Вәлиев Дамир Жәүәт улы
(Дамир Вәлиев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Вәлиев Дамир Жәүәт улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1940 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы |
Вафат булған көнө | 28 май 2002 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | Ижтимағи фәлсәфә |
Эш биреүсе | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт юридик университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Вәлиев Дамир Жәүәт улы (2 ғинуар 1940 йыл — 28 май 2002 йыл) — башҡорт ғалим-философы, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дамир Жәүәт улы Вәлиев 1940 йылдың 2 ғинуарында Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Этбай ауылында тыуған.
- 1965 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.
- 1970 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта: этика, эстетика һәм культурология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1986—1987 йылдарҙа — тарих факультеты деканы.
- 2002 йылдың 28 майында Өфөлә вафат була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында ерләнгән.
Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғалим-философтың фәнни тикшеренеүҙәре этикаға, Башҡортостаның йәмәғәтселек фекере тарихына, суверенитет һәм федерализм проблемаларына арналған. Ул 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Дамир Вәлиев «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәген, Башҡортостан халыҡтары партияһын төҙөү инициаторҙарының береһе.
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Этика. Уфа, 2004;
- История башкирской философской и общественно-политической мысли; основные тенденции развития. Уфа, 2010;
- Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 2010.
Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вәлиев Дамир Жәүәт улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Категориялар:
- 2 ғинуарҙа тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- Арғаяш районында тыуғандар
- 28 майҙа вафат булғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Урал юридик университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан философтары
- Силәбе өлкәһе башҡорттары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Силәбе өлкәһендә тыуғандар
- Башҡортостан шәхестәре