Дан ҡурғаны (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дан ҡурғаны
Ил: Рәсәй
Төҙөлөү датаһы: 1980 йыл
Статусы: Мемориал
Координаталар 47°24′34″ с. ш. 40°06′09″ в. д.HGЯO
Дан ҡурғаны (Новочеркасск) (Ер)
Точка


Дан ҡурғаны — Новочеркасск ҡалаһында Еңеүҙең 35 йыллығы айҡанлы асылған мемориаль комплекс. Александровский паркында уға ингән ерҙә урынлашҡан.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комплекстың әһәмиәтле мәҙәни һәм мемориаль-тарихи ҡиммәте юҡ. Уның аҫтында ҡаланы һаҡлаусыларҙың да, уны азат итеүселәрҙең дә, нацистар ҡорбандарының да ҡәбере юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡурған үҙе ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Тап ул — ысын тарихи һәм мәҙәни мираҫ. Ҡурған скиф-сармат эпохаһында барлыҡҡа килгән һәм уның аҫтында боронғо мәйеттәр ерләнгән тип иҫәпләнә. Оҙаҡ ваҡыт ҡурған «Александровский баҡсаһындағы ҡурған» исемен йөрөтә. 150 йыл тирәһе уны эргә-тирәне байҡау өсөн, атап әйткәндә Тузлов йылғаһы ташҡан ваҡытта, күҙәтеү майҙаны итеп ҡулланалар. Революцияға тиклем ҡурғанда пушка була, ул көн үҙәгендә — Петербургтағы кеүек, — ата[1].

Архитектура-художество биҙәлеше Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы һәм сит илдәрҙәге шундай ҡурғандарҙыҡына оҡшаш. Күккә төбәлгән дүрт штык дүрт йыл һуғышты кәүҙәләндерә. Уртаһында мәңгелек ут урынлаштырылған була, уның тирәләй бетон ярымсфераға беркетелгән тимер хәрефтәр «Бер кем дә онотолмай, бер нәмә лә онотолмаған!» тигән яҙыу төҙөй. Ярымсфера тышында, Советтар Союзы Геройы Йондоҙо һүрәтләнгән һәм герой-ҡалалар исемлеге яҙылған таш плитанан башланып киткән таш баҫҡыстар. Дан ҡурғанынан сыҡҡан ерҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған ҡала кешеләренең исемлеге яҙылған бетон плита ҡуйылған[2].

1990-сы йылдар аҙағында комплекстың торошо насарая. Мәңгелек ут һүнә. Ләкин, ҡала ветерандарының принципиаль ҡарашы нәтижәһендә, 2012 йылдың 9 майына мемориал тулыһынса реставрациялана һәм яңынан мәңгелек ут тоҡандырыла.

2016 йылдың октябрь башында ике үҫмер Дан ҡурғаны мемориаль комплексын бысраталар. Вандалдар Мәңгелек ут урынлашҡан күҙәтеү майҙанының стеналарына әҙәпһеҙ һүҙҙәр яҙалар. Уларға ҡарата «Вандализм» статьяһы буйынса енәйәт эше асыла[3][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]