Эстәлеккә күсергә

Дауытов Нәғим Яҡшығол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дауытов Нәғим Яҡшығол улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Юлдаш, Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы), Ишембай районы
Вафат булған көнө 1986
Вафат булған урыны Юлдаш, Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы), Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, яугир
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Дауытов Нәғим Яҡшығол улы (12 декабрь 1921 йыл — 1986 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант. Педагог. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[1][2].

Дауытов Нәғим Яҡшығол улы 1921 йылдың 12 декабрендә хәҙерге Ишембай районы Юлдаш ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ педагогия техникумын тамамлай. Һуғышҡа тиклем Юлдаш башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1941 йылдың 4 апрелендә Воскресенский районы военкоматы тарафынан хәрби хеҙмәткә алына[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Т. Т. Күсимов етәкселек иткән 275-се кавалерия полкында (58-се гвардия кавалерия полкында) хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы — сержант. 1943 йылдың 4 ғинуарында дошман батареяһының урынын билдәләй, һәм ул юҡ ителә. Шул уҡ көндө автоматтан дошмандың һигеҙ һалдатын юҡ итә. Был ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана[1][2].

1943 йылдың февралендә йәрәхәтләнеп, госпиталгә эләгә.

Һуғыштан һуң Ишембай районы Юлдаш ауылы башланғыс мәктәп мөдире булып эшләй.

1986 йылда вафат була.

Ҡатыны — Факиһа Сәйфулла ҡыҙы (Кинйәкәй ауылынан). Балалары: Рәмзиә, Назия, Рәйеф, Вәлимә, ?.