-рим һуғыштары алдынан төҙөлгән ҙур булмаған фортификация ҡоролмаһы урынлашҡан.

Күп кенә нығытылған ауылдарҙа көршәк яһалған һәм металл эшкәрткән һөнәрселек оҫтаханалары табылған. Был урындағы ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған күп һанлы әйберҙәр уларҙа эш ҡайнағанын раҫлай. Һүҙ тәү сиратта керамик изделиелар тураһында бара. Дактарға хас һауыт-һаба күҙәнәкле орнамент менән биҙәлгән (аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулланылған) һауыттарҙан, емеш-еләк һауыттарынан (бейек аяҡлы мискәләр) һәм кәсә формаһындағы йәйпәктәрҙән ғибәрәт. Дактар шулай уҡ формаһы һәм биҙәге менән кельттар йәшәгән өлкәләрҙә эшләнгән оҡшаш әйберҙәрҙән айырылып торған рәсемле керамика ла эшләгән. Сармизегетуза тирәһендәге тораҡ пункттарҙа хайуандар һүрәттәре, шулай уҡ үҫемлек һәм геометрик орнаменттар менән биҙәлгән һауыттар яһағандар. Был һауыттарҙы археологтар һарай яны керамикаһы тип атай.

Сармизегетуза ғибәҙәтханаһындағы ағас бағаналар

Дактарҙың ғибәҙәтханалары һәм ғибәҙәт ҡылыу урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң боронғо изге урындар (уларҙың ҙурлығы граждан тәғәйенләнешендәге ғәҙәти ҡоролмаларҙан күпкә ҙурыраҡ) тура мөйөшлө ағас ҡоролмаларҙан ғибәрәт һәм апсида формаһындағы, төньяҡ-көнбайышҡа йүнәлешле бинанан ғибәрәт. Декеней үткәргән реформа көсләп «рәсми» динде индерә, һөҙөмтәлә яңы ғибәҙәтханалар барлыҡҡа килә. Изге сармизегетуза өлкәһендә лә, ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа һәм ҡәлғәләрҙә түңәрәк һәм дүрт мөйөшлө изге урындар табылған. Түңәрәк формалағы ғибәҙәтханалар тирәләй таш йәки ағас майҙансыҡтар эсендә дүрт яҡлы бүлмә һәм төньяҡ-көнбайышҡа йүнәлешле апсида урынлашҡан. Дүрт ҡырлыларҙы эзбизташ йәки андезит тамбурҙарына таянып торған колонналар тотоп тора, ә ҡоролмалар үҙҙәре Урта диңгеҙ ғибәҙәтханаларын хәтерләтә.

Дактар йәшәгән ерҙәрҙә «халыҡ» ышаныуҙары һәм йолаларының үҙенсәлеге тураһында һөйләгән бер нисә изге урын табылған. Мәҫәлән, Концештиҙа, күл ярында, моғайын, изге сауҡалыҡта, йорт хайуандарын яндырған майҙансыҡ булған. Табылған һөйәктәрҙең күпселеге аяҡ-ҡул фрагменттарынан ғибәрәт, был ҡорбан килтереүҙең үҙенсәлеген күрһәтә.

Ҡайһы бер ҡоҙоҡтарҙа, моғайын, һыу рухтарына тәғәйенләнгән ритуаль һауыттар ҡатлауланмалар табылған. Көмөш әйберҙәр табылдыҡтары ла күп. Ҡағиҙә булараҡ, һүҙ тораҡ пункттарҙан ситтә урынлашҡан махсус ҡаҙылған соҡорҙарҙа шәхси йәшерен урындар тураһында бара. Уларҙа кейем биҙәүестәре (ҡаптырма, беләҙектәр, муйынсаҡтар һ.б.) йәшерелгән. Шулай уҡ йәшерер алдынан әйберҙәрҙе аңлы рәүештә боҙоу осраҡтары ла бар. Һәм, ниһайәт, күп кенә тораҡ пункттарҙа, башлыса Карпат зонаһынан ситтә, сихри йолалар башҡарыу билдәләнә. Археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында балсыҡтан эшләнгән, аңлы рәүештә сәнсеү-ҡаҙау йәки боҙоу эҙҙәре менән кеше фигуралары табыла. Ҡайһы бер урындарҙа сихри тылсым әйберҙәренең тотош «комплекты» табылған. Һис шикһеҙ, был күп кенә боронғо халыҡтарҙа этнологтар тарафынан билдәләнгән йолаларға оҡшаш «халыҡ» йолаларының дәлиле. Изге урындар һәм башҡа ғибәҙәт ҡылыу урындары әҙәбиәттә телгә алынған «рәсми» диндең дә, традицион йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең дә йәшәүен раҫлай.

  1. "Dacia", Encyclopædia Britannica Online, <https://www.britannica.com/place/Dacia#ref24738>. Проверено 16 август 2018. Источник. Дата обращения: 28 декабрь 2019. Архивировано 7 май 2020 года.
  2. "Romania: The Dacians", Encyclopædia Britannica Online, <https://www.britannica.com/place/Romania/Cultural-institutions#ref476933>. Проверено 16 август 2018. Источник. Дата обращения: 28 декабрь 2019. Архивировано 7 июнь 2020 года.
  3. Waldman, Carl; Mason, Catherine. Encyclopedia of European Peoples. Infobase Publishing (инг.)баш., 2006. — С. 205. ISBN 1438129181. Архивировано 11 март 2023 года.
  4. Nandris, 1976, p. 731
  5. Husovská, 1998, p. 187
  6. Herodotus, 4.93–4.97
  7. 1 2 Fol, 1996, p. 223
  8. Nandris, 1976, p. 730
  9. Crossland, Boardman, 1982, p. 837
  10. Roesler, 1864, p. 89
  11. Everitt, 2010, p. 151
  12. 1 2 Bunbury, 1979, p. 150
  13. Oltean, 2007, p. 44
  14. Элиаде Мирча. От Залмоксиса до Чингиз-хана. Дата обращения: 29 июнь 2012. Архивировано 5 март 2016 года.