Дебрецен университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дебрецен университеты
Исеме

Debreceni Egyetem[1]

Халыҡ-ара исеме

University of Debrecen

Асылған йылы

1538

Урынлашыуы

Дебрецен, Венгрия Венгрия

Сайт

http://www.unideb.hu/portal/

Дебрецен университеты (мадьярса  Debreceni Egyetem) — Дебреценда иң ҙур уҡыу йорто һәм Венгрияның иң алдынғы университеттарының береһе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигеҙләү йылы тип 1538 йыл иҫәпләнә, был ваҡытта Дебрецендә кальвинист колледжы асыла. Уҡыу йорто күп тапҡыр үҙгәртеп ҡорола һәм реорганизациялана. Тәүге университет тибындағы уҡыу йортоа — Дебрецен король университеты — ҡаланың юғары уҡыу йорттары нигеҙендә 1912 йылда ойошторола, һуңыраҡ бүленә.

2000 йылда ҡаланың өс университеттары (ауыл хужалығы, медицина һәм фәнни-тәбиғи) ҡушылыуы нигеҙендә Дебрецен университеты ойошторола. 2010 йылдарҙа университетта яҡынса 32 мең студент белем ала, шуларҙың 2 меңдән ашыуы — сит илдәрҙән, ә профессор-уҡытыусылар составы 1,7 мең хеҙмәткәрҙән тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]