Дамир Джумһур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дамир Джумһур
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Bosnia and Herzegovina.svg Босния һәм Герцеговина
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Bosnia and Herzegovina.svg Босния һәм Герцеговина
Тыуған көнө 20 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (27 йәш)
Тыуған урыны Босния һәм Герцеговина Республикаһы, Сараево[1]
Һөнәр төрө актёр, теннисист, кино актёры
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Ауырлығы 68 Килограмм[1]
Спорт төрө теннис
Одиночные матчи (в/п) 111–113[1]
Парные матчи (в/п) 11–39[1]
Играющая рука правша[d][2] һәм двуручный бекхенд[d][2]
Ҡатнашыусы теннис на летних Олимпийских играх 2016[d]
Буйы 175 сантиметр
Рәсми сайт damirdzumhur.com
Призовой фонд 3 994 774 АҠШ доллары
Commons-logo.svg Дамир Джумһур Викимилектә

Дамир Джумһур — (рус. Дамир Джумхур), (босн. Damir Džumhur; 20 май 1992 йыл) — Босния тенниссыһы һәм киноактер; яңғыҙ разрядта Тенниссы-профессионалдар ассоциацияһының (ТПА) өс турниры еңеүсеһе.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дамир Джумһур 1992 йылдың 20 майында Босния һәм Герцеговинаның Сараево ҡалаһында тыуған, Нерфид менән Жанета ғаиләһендә тәүге бала. Бәләкәй сағынан Хуан Антонио Самаранча исмендәге Олимпия һарайында теннис менән шөғөлләнә башлай[3]. Шулай уҡ саңғы һәм футбол менән дә мауыға.

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылда Дамир Джумһур юниорҙар араһында халыҡ-ара теннис турнирында сығыш яһай. Ул бер нисә титул яулауға өлгәшә һәм 2010 йылда донъя юниорҙар рейтингыһында 3-сө урынға етә. Уның иң ҙур уңышы — 2010 йылда Европа юниорҙар чемпионатында еңеүе, 2010 йылда Сингапурҙа йәйге Олимпия үҫмерҙәр уйындарында бронза миҙал алыуы, шулай уҡ 2010 йылғы Уимблдон турнирында сирекфиналға сығыуы.

2009 йылда ул (Futures ITF) турнирҙарында ҡатнаша, һәм әлеге ваҡытта парлы һәм яңғыҙ разрядта алты титулға эйә.

2010 йылда Джумһур Босния һәм Герцеговина йыйылма командаһы составында тәүге тапҡыр сығыш яһай һәм Эстонияға яңғыҙ разрядта ҡаршы уйнап, Дэвис кубогында хәл иткес матчта еңеү яулай.

Ул 2014 йылда Австралияның Теннис буйынса ир-ат яңғыҙ разряды асыҡ чемпионатында төп селтәргә күсә һәм шулай итеп тәүге тапҡыр Ҙур торҡа (шлем) турнирында ҡатнаша. Ул Босния һәм Герцеговинанан быға өлгәшкән беренсе уйынсы булып сыға. Был турнирҙа ул өсөнсө раундҡа тиклем етә.

Шулай уҡ Джумһур 2014 йылда Франция Теннис буйынса ир-ат яңғыҙ разряды асыҡ чемпионаты өсөн квалификация үтә , әммә тәүге турҙа уңышһыҙлыҡҡа тарый.

2016 йылда Рио-де-Жанейрола теннис буйынса Йәйге олимпия уйындарында ҡатнаша.

2018 йыл

2018 йылда Австралияның Теннис буйынса ир-ат яңғыҙ разряды асыҡ чемпионатында Дамир Джумһур яңғыҙ разрядта өсөнсө әйләнәгә етә һәм үҙенең 2014 йылғы ҡаҙаныштарын ҡабатлай. Босниялы уйнсыға турнирҙың иң көслө спортсыһы Рафаэль Надаль кәртә булып сыға.

2018 йылдың февраль башында Монпельела Көньяҡ Францияның теннис буйынса асыҡ чемпионатында Дамир төп ике раундты утеп сыға һәм сирекфиналда уйнау хоҡуғын ала. Был стадияла ул француз Гаска Ришарҙан отола.

Марселдә үткәрелгән Теннис буйынса асыҡ чемпионатта ул сирекфиналға сыға, Томаш Бердыхтан беренсе сетта еңелгәндән һуң матчты ваҡытынан алда тамамлап ҡуя.

2018 йылғы Франция Теннис буйынса ир-ат яңғыҙ разряды асыҡ чемпионатында босниялы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, өсөнсө раундҡа етә.

Июндә Антальяла (Төркиә) өс сетта Адриан Маннариноны еңә.

Уимблдон турниры — 2018-ҙә икенсе әйләнәгә етә, әммә латыш Эрнест Гулбисутан биш сетлы ныҡышмал алышта еңелә.

АҠШ-тағы Асыҡ чемпионатта США тәүге әйләнәлә үк уны серб Душан Лайович еңеп сыға.

Йыл аҙағына рейтингыһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Яңғыҙ
рейтинг
Парлы
рейтинг
ТПА донъя туры 2018 47 148
ТПА донъя туры 2017 30 368
ТПА донъя туры 2016 77 380
ТПА донъя туры 2015 82 330
ТПА донъя туры 2014 109 410
ТПА донъя туры 2013 187 672
ТПА донъя туры 2012 242 569
ТПА донъя туры 2011 339 355
ТПА донъя туры 2010 1 007 920
ТПА донъя туры 2009 1 663

Турнирҙарҙа сығыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актерлыҡ карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ул тәүге тапҡыр Грбавица фильмын төшөргәндә массовкала ҡатнаша (2006).

Немец режиссеры Рудольф Швайгерҙың Mörderischer Frieden («Убийственный мир» — «Үлемесле донъя») фильмында беренсе мәртәбә төп ролдә уйнай — снайпер Дуркан ролен башҡара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 сайт ATP
  2. 2,0 2,1 сайт ITF
  3. Mama sportskog heroja BiH: Damira sam rodila u izbjeglištvu pod granatama, uvijek je donosio sreću. RadioSarajevo.ba (16 January 2014). Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 ғинуар 2014. 18 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Начал турнир с квалификации.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Профиль на сайте ATP. Damir Dzumhur[1]
  • Профиль на сайте ITF. Damir DZUMHUR [2]
  • Профиль участника Кубка Дэвиса[3]
  • Damir Dzumhur[4]