Эстәлеккә күсергә

Дағстан дәүләт медицина университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дағстан дәүләт медицина университеты
Герб
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Махачҡала
Урын Махачҡала
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Рәсми сайт dgma.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория: Дағстан дәүләт медицина университеты уҡытыусылары[d]
Карта

Дағстан дәүләт медицина университеты — Махачҡала ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто, медицина һәм фармацевтика өлкәһендә белгестәр әҙерләй.

Университетта 5 меңдән ашыу студент уҡый, шул иҫәптән донъяның 28 иленән 240-тан ашыу сит ил граждандары белем ала[2].

1932 йылда Дағстан дәүләт медицина институты булараҡ ойошторола, башта бер генә дауалау факультетынан тора.

Юғары уҡыу йортонда тәүге йылдарҙа билдәле ғалим профессорҙар О. А. Байрашевский, М. С. Доброхотов, А. В. Россов, В. А. Чудносоветов, Ф. Р. Бородулин, А. Г. Подварко, Г. П. Руднев һәм башҡалар эшләй.

1937 йылда Александр Федорович Серенко был институтты тамамлай.

1964 йылда дауалау факультетының киске бүлеге асыла, 1965 йылда — стоматология факультеты, 1969 йылда — педиатрия факультеты, 1974 йылда — әҙерлек бүлексәһе, 1983 йылда — табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультеты, 1986 йылда сит ил граждандары өсөн әҙерлек факультеты, 1987 йылда сит ил граждандар менән эшләү буйынса факультет, 1991йылда — Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, 1994 йылда докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған Совет ойошторола[3].

Юғары уҡыу йорто 1976 йылда беренсе категориялы институт булып китә. 1982 йылда юғары уҡыу йорто Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә[4]..

1995 йылда академия, ә 2016 йылда — университет статусы ала.

Бөтәһе 27 меңдән ашыу табип әҙерләп сығарылған[5].

Дағстан дәүләт медицина университетында 700-ҙән ашыу уҡытыусы, шул иҫәптән Дағстан Республикаһы Медицина фәндәре академияһы һәм Милли фәндәр академияһы академиктары Гаджимурад һәм Гаджимирза Гаджимирзаевтар (2011 йылда вафат булған), Дағстан Республикаһы Милли фәндәр академияһы академигы Шамил Омаров, 116 фән докторы һәм 66 профессор, 418 фән кандидаты һәм 179 доцент эшләй[6].

Факультеттары (5)

- Дауалау

- Педиатрия

- Стоматология

- Медик-профилактика

- Фармацевтика

75 кафедраны үҙ эсенә ала.

Шулай уҡ: тау территорияһындағы кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты, консультатив-диагностика поликлиникаһы, медицина колледжы, университетты тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу үҙәге, мәғлүмәт-иҫәпләү бүлеге, техник тәьмин итеү үҙәге, аналитика бүлеге, Интернет-үҙәк, фәнни медицина китапханаһы, спорт комплексы, нәшриәт -полиграфия үҙәге[5].

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Медуниверситет Дагестана договорился о сотрудничестве с вузами Азербайджана. Рамблер/новости. Дата обращения: 19 май 2019.
  3. Университет врачебного искусства. Dagpravda.ru (17 октябрь 2017). Дата обращения: 19 май 2019.
  4. Архивированная копия. Дата обращения: 2 август 2017. Архивировано из оригинала 3 август 2017 года. 2017 йыл 3 август архивланған.
  5. 5,0 5,1 Архивированная копия. Дата обращения: 15 ғинуар 2017. Архивировано 21 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 21 ғинуар архивланған.
  6. Дагестанский государственный медицинский университет. . Контингент преподавателей. www.edu.ru. Дата обращения: 19 май 2019. Архивировано из оригинала 29 август 2016 года.