Дауытов Вилләр Йомағол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Вилләр Йомағол улы Дауытов
Флаг
Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры
1980 — 1986
 
Партия: КПСС
Белеме: Стәрлетамаҡ педагогия институты, КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбе В
Һөнәре: журналистика
Тыуған: 1 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Башҡорт АССР-ы хәҙерге Ишембай районы Юлдаш ауылы
Үлгән: 30 ноябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (74 йәш)
Өфө ҡалаһы
 
Наградалары:

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре»

Вилләр Йомағол улы Дауытов (1 ғинуар 1933, Башҡорт АССР-ы хәҙерге Ишембай районы Юлдаш ауылы  — 30 ноябрь 2007, Өфө) — башҡорт  журналисы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының  мәҙәниәт министры  (1980—86). БАССР Журналистар союзы рәйесе  (1976—1980)[1][2],  СССР Журналистар союзы идараһы ағзаһы.

75-се йәшендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.


Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даутовтар - бер нисә быуын башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәрен биргән нәҫел. Шуларҙың араһында Даутовтарҙың атаһы Йомағол Даутов (уҡытыусы), Нәғим Йомағол улы Даутов (Юлдаш ауылында башланғыс мәктәп мөдире), Әхнәф Йомағол улы Даутов (врач- педиатр, элекке Ишембай ҡалаһы балалар больницаһы мөдире), Венер Даутов(врач,элекке Ишембай ҡалаһы больницаһының балалар йоғошло сирҙәр бүлеге мөдире).

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай районындағы «Алға» колхозында (Юлдаш ауылында) башлана.Күренекле башҡорт рәссамы Эрнст Сәйетовтың ауылдашы.

1953 йылда Стәрлетамаҡ  педагогия институтына инә, унда комсомол комитеты секретары һәм бер үк ваҡытта ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты ағзаһы була.

Институтты тамамлағас, 1959 йылда Вилләр Дауытов «Башҡортостан пионеры» республика гәзитенең бүлек мөдире булып эш башлай, һуңынан был гәзиттең мөхәррире була. 1971 йылдан — «Совет Башҡортостаны» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары.

Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң  — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары.  1976 йылдан — БАССР Телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1980 йылдан 1986 йылға тиклем — Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министры.  Унан һуң БАССР Юғары Советы Президиумы Секретары, Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Секретариаты начальнигы итеп тәғәйенләнә.  

Пенсияға киткәнсе Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының редакция-нәшриәт бүлеге мөдире булып эшләй. 

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбен (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) тамамлаған.

1953 йылда  Стәрлетамаҡ педагогия институтына инә. 1973—1975 —  КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбе (Мәскәү) тыңлаусыһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш  Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 

БАССР Журналистар союзы рәйесе, СССР Журналистар союзы идараһы ағзаһы. 

Башҡорт ССР-ының Конституция комиссияһы ағзаһы  (1990)[3]

Шиғриәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт телендәге шиғырҙар авторы. Уның шиғырына яҙылған иң билдәле йырҙарҙың береһе — композитор Тәлғәт Шәрипов ижад иткән «Уралым» йыры.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҙалдары һәм башҡа наградалары бар. Дәүләт алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» тигән почетлы исемгә лайыҡ булған.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың 30 ноябрендә Өфөлә Мостай Кәрим урамындағы 44-се йорттоң стенаһына мемориаль таҡтаташ эленә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Романов. Он был одним из организаторов печати и СМИ Башкортостана (К 80-летию со дня рождения Вилляра Даутова) // Башинформ, 1 января 2013 года. http://www.bashinform.ru/news/521912/

Альфия Аглиуллина. В Уфе увековечили память Вилляра Даутова. // Башинформ, 30 ноября 2010 года. http://www.bashinform.ru/news/321579/

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]