Данилов Виктор Петрович (тарихсы)
Данилов Виктор Петрович (тарихсы) | |
рус. Виктор Петрович Данилов | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 март 1925 |
Тыуған урыны | Орск, Ырымбур губернаһы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 16 апрель 2004[1] (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Востряково зыяраты[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | тарихсы, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | тарих[2] һәм иҡтисад тарихы[d][2] |
Эш урыны |
Институт истории АН СССР[d] Исторические записки (журнал)[d] Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты[d] Вопросы истории[d] Journal of Historical Sociology[d] Московская высшая школа социальных и экономических наук[d] |
Уҡыу йорто | Ырымбур дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] (1982) |
Аспиранттар | Виктор Викторович Кондрашин[d] |
Уҡыусылар | Виктор Викторович Кондрашин[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Данилов Виктор Петрович (4 март 1925 йыл — 16 апрель 2004 йыл[3]) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы-аграрсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1982), профессор (1990).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Петрович Данилов 1925 йылдың 4 мартында Ырымбур губернаһының Орск ҡалаһында ярым крәҫтиән, ярым һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Ырымбурҙа урта мәктәпте, һуңынан 1943 йылдың ғинуарында артиллерия училищеһын тамамлай[4].
Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың ноябренән 1945 йылдың майына тиклем ҡатнаша. 1985 йылдың 6 апрелендә Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[5].
Ырымбур дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай (1950). СССР ФА Тарих институты аспирантураһынан һуң 1954 йылда шул уҡ институтта хеҙмәткәр булып ҡала. Шул уҡ йылда «Борьба Советского государства за создание материально-технических предпосылок коллективизации сельского хозяйства (1926—1929)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
СССР ФА Тарих институтында совет крәҫтиәндәре тарихы буйынса төркөм етәксеһе (1958—1969), СССР ФА СССР тарихы институтында совет йәмғиәтенең аграр тарихы буйынса бүлек мөдире (1987—1992), 1992 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем РФА Рәсәй тарихы институтында XX быуат Рәсәйендә аграр үҙгәртеп ҡороуҙар тарихы буйынса төркөм менән етәкселек итә. 1982 йылда «Советская доколхозная деревня» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Һуңғы йылдарҙа — Социаль һәм иҡтисади фәндәрҙең Мәскәү юғары мәктәбе профессоры, Крәҫтиәндәрҙе өйрәнеүсе фән үҙәгенең етәксеһе.
1961—1992 йылдарҙа — «Исторические записки» мәхәрририәтенең ағзаһы; 1988 йылдан башлап ғүмеренең аҙағына тиклем «Вопросы истории» журналы мөхәррирәте ағзаһы, 1989 йылдан 1994 йылға тиклем — «The Journal of Historycal Sociology» консультанттар коллегияһы ағзаһы (Оксфорд — Нью-Йорк).
2004 йылда совет осоронда Рәсәй ауылы тарихы буйынса монографиялар циклы һәм документаль баҫмалар өсөг Рәсәй Фәндәр академияһының С. М. Соловьев исемендәге Алтын миҙалы менән бүләкләнә.
Дөйөм иҫәптә 250-нән ашыу ғилми баҫмаһы бар.
Востряков зыяратында ерләнгән[6].
Ватан монографияһында икенсе уңышлы эш тип (В. П. Даниловтың был темаға «Советская доколхозная деревня: население, землепользование, хозяйство» (М.: Наука, 1977) һәм «Советская доколхозная деревня: социальная структура, социальные отношения» (М.: Наука, 1979 фундаменталь хеҙмәттәренән һуң) професорҙар Стивен Уиткрофт һәм В. В. Кондрашин «Сталинизм тарихы» серияһында С. А. Есиковтың монографияһын атайҙар[7].
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Создание материально-технических предпосылок коллективизации сельского хозяйства в СССР. — М., 1957.
- Советская доколхозная деревня: население, землепользование, хозяйство. — М., 1977.
- Советская доколхозная деревня: социальная структура и социальные отношения. — М., 1979.
- Социализация земли в России. — Новосибирск, 2001.
- Община / Данилова Л. В., Данилов В. П. // Никко — Отолиты. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 18).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Данилова Людмила Валериановна (1923—2012) — ҡатыны. СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, рус урта быуаттар тикшереүсеһе[8].
- Данилов Андрей Викторович — улы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Архангельский А. Н. Несогласный Теодор: История жизни Теодора Шанина, записанная Александром Архангельским. Глава 5. Здесь и сейчас . Colta.ru → Всё о культуре и духе времени → Colta Specials (20 апрель 2018). Дата обращения: 17 май 2019.
- ↑ Данилов Виктор Петрович
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Могила В. П. Данилова
- ↑ http://scjournal.ru/articles/issn_1997-292X_2012_11-1_46.pdf#page=3 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
- ↑ Журавель А. В. Образ жизни: К 90-летию со дня рождения Л. В. Даниловой (Авдуевской) // Суждения. — 2013. — Выпуск № 11.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 1: А—З. — М.: Издательский центр «Москвоведение», 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Памяти Виктора Петровича Данилова: 4 марта 1925 — 16 апреля 2004 // Бюллетень «Население и общество» Центра демографии и экологии человека Института народнохозяйственного прогнозирования РАН. — 2004. — Выпуск № 155—156 (19 апреля — 2 мая).
- Журавель А. В. Памяти Виктора Петровича Данилова (воспоминания несостоявшегося ученика) // Суждения. — 2011. — Выпуск № 11.
- Данилов Виктор Петрович | ЛАДИМ: Деревня, человек, хозяйство, природа
- 4 мартта тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Орскиҙа тыуғандар
- 16 апрелдә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Востряково зыяратында ерләнгәндәр
- Ырымбур дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса тарихсылар
- СССР тарихсылары
- Рәсәй тарихсылары
- Тарих фәндәре докторҙары