Эстәлеккә күсергә

Данилко Елена Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Данилко Елена Сергеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 май 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Баҡса, Бик-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эш урыны РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Данилко Елена Сергеевна (31 май 1970 йыл) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2007). РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты ғилми-мәғариф үҙәге етәксеһе[1].

Елена Сергеевна Данилко 1970 йылдың 31 майында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Баҡса ауылында тыуған. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетын (тарих факультетының археология бүлеге) тамамлай. 1992 йылдан алып ТТӘИ-лә, 1993 йылдан — Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй. 2002 йылдан башлап РФА-ның Этнология һәм антропология институтында (Мәскәү): 2007 йылдан алып — төп ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — этнографик ғилми белем биреү үҙәге мөдире. 2000 йылда «Старообрядчество на Южном Урале: историко-этнографическое исследование» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 2007 йылда РФА-ның Этнология һәм антропология институты докторантураһын тамамлай һәм докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (диссертация темаһы: «Механизмы самосохранения русских и финно-угорских старообрядческих общин Урало-Поволжья»)[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре Урал-Волга буйы халыҡтары этнографияһына, старообрядсылыҡҡа, визуаль антропологияға арналған.

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 10-ға яҡын этнографик фильм — «Башҡорт атының ҡымыҙы» («Кумыс из башкирской лошади»; 2003), «Учук» (2005), «Ете утлы уҡ» («Семиогненная стрела»; 2009) һәм башҡалар авторы.

Йәмғиәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005—2009 йылдарҙа — Рәсәй этнографтар һәм антропологтар ассциацияһының башҡарма директоры[2].

«Вестник Чувашского государственного университета» журналы мөхәрририәте ағзаһы.

Хәҙерге ваҡытта РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты ғилми-мәғариф үҙәге етәксеһе.

2019 йылдың 1 ғинуарынан — М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның диссертацион советы ағзаһы (тарих факультеты)

Славистар конгресы янындағы старообрядсылыҡты тикшереүҙәр буйынса халыҡ-ара комиссия составына инә. «Камера-посредник» визуаль антропологияһы Мәскәү халыҡ-ара фестиваленең башҡарма директоры. 2013 йылда әлеге фестивалдең Чикаго ҡалаһындағы һайлап алыу комиссияһы (SVA Film and Media Festival in Chicago) һәм Сибиу ҡалаһында (Румыния) «Астра» Халыҡ-ара документаль фильмдары фестивале ағзаһы була (Astra Film Festival of Documentary Film)[1].

Рәсәй халыҡтары тураһында тапшырыуҙар циклы аналитик редакторы була («Культура» телеканалында «Россия — любовь моя» тапшырыуы)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Золотое сердце Словонии» фестивале лауреаты (2015, Хорватия, Төп приз, Александров Е. В., Лихачев Р. А., Федосова К. А. менән берлектә)[3][4]