Дедоплис Миндори

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дедоплис Миндори
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Дедоплис Миндори (грузин телендә: დედოფლის მინდორი: "королева туғайы"), көнсығыш Грузияның Шида-Картли төбәгендә, Кура йылғаһының үҙәнендә урынлашҡан археология объекты. Бер нисә ҡатламдан торған был урында таш ҡорамалдар, бронза һәм тимер быуатҡа ҡараған ҡәберлектәр, шулай уҡ төрлө урта быуат торалары табылған. II һәм I быуатҡа ҡараған дини ҡоролмалар комплексы айырыусы иғтибарға лайыҡ. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[1] . Дедоплис Миндори тигеҙлеге Арадетис Оргора тип аталған ҡурғандар төркөмө менән йәнәш ята. Археологик табылдыҡтар урындағы мәҙәниәттең баҡыр быуаттан алып Юғары урта быуаттарға тиклем бер нисә осорон үҙ эсенә ала[2].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дедоплис Миндори яҡынса 25 квадрат километр майҙанды биләй. Уның көньяҡ осонда, Доглаури ҡалаһынан алыҫ түгел өс ҡурғандан торған Арадетис Оргора тора, ул Дедоплис тауы тип атала. Системалы археологик тикшеренеүҙәр бында 1972 йылдан 1982 йылға тиклем Юлон Гогашидзе етәкселеге аҫтында алып барыла[3].

Быуат аҙағында комплекс янғында юҡҡа сыға. Урында табылған уҡ башаҡтары янғындың хәрби конфликт арҡаһында барлыҡҡа килеүен раҫлай.[4]

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миндори комплексы һигеҙ ҡорамдан, ике ишектән, торлаҡ биналарҙан һәм ярҙамсы ҡоролмаларҙан тора. Биналар 105 × 103 м ҙурлыҡтағы үҙәк ихата майҙанын уратып алған. Стеналары кирбестән, таштан һалынған, черепица менән ябылған. Ағас колонналары һәм ишектәре таш, ҡом менән эшләнгән һәм һырлап биҙәлгән.

Төп ҡорам комплекстың көньяҡ өлөшөндә тора. Бинаның төньяҡ өлөшөндә балкон менән ике колонналы портик урынлашҡан. 300 квадрат метр ҙурлыҡтағы төп бинала көмбәҙ аҫтында дүрт колоннаға таянған алтарь урынлаша. Ҡорамдың диуарҙары фрескалар менән биҙәлгән. Бәләкәйерәк күләмдәге шул уҡ төҙөлөшлө ҡорам ихатаның төньяҡ ситендә урынлашҡан. Алты башҡа ҡоролма йәнәшәлә тора, уларҙың һәр береһе төп ҡорам менән ишек менән тоташҡан асыҡ күтәрмәле. Төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 400 метр алыҫлыҡта һөнәрселәрҙең ауылы ҡалдыҡтары ята.[5][6][7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgià). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. [Consulta: 12 agost 2019].
  2. «არადეთი [Aradeti]». A: ka:ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი. (Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)), 2013, p. 39–45.
  3. «Georgian–Italian Shida Kartli Archaeological Project: Aradetis Orgora». [Consulta: 11 agost 2019].
  4. Braund, David. Georgia in Antiquity: A History of Colchis and Transcaucasian Iberia, 550 BC–AD 562. Oxford: Oxford University Press, 1994.
  5. «არადეთი [Aradeti]». A: ka:ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი. (Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)), 2013, p. 39–45.
  6. «The Temples at Dedoplis Mindori». East and West, 42, 1, 1992, pàg. 27-48.
  7. Furtwängler. Iberia and Rome. The excavations of the palace at Dedoplis Gora and the Roman influence in the Caucasian Kingdom of Iberia. Langenweißbach: Beier & Beran, 2008, p. 31-32.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]